6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Уртаҡ байрам
11.08.06


       Ваҡыт ни тиклем ҡыҫмаһын, Мортаза Рәхимов киләсәккә күҙ һалыуҙан баш тарта алманы. Мостай Кәрим исемендәге Милли
       йәштәр театры фойеһында республика Президенты Башҡортостандың ҡалаларында һәм айырыуса баш ҡалала барған һәм буласаҡ төҙөлөш һәм реконструкция пландары менән танышты. Театрҙың киң залында төбәк башлығын төп ҡунаҡтар - үткәндә һәм бөгөн республикала архитектура һәм транспорт өлкәһендәге бурыстарҙы тормошҡа ашырыусылар көтә.
       Һәм БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Урал Ураҡсин Мортаза Рәхимов, Константин Толкачев, Рафаэль Байдәүләтов, Хәмит Мәүлейәров һәм Фидус
       Ямалтдинов өсөн "сәйәхәт" ойошторған арала президент "ҡыйыу
       пландарҙың тормошҡа ашырылыуына" ҡыуаныуҙан тыш, үҙенең иҫк е һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереүгә бәйле торлаҡ проблемалары хаҡында хәбәрҙар булыуын да күрһәтеп өлгөрҙө.
       Тантаналы сәбәп - Төҙөүселәр көнө - бөгөн төҙөлөш, проект лау, архитектура һәм был өлкәлә эшләүсе башҡа күп кенә ойошм а һәм предприятиелары вәкилдәрен бер урынға йыйҙы.
       - Ысын йөрәктән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Был ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы. Төҙөүсе хеҙмәте һәр ваҡыт һорау менән файҙалана. Уның һөҙөмтәләре һәр кемдең күҙ
       алдында һәм тиҫтә йылдар буйына һаҡлана. Был ҙур предприятиелар, бына тигән социаль - мәҙәни объекттар, үҫешкән инфраструктуралы заманса ҡалалар һәм ауылдар, юлдар,
       күперҙәр, гидротехник ҡоролмалар. Һеҙҙең ҡулдарығыҙ халыҡ тормошон яҡшырта. Беҙҙең республиканы бөгөн танырлыҡ түгел. Ул көндән - көн матурлана! - тип ҡотланы йыйылыусыларҙы
       Мортаза Рәхимов.
       Президент һәм унан һуң сығыш яһаусы БР Хөкүмәте Премьер -
       министры, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлейәров ҙур ихтирам менән Башҡортостандың төҙөлөш комплексының төҙөлөш күләмдәре, файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ, яңы технологиялар индереү һәм заманса материалдар файҙаланыу буйынса алдынғы урын биләүен һыҙыҡ өҫ төнә алып үтте. Һуңғы биш йылда республикала ете миллион квадрат метр торлаҡ, 21 мең урынлыҡ мәктәптәр, 990 койкалыҡ дауаханалар, 9230 тамашасылыҡ клубтар һәм мәҙәниәт йорттары төҙөлгән, 5 800 километр газ селтәре, 1 474 километр
       автомобиль юлдары, 70 мең погон метрҙан ашыу күперҙәр
       файҙаланыуға тапшырылған. Һуңғы йылда ғына 220 километр автомобиль юлдары һәм 28 күпер төҙөлгән, был Рәсәйҙә юл селтәре оҙонлоғо һәм үҫеше буйынса беренсе урын биләүсе төбәк өсөн бер ҙә насар түгел.
       Мортаза Рәхимов төҙөүселәрҙе беренсе тапҡыр ғына күберәк
       һәм яҡшыраҡ төҙөргә саҡырмай. Миҫал итеп республика
       башлығы алыҫ көнсығыштағы күршебеҙ - Ҡытайҙы килтерҙе, унда үткән йылда һәр... ҡытайлыға берәр квадрат метр төҙөлгә н. "Беҙ ҡытайҙарҙан кәмме ни Йәғни, аҙ тигәндә лә йылына дү рт
       миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә тырышырға кәрәк, әммә
       быйыл планлаштырылған 1,7 миллион "квадрат" та һуңғы ун йылда иң яҡшы һөҙөмтә буласаҡ", - тине Мортаза Рәхимов.
       Һуңғы йылдарҙа тармаҡтың Башҡортостан үҫеше өсөн
       әһәмиәтен баһалап бөтөү мөмкин түгел. Төҙөүселәрҙең тырышлығы арҡаһында республикала Рәсәйҙә берҙән - бер
       терефталь кислота етештереү комплексы сафҡа индерелде. Йомағужа һыу һаҡлағысын төҙөү - тамамланыу стадияһында. Үткән йылда республикала төҙөлөш эштәре күләме 46 миллиард һ умдан артҡан, был унан алдағы йыл күләменән шаҡтай күберәк.Р еспубликала майҙаны 3 500 һум квадрат метр тәшкил иткән сауҙа предприятиелары, 41 800 номерлыҡ автоматик телефон станциялары, һигеҙ мең киловатт ҡеүәтле газ турбина ҡоролмаһ ы, 53 нефть скважинаһы һәм башҡа күп объекттар файҙаланыуға тапшырылған.
       Быйылғы һәм айырыуса киләһе йыл ысын мәғәнәһендә күренеклегә әйләнергә оҡшай. Республика Башҡортостандың үҙ и рке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлектең хәл иткес өлөшөнә аяҡ баҫты.
       - Һәм бында үҙәк урын төҙөлөш комплексы ойошмаларына бирелә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. Юбилей
       дөйөм Рәсәй күләмендәге әһәмиәткә эйә һәм ҙур тарихи - мәҙәни һәм ижтимағи - сәйәси ваҡиға. Байрамдың төп саралары Өфөлә планлаштырыла. Һәм социаль әһәмиәткә эйә булған объекттарҙың күпселеге баш ҡалала төҙөлә.
       - Беҙ уникаль тарихи - мәҙәни һәм архитектура ҡомартҡылар ын һаҡлап ҡалып, шул уҡ ваҡытта инфраструктураны яҡшыртырға тейешбеҙ. Юбилейға әҙерлектең иң мөһим объекттары - халыҡ - ара аэропорт, "Өфө" станцияһының тимер юл вокзалы, "Аҡбуҙат"
       ипподромы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, универсаль "Өфө - арена"
       боҙ һарайы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мортаза Рәхимов. - Бына н тыш Башҡортостандың Дәүләт академия рус драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Рәми Ғарипов исемендәге 1 - се Башҡорт
       республика гимназия - интернаты, туберкулезға ҡаршы диспансерҙың дауалау комплексы, Республика психиатрия дауаханаһы биналарын реконструкциялау ҡарала. Өфө дәүләт "Нур" татар театрында эштәр тамамлана, һәм ул Республика көнөнә үҙенең тамашасыларын ҙур залында ҡабул итә аласаҡ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауахананың иҫке бинаһы урынына 400 койка - урынлыҡ, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған күп ҡатлы корпус төҙөләсәк. Республика буйынса бөтәһе 40 - тан ашыу объект төҙөү ҡарала.
       Әммә юбилейҙы лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн төҙөлөш эштәренең ҙур
       өлөшөн ағымдағы йылда тамамларға кәрәк, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.
       Тәбиғи, кешеләр үҙҙәренең "фатир мәсьәләһен" хәл итеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән төҙөүселәргә рәхмәтле булырға  тейеш. Төҙөкләндереү йылы һәм "Рәсәй граждандарына - һәр кем һатып ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә ҡабул ителгән дәүләт программалары ла быға булышлыҡ итә. Башлыса алғанда, Мортаза Рәхимовтың фекере буйынса, артабанғы торлаҡ төҙөлөшөндә социаль һәм мәҙәни әһәмиәттәге объекттарҙы ла индереп, торлаҡ биҫтәләрен
       комплекслы төҙөү үҫеш алырға тейеш.
       Байрам тамашаһы алдынан Минстройтранс етәксеһе Хәмит Мәүлейәров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә федераль
       наградалар тапшырҙы. Ун бер кеше "Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе" исеменә лайыҡ булды, БР төҙөлөш комплексының башҡа вәкилдәренә Почет грамоталары тапшырылды.
       - Төҙөүсе һөнәре - халыҡта иң почетлы һәм хөрмәтле профессияларҙың береһе, - тине йыйылыш аҙағында республика б ашлығы. - Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙгә беҙ көн һайын шаһит, ул республиканың һәр бер йортонда, һәр урамында күренә. Һеҙҙең инициатива, булдыҡлылыҡ һәм уңышлы эшләүегеҙ Башҡортостандың иҡтисады һәм бөтә социаль өлкәнең артабанғы тиҙләтелгән үҫешенә булышлыҡ итә! Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал