6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Батша менән бер арбала
11.08.06


       Сығышы менән Өфө губернаһының Бөрө өйәҙенән булған большевик Дмитрий Михайлович Чудинов ике тапҡыр Ленин менән осраша.
       Тәүге осрашыу 1917 йылда була. Дмитрий Чудинов ул ваҡытта Златоуста Ҡыҙыл гвардия штабы начальнигы булып хеҙмәт итә.
       Унда 400 - гә яҡын кеше иҫәпләнә, ә ҡорал етерлек булмай. Златоуст ревкомы Чудиновты ҡорал артынан Владимир Ленинға
       йүнәлтергә ҡарар итә.
       Был турала Дмитрий Михайлович үҙе былай тип хәтерләй: "Мандат алғандан һуң, Петроградҡа юлға сыҡтым. Смольныйға
       килеп еттем. Дежур ҡыҙылармеец һорау бирә:
       - Һеҙ кемгә
       - Миңә ҡорал алырға кәрәк. Иптәш Ленинға нисек инергә
       - Ә һеҙ ҡайҙан
       - Өфө губернаһынан.
       - Тимәк, провинциянан. Хәҙер белешәм.
       Һәм бер нисә минуттан дежурный Лениндың бүлмәһенән сыға.
       - Владимир Ильич һеҙҙе көтә.
       Мин тулҡынланыуымдан нимә эшләргә белмәйем. Дежурный мине үҙе менән саҡырҙы.
       Ленин өҫтәл артында яҙышып ултыра ине. Ул торҙо ла миңә ҡулын һондо.
       - Һаумыһығыҙ! Уралда хәлдәр нисек
       Мин беҙҙә Советтар төҙөлөүе, әммә ҡайһы берҙәрендә меньшевиктар һәм эсерҙарҙың баҫымсаҡлауы тураһында һөйләп би рҙем.
       Ленин бер минут тирәһе уйланып алды, һуңынан ҡаты итеп:
       - Был осраҡта һеҙгә, большевиктарға көслөрәк эш итергә кә рәк, - тип белдерҙе.
       - Бына мин һеҙгә ҡорал һорарға килдем дә инде. Беҙҙә Ҡыҙы л гвардия бар, ә ҡыҙылгвардеецтарҙың дүртәүһенә бер винтовка .
       Мине тыңлағандан һуң, Ленин шунда уҡ Петропавловск нығытмаһынан винтовкалар, патрондар һәм гранаталар алыуға ҡағыҙ яҙып бирҙе. Хушлашҡанда ул ныҡ итеп ҡулымды ҡыҫты һәм:
       - Советтар большевиктарҙыҡы булырлыҡ итеп эшләгеҙ, - тине .
       Тиҙҙән ҡорал тейешле урынына ҡайтарылды. Ҡыҙылгвардеецтар Лениндың бүләгенә бик ҡыуанды, һәм уның әйткәнен башҡарыу өс өн бар көсөн һалды.
       Ильич менән икенсе тапҡыр ул 1918 йылдың яҙында, өфөлөләргә
       ҡушылған яуаплы бурыс үтәлгәндән һуң, осраша. Һуңғы рус батшаһы Николай Икенсене Ваҡытлы хөкүмәт ебәргән Тобольск ҡалаһынан Екатеринбургҡа сығарырға кәрәк була. Өфө
       губернаһының ЧК рәйесе Петр Зенцов етәкселегендә айырым тәғәйенләнеш отряды булдырыла, уға өфөлөләр Владимир Яковлев һәм Дмитрий Чудинов етәкселек итә.
       Отрядҡа сәфәрҙең маҡсаты хаҡында һуңғы мәлгә тиклем мәғлүм булмай. "Отрядтың айырым эш буйынса Себергә йүнәлеүе хаҡында ғына белдек, - тип хәтерләй Дмитрий Чудинов . - Бер аҙнанан 15 кавалерист, ике телеграфист, 22 пехотасы,
       дүрт пулеметсы, шәфҡәт туташынан торған отряд әҙер ине".
       Сәфәрҙең маҡсаты юлда ғына билдәле була. Тобольскиҙа Яковлев батша ғаиләһен һаҡларға ҡушылған һалдаттар алдында сығыш яһай. Ул аҡгвардеецарҙың Романовтар ғаиләһен урлау
       менән янауы сәбәпле, Советтар хөкүмәтенең өфөлөләр отрядына уны Екатеринбургҡа алып сығыуҙы йөкмәтеүен белдерә.
       Һалдаттар комитеты вәкилдәре мандаттарҙы ҡарап, уларҙың
       ысынлығына ышанғас, Романовтарҙы тапшырырға ризалыҡ бирә.
       Табольскиҙа отряд комиссары һәм командиры Романовтарҙың ба тша һәм уның ҡатыны, уларҙың өс ҡыҙы һәм вариҫынан торған ға иләһен күсереү планын төҙөй. Тобольскиҙан Төмәнгә тиклем
       аттарҙа, артабан Екатеринбургҡа поезд менән алып барырға хә л ителә.
       Чудинов элекке батша менән бер кырандаста бара.
       Юлда батша уға һорау бирә:
       - Һеҙ ниндәй хәрби училище тамамланығыҙ
       - Мин бер ниндәй ҙә хәрби белем алманым.
       - Нисек инде Һеҙ бит отряд етәксеһе.
       - Эйе, мин отряд етәксеһе, әммә уның өсөн хәрби белем алы у мотлаҡ түгел. Уны алырлыҡ аҡсам да булманы. Ә етәкселеккә мин каторгала өйрәндем.
       Николай бындай яуап көтмәгәндер, күрәһең, һәм ул башҡаса һорауҙар бирмәне..."
       Чудинов батшаға баш күтәреүҙә ҡатнашыуы өсөн уны Гутман заводынан урамға сығарып ырғытыуҙары, ун һигеҙ йәшендә төрмәгә ябыуҙары, ун йылға каторгаға ебәреүҙәре хаҡында ла һөйләй алыр ине.
       Граждандар һуғышы ваҡытында Чудинов Тухачевский етәкселек
       иткән Бишенсе армияла хеҙмәт итә. Өфө губернаһының контрреволюцияға ҡаршы ғәҙәттән тыш эштәр комиссияһы рәйесе урынбаҫары була, һуңынан хужалыҡ эштәрендә эшләй.
       Дмитрий Михайлович 1964 йылдың 13 авгусында вафат була, ә
       1965 йылдың 25 майында Өфө урамдарының береһенә уның
       исеме бирелә. Ул Октябрь проспектынан Ағиҙел йылғаһына тиклем һуҙылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал