6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Башҡортостан прокуроры журналистар менән аралашты
11.08.06


       Кисә Башҡортостандың прокуроры Сергей Хуртин киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Сергей Хуртин был вазифаға тәғәйенләнгән ваҡыттан алып - был поста эшләүсе Александр Коноваловты ул 2005 йылдың декабрендә алмаштырҙы -
       матбуғат конференцияһы форматында журналистар менән тәүге тапҡыр осраша. Сара Башпрокуратураның ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһауға арналды.
       Ағымдағы йылдың алты айында республикала теркәлгән 47 мең
       енәйәттең яртыһы тип әйтерлек асыҡланмайынса ҡала, тип белдерҙе прокурор. Уларҙың иң аҙ проценты табыш алыу маҡсаты менән эшләнгән енәйәттәргә тап килә. Мәҫәлән, кеҫә телефоны урлау факты буйынса асылған һигеҙ мең енәйәт эшенең ете меңе тип әйтерлек туҡтатылған. Республикала асылған енәйәттәрҙең иң ҙур проценты тотороҡло рәүештә үлтереүҙәргә тура килә - 90 проценттан ашыу.
       Сергей Хуртин енәйәтселәр һаны күпселек осраҡта бер ҡайҙа ла эшләмәүсе граждандар иҫәбенә тулыланыуына иғтибар йүнәлтте. Бөгөнгө көндә республикала һәр унынсы эшһеҙ енәйәт
       юлына баҫҡан. Рецидив енәйәт, эскән килеш ҡылынған енәйәт, шулай уҡ балиғ булмағандар һәм сит ил кешеләренең енәйәт ҡылыуҙар һаны арта.
       Прокуратура хәбәрһеҙ юғалыусыларға айырым иғтибар бүлә. Бөгөнгө көнгә 161 кешенең яҙмышы билдәһеҙ, ярты йыл эсендә республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарына ошо турала 2,5 меңдән
       ашыу ғариза бирелгән.
       Коррупцияға ҡаршы көрәш тә ҡәнәғәтләнеү тыуҙырмай. Сергей
       Хуртин билдәләүенсә, был һан "врачтар, уҡытыусылар иҫәбенә арта", әммә беҙ барыбыҙ ҙа власть структураларында, контролд ә тотоусы һәм теркәүсе органдарҙағы һалымдар хаҡында беләбеҙ . Әйткәндәй, быйыл республикала депутаттарға ҡарата 22 эш асылған. Күпселек осраҡта халыҡ һайланыусылары һалымдан
       ҡасыу яғын ҡарай, ти билдәләне прокурор. Ул шулай уҡ был исемлектә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары булмауын белдерҙе.
       Милли проекттарға килгәндә, Башпрокуратурала уларҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоусы махсус эшсе төркөм булдырылған. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙарҙың күпселеге төҙөлөш
       өсөн ер участкаһы бүлеүгә ҡағыла.
       Эске эштәр органдарының граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлауына, башлыса алғанда, енәйәттәрҙе иҫәпкә алыу һәм теркәүгә прокуратура айырым иғтибар бирә. Прокуратура тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса тәүге ярты йылда иҫәпкә алыу буйынса 1180 - дән ашыу енәйәт тергеҙелгән. Эске эштәр органдарының 19 хеҙмәткәренә ҡарата енәйәтте йәшереү һәм енәйәт эше асыуҙан баш тартыу тураһында законһыҙ ҡарар ҡабул
       итеү буйынса енәйәт эше асылған. 419 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
       Прокуратура һәр ҡулға алыуҙың законлылығын ентекле күҙәте ү аҫтында тота. Сергей Хуртин хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары хеҙмәткәрҙәренең ҡулға алыу ваҡытында көс файҙаланыу факттары булыуын таныны.
       - Камера ғәйепте иҫбатлау табыу урыны булырға тейеш түгел , - тине ведомство начальнигы. - Был бурыс республиканың һәр
       бер ҡала һәм район прокуратураһы алдына ҡуйылған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал