6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Башҡортостандың мәғариф сәйәсәте - беренсе урында
11.08.06


       Бөгөн Нуриман һәм Иглин райондарында үткән ҙур педсоветтың
       төп темаһы "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектына арнала.
       Уның республикала тормошҡа ашырылыуы буйынса ҡайһы бер йомғаҡтар яһарға ла мөмкин.
       Беренсенән, БР Президенты Мортаза Рәхимов быға тиклем милли проектҡа индерелмәгән мәғариф учреждениеларының синыф етәкселәренә түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, төбәк
       буйынса эш хаҡына өҫтәмә лә һаҡлана. Был ҡарарҙы республика
       илдә беренселәрҙән булып ҡабул итте.
       54 ауыл һәм 55 ҡала дөйөм белем биреү учреждениеһы федераль бюджет иҫәбенә бер миллион һум күләмендә гранттар а ласаҡ. Инновацион программалар буйынса эшләүсе мәктәптәр араһында еңеүселәр асыҡланды, уларҙы дәртләндереү өсөн средство республика ҡаҙнаһына ҡайтарылды.
       100 мең һум күләмендәге грант формаһында президент ярҙамына лайыҡ буласаҡ 363 уҡытыусының исемдәре лә билдәле.
       Милли проект сиктәрендә иң яҡшы педагогтарҙы наградлау Уҡытыусы көнөндә үтәсәк.
       Бөгөн республикала 700 - ҙән ашыу дөйөм белем биреү учреждениеһы "бөтә донъя селтәренә" сығыу мөмкинселегенә эйә. "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу
       сиктәрендә республиканың 2677 белем биреү учреждениеһын интернетҡа тоташтырыу планлаштырыла. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Миниформсвязь приказы менән был учреждениеларҙың исемлеге раҫланған да инде.
       Әлеге ваҡытта, РФ Мәғариф һәм фән министрлығынан бүленгән квотаға ярашлы, 30 мең һум күләмендә премия тапшырыуға республиканан 37 талантлы йәш кеше билдәләнгән. У лар - төбәк һәм төбәк - ара олимпиадалар, башҡа конкурстарҙа
       еңеүселәр. Кандидаттарға кәрәкле документтар әҙерләнгән, һаҡлыҡ кенәгәләре булдырылған, иҫәп асылған.
       Тағы 41 кеше - халыҡ - ара һәм бөтә Рәсәй олимпиадалары һ әм конкурстарында еңеүселәр - 60 мең һум күләмендә премия аласаҡ.
       Күптән түгел шулай уҡ дөйөм һәм юғары белем биреү учреждениеларынан тыш, Рәсәйҙең иң яҡшы 100 башланғыс һәм ур та һөнәри белем биреү учреждениеһына ла дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәге асыҡланды. Конкурста республиканың училище
       һәм лицейҙары, шулай уҡ урта махсус белем биреү учреждениелары ҡатнашасаҡ. Производствоның технологик
       тармаҡтары өсөн кәрәкле кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йорттары ла ситтә ҡалмай. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан биш миллиард һ ум бүлеү ҡарала.
       Новатор - педагогтар, иң яҡшы белем биреү учреждениелары, талантлы йәштәр өсөн Башҡортостан Хөкүмәте республиканың гранттар системаһын булдырырға ниәтләй.
       Август педсоветы быйыл унынсы тапҡыр үтә. Унда йола буйынс а республика етәкселеге, шулай уҡ Мәскәүҙән килгән ҙур ҡунаҡ тар ҡатнаша, улар араһында РФ мәғариф һәм фән министры Андре й Фурсенко, уның ярҙамсыһы Ирина Ган һәм башҡалар бар.
       Республиканың мәғариф өлкәһенә булған иғтибар осраҡлы түгел. Ул Башҡортостандың уңышлы иҡтисади һәм социаль үҫеш ө лгөләренең береһе. Һуңғы биш йылда ғына уның үҫешенә 49 миллиард һум йүнәлтелгән, был тармаҡ бюджетын ике тапҡыр һәм хеҙмәт хаҡы фондын - өс тапҡыр арттырырға мөмкинселек
       биргән. Үткән йылда мәғариф өлкәһенә 12 миллиард һум һалынған.
       Башҡортостанда йыл һайын яңы белем биреү учреждениелары т өҙөлә, булғандары реконструкциялана. 2001 - 2005 йылдарҙа 21 800 урынлыҡ 130 мәктәп төҙөлдө. Үткән йылда биш мең урынлыҡ 44 белем биреү объекты файҙаланыуға тапшырылған.
       Быйылғы йылда 7,5 мең урынлыҡ 37 объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла, уларҙың 26 - һы - яңы мәктәптәр.
       Мәғариф өлкәһендә финанс һәм матди ресурстарҙы файҙаланыу ө сөн 2005 йылда республикала 13 маҡсатлы программа эшләгән, у ларҙың туғыҙы әлеге ваҡытта уңышлы рәүештә тормошҡа ашырылған. Бөгөнгө көндә белем биреү системаһын артабан компьютерлаштырыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ауыл мәктәптәрен үҫтереү программалары эшләй.
       Улар араһында "Башҡортостан Республикаһы балалары" тип аталған Президент программаһының "Талантлы балалар", "Балалар, үҫмерҙәр, уҡыусы йәштәрҙең ялын һәм
       сәләмәтләндереүен ойоштороу" һәм "Инвалид балалар" йүнәлештәре айырым урын биләй.
       БР Хөкүмәте шулай уҡ 2007 - 2009 йылдарға "Башҡортостан Республикаһының педагогик кадрҙары", 2007 - 2010 йылдарға "Балаларға, үҫмерҙәргә һәм йәштәргә өҫтәмә белем биреү системаһы үҫеше" тигән яңы программалар раҫларға ниәтләй.
       РФ субъектарының рәсми рейтингына ярашлы, "төбәктең мәғариф сәйәсәте" күрһәткесе буйынса, Башҡортостан илдә
       беренсе урын биләй. Белем биреү сифаты буйынса республика бишенсе урында. Республика вуздарының тотҡан урыны ла юғары.
       Беҙҙең белешмә:
       Бөгөн Башҡортостандың мәғариф системаһына 5600 төрлө профилле учреждениелар инә, уларҙың 1894 - мәктәпкәсә, 3125 - дөйөм белем биреү мәктәптәре, интернат мәктәптәр, лицейҙар , гимназиялар, 33 киске мәктәп, 30 балалар йорто, 116 һөнәри училище һәм лицей, 299 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, 76 урта һәм 12 юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы. Төрлө белем биреү учреждениеларында 1,2 миллион кеше уҡый, 198
       мең педагог һәм хеҙмәтләндереүсе персонал эшләй.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал