6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Изге күңеллелек - уның тәбиғәтендә
10.08.06


       Бөгөн - Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, балерина, ваҡытында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә б ейеүсе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның тыуған көнө.
       Тамара Шәһит ҡыҙы үҙенең 75 йәшен тултыра алманы ( 1998 йылдың апрелендә вафат булды). Артистканы белеүсе һәр кем уның тураһында тик йылы иҫтәлектәр генә һаҡлай, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Шәһит Хоҙайбирҙиндың лайыҡлы ҡыҙы - бә ләкәй, әммә көслө ҡатындың иҫ киткес изге күңелле булыуы хаҡында һөйләй.
       Уның замандаштарының төрлө осорҙа баҫылған иҫтәлектәренә күҙ һалайыҡ.
       Зәйтүнә Насретдинова, СССР - ҙың халыҡ артисткаһы:
       - ...Үҙенең билдәле атаһы - күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһ ит Хоҙайбирҙинды ул хәтерләмәй. Ул үлгәндә ҡыҙсыҡҡа бер йәш кенә була. Әммә уның тормошон ошо ҡыҫҡа, әммә сағыу ғүмер
       яҡтыртты, нимә эшләһә лә Тамара атаһының иҫтәлегенә тап төшөрмәҫкә, уға лайыҡлы булырға тырышты. Тамараны әсәһе һәм оләсәһе, иҫ киткес ҡунаҡсыл һәм изге күңелле ҡатындар тәрбиәләп үҫтерә.
       Бөйөк Ватан һуғышы уға училищены үҙ ваҡытында тамамларға ҡамасаулай. Сығарылыусылар менән бергә Тамара Хоҙайбирҙина Ө фөгә килә һәм профессионалдар менән тиң эшләй. Еңеүҙән һуң, байтаҡ сәхнә оҫталығы туплап өлгөрөүенә ҡарамаҫтан, тағ ы ла Ленинградҡа, уҡыуын тамамларға китә.
       Өфө сәхнәһендә Тамара Шәһит ҡыҙы 23 йыл эшләй.
       Тамараның ижады сәскә атыуы 1948 - 1958 йылдарға тура кил ә. Был алтын ун йыллыҡта сағыу, нәзәкәтле, матур Владимир Григорин менән бейей, ул сәхнә буйынса партнер ғына түгел, тормош иптәше, дуҫы, фекерҙәше лә. Иң яратҡан роле "Баҡсаһарай фонтанында" Зарема. Был ролде актриса егерме йыл дауамында ҙур уңыш менән башҡара. Партияны икенсе составта әҙерләй, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса премьерала уға
       бейергә тура килә. Роль техник яҡтан ауыр, әммә нәҡ ошо уны мауыҡтыра ла инде. Образ үҙе лә йәлеп итә. Мөхәббәт, ҡыҙғаны у, ғазапланыу - хис - тойғолар ярһыуын тамашасыға еткереү ун ың өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Һуңғы тапҡыр, 1964 йылда, ул сәхнәгә тағы ла Зарема ролендә сыға.
       - Маһруй Шәрип ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның тормошонда ҡыҙы Тамара - һуйып ҡаплаған атаһы - берҙән - бер йыуанысҡа әйлән ә. Үткер, ҡояштай балҡыған, тәбиғәттән һығылмалы ҡыҙ бала сағынан уҡ үҙен ҙур талант эйәһе итеп күрһәтә. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһын тамамлағас, ул Ө фөгә әйләнеп ҡайта һәм үҙен музыка һәм бейеү сәнғәтенә арнай. Сәхнәлә ул онотолғоһоҙ классик образдар тыуҙыра.
       Бының менән бергә ул башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу оҫтаһы булараҡ та таныла, Бухарестта үткән дүртенсе Бөтә дон ъя йәштәр фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ була. Уның талантына Һиндостан, Камбоджи, Непал, Тайланд, Бирма халҡы ла һоҡланып ҡул саба...
       Майя Таһирова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы:
       - Ул үҙенсәлекле бейеүсе булды. Күңеле "зәңгәр героинялар ға түгел, драматик башланғыс һалынған, маҡсатлы натураларға тартты. Тамара ныҡлы әҙәби нигеҙе булған образдарҙы яратты -
       Зарема, Эсмеральда, Лауренсия... Һәм улар өҫтөндә бик күп эшләне. Ул осор йолаларын, костюмдарын өйрәнеп китапхананан сыҡманы. Пушкин, Гюго, Лопе де Веганы ғына түгел, ил тарихы, мәҙәниәте буйынса китаптарҙы ла һыу кеүек эсте... Ролде техн ик яҡтан өйрәнеүҙән тыш, беренсе сиратта, уның өсөн героинян ың тәбиғәте мөһим ине.
       Халыҡ бейеүҙәрен уның кеүек башҡарыусы булманы! Мәҫәлән, "Мөғлифә" - унда әхлаҡ та, бер аҙ ҡылансыҡлыҡ та бар. Барыһы ла сама белеп кенә, был балансты һаҡлау уға нисек бирелгәнде р. Тамараның концерт репертуары бик бай булды. Ғәскәров уның өсөн махсус номерҙар булдырҙы:"Мөғлифә", "Бүләк", "Шишмә
       буйында"... Хәҙер ҙә уларҙы бейейҙәр. Әммә уның башҡарыуы
       миндә бик ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сағыштырырға ярамай, тиҙәр, әммә... Уның бик матур һинд бейеүе бар ине. Калькутта ла булғанда ул дүрт стилдә бейеүселәрҙе күргән, һәм ошо хәрәкәттәрҙе файҙаланып Өфөлә үҙе бейеү һалған. Костюмдарын да үҙе уйлап сығарған.
       Йомарт күңелле кеше ине - ваҡытын да, кәңәштәрен дә йәлләмәне. Репетиция залында бер - береңде күҙәтергә тура
       килә, һәм ул ҡапыл "Бына был хәрәкәтте ҡара әле", - тип әйт ә ала. Класҡа килә, тейешле хәрәкәтте табырға ярҙам итә, уның художество зауығы иҫ киткес булды!
       Ирина Чурикова, Башҡортостандың Дәүләт академия рус драма
       театры актрисаһы, сәнғәт институтының 1983 йылғы сығарылыусыһы:
       - Институтҡа уҡырға ингәндә Тамара Шәһит ҡыҙының ярҙамы ҙур булды. Беренсе тур бара - бер урынға 13 кеше. Бик ныҡ ҡурҡыта. Экзамендар Уҡыу театрында үтә. Залда ҡараңғы, мин күтәрелгән сәхнә генә яҡтыртыла. Аяҡтарым да, кәүҙәм дә ағастай ҡатты - торғаны буратино инде. Үҙемде көсләп аҫҡа, комиссия ултырған ергә ҡарарға мәжбүр итәм. Быны юҡҡа эшләгәнмен: һуңғы көстәрем юҡҡа сыҡты. Һәм ҡапыл минең эргәмә бер ҡатын күтәрелә. Йылмайып яныма килә. Килеш - килбәтемде тикшерә. Ҡатмарлы булмаған бейеү хәрәкәтен күрһәтеүемде һорай. Һәм уның йылмайыуынан, ҡулдарының еңелсә ҡағылыуынан, унан бөркөлгән изгелектән - сәхнәнән төшкәндә ул миңә "Ҡурҡма" тип шыбырланы - шул тиклем шатлыҡ һәм еңеллек тойғоһо кисерҙем.
       Институттың һуңғы курсында уҡығанда абитуриент саҡта
       беҙҙең ҡырағай сәскәләр булыуыбыҙҙы аңланым, ә Тамара
       Шәһит ҡыҙы оҫта баҡсасы булараҡ матур сәскә баҡсаһы үҫтерҙе .
       Владимир Абросимов, БР атҡаҙанған артисы:
       - Яратыу - тимәк юл ҡуйыу, үҙеңде ҡорбан итеү, һәм ул ҡор бан итте, ә өҫтән ҡараусылар быны көсһөҙлөк кеүек күрҙе. Там ара Шәһит ҡыҙы бер ҡасан да рәхмәт һүҙен көтмәне, сөнки шәфҡәтлелек уның тәбиғәтенең бер өлөшө булды. Ә байтаҡ кешеләр бының менән оятһыҙ рәүештә файҙаланды...
       Мин йыш ҡына уны Әсә Тереза менән сағыштырам. Әммә һуңғыһына бар донъя ярҙам иткән. Ә Тамара Шәһит ҡыҙы - бер үҙе. Уны бер кем дә һындыра алманы, ул үҙе булып ҡалды. Әммә
       ундайҙар башҡаларҙан нығыраҡ арый, дөрөҫөрәге улар түгел, ә
       организмдары, һәм улар мәңгелеккә китә. Ғәҙәттә, яңғыҙлыҡта ...
       Был ҡайһы бер иҫтәлектәрҙән өҙөктәр генә, ә улар бик күп. Барыһын бергә йыйғанда шәп китап килеп сығыр ине.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал