6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Зинедин Зидан Өфөгә килмәйәсәк
10.08.06


       12 августа Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Физкультурник көнө билдәләнәсәк. Был байрамға арналған ике мөһим спорт сараһы планлаштырыла. Өфөләге "Нефтяник" стадионында "Күн туп" клубы футболсыларының бөтә Рәсәй турниры финалы һәм ошо уҡ көндә һәм ошо уҡ урында параллель рәүештә ярыштар үтәсәк.
       Һуңғы акция беҙҙә генә үтмәй. Етенсе августан 23 августҡа тиклем ул Рәсәй Федерацияһының 40 ҡалаһында планлаштырыла. Ө фөлә уҙасаҡ ярыштарҙа баш ҡалабыҙ райондарының йыйылма коман далары спорттың ете төрө буйынса көс һынашасаҡ: шашка, шахма т, оҙонлоҡҡа һикереү, дартс, гер спорты, эстафета, арҡан тар тышыу.
       Физкультурник көнөн асыу парады сәғәт 11 - гә билдәләнә - тамашасылар алдында йәш футболсылар, гамнастар һәм каратистар сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Өфө һәм Башҡортостандың ф изкультура - спорт активистарын наградлау тантанаһын үткәреү
       ниәтләнә.
       12 август көнө сәғәт 12 - лә эстафетаны йәш футболсылар ҡабул итәсәк. Һәр команданы етешәр матч көтә. Өфөлә бындай
       ярыштар тәүге тапҡыр үтә. "Күн туп" турнирына Рәсәйҙең 11 төбәгенән йәш футболсылар киләсәк. Баш ҡалабыҙ намыҫын Орджоникидзе районы спортсылары яҡлаясаҡ. Бәләкәй яҡташтарыбыҙ көйәрмәндәрен "Нефтяник" стадионына саҡыра. Бө тә уйындарын да беҙҙең команда урындағы ваҡыт буйынса
       сәғәт 13. 00 - дә башлаясаҡ.
       12 коллектив, тейеш булғанса, ике төркөмгә бүенгән дә инд е.
       Тәүгеһенә ("А") хужалар - "Өфө - 95", шулай уҡ "Благовест" (Ульяновск), "Мегасфера" (Мәскәү), "Уралан" (Элиста), "Юниор " (Богучар), "Россияне" (Ярославль) инә. "Б" төркөмөндә "Автокрановец" (Иваново), "Алые паруса" (Санкт - Петербург), "Юность" (Благовещен), "Динамо - Юниор" (Омск), "Орленок - 9 5" (Елец) һәм "Шинник" (Нижнекамск) сығыш яһай.
       Тәүге уйындан һуң командалар, биләгән урындарына бәйле, ө с ярымфиналда көс һынашасаҡ. Еңеүселәр ҡаршы төркөмдә икенсе урын алыусылар менән ярыша. Өсөнсө һәм дүртенсе, шулай уҡ бишенсе һәм алтынсы урын алыусылар араһында ла ошондай уҡ ярымфиналдар уҙасаҡ. Уңмағандарҙы өсөнсө, етенсе һәм 11 - се урындар өсөн көрәш көтә.
       Финалда егеттәр миҙал һәм кубок өсөн генә көрәшмәй. Ярыштарҙа иң көслө тип танылған командаға турнирҙың
       бағыусыһы бына тигән бүләк әҙерләй - команда киләһе йылдың
       сентябрь айында Францияла үткән "Данон милләттәр кубогында"
       ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Унда донъяның төрлө мөйөштәренән килгән 32 коллектив осраша. Уйын ҡағиҙәләре ябайлаштырыла: матч майҙандың яртыһында, офсайдһыҙ һәм уйын арбитрынан тыш уҙа, ҡапҡаның ҙурлығы ни бары икегә алты метр тәшкил итә, ике яҡтан туғыҙар футболсы ҡатнаша.
       Финал уйындары, наградлау һәм "Күн туп" клубы ярыштарын
       тантаналы ябыу Өфөлә 19 августа үтәсәк. Ул урындағы ваҡыт
       буйынса 12 сәғәттә башлана.
       Бөгөн ярыштарға әҙерлек тамамланған. Һауа торошо матчтарғ а ҡамасауламаясаҡ - ҡатнашыусылар йәш булһа ла ауырлыҡтарға бирешеп өйрәнмәгән. Хәйер, күҙаллауҙар буйынса, был көндәрҙә
       һауа торошо йылы һәм ҡоро торорға вәғәҙә итә.
       Федераль бюджеттан аҡса алынған да инде - теүәл 1 миллион 289 мең 630 һум. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Александр Никериндың һүҙҙәренә ҡарағанда, был аҡса башлыса килгән командаларҙың йәшәү һәм
       туҡланыуына тотоноласаҡ. Шулай уҡ бағыусылар һәм баш ҡала хакимиәте лә турнирға үҙ өлөшөн индерәсәк. Йәш футболсылар өсөн ял көнөндә ҡала буйлап экскурсия һәм кинотеатрға барыу планлаштырыла.
       Өфөгә йәштәрҙең легендар футбол турнирына хөрмәтле ҡунаҡтарҙан кем килеүе әлегә асыҡ ҡына билдәле түгел. Уның билдәле "спартаковсы", Рәсәй футбол союзының беренсе вице - президенты Никита Симонян булыуы ихтимал. Бәлки, уйындарға д анлыҡлы ветерандар ҙа килер, был уларҙың буш ваҡыты булыуына бәйле.
       Әлегә тиклем Өфөгә легендар Зинедин Зидандың да килеүе мөмкин булыуы тураһында етди хәбәр йөрөй ине, ул "Данон
       милләттәр клубының" "йондоҙло патроны" булып тора һәм йыш ҡ ына балалар ярыштарының милли финалдарына килә. Әммә Александр Никериндың һүҙҙәренә ҡарағанда, "һуңғы ваҡиғалар арҡаһында француз йондоҙо Башҡортостандың баш ҡалаһына килмәйәсәк".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал