6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ике партия үҙ көстәрен берләштерергә булды
09.08.06


       Рәсәйҙең ТОРМОШ партияһы һәм "Родина" партияһы һайлауҙарҙа һәм сәйәси йүнәлештә үҙ көстәрен берләштерергә булды. Ике яҡтың лидерҙары Александр Бабаков һәм Сергей Миронов ошондай ниәт хаҡында белдерҙе, әммә берләшеү шарттары әлегә йәйә эсендә ҡала. Төп маҡсат - һулдарҙы берләштереү, әммә экстремистарҙы түгел, ә "аҡыллы һулдарҙы".
       Һәм, тәү ҡарашҡа, ике туғандаш электораттың күптән көтөлгән осрашыуы үтте, тип әйтергә мөмкин. Икенсе ҡараш ксенофобтар
       һәм радикаль милли - патриоттарҙан "таҙарған" "Родинаның" Рәсәйҙең консерватив - державалы ТОРМОШ партияһы менән берләшеүгә ваҡытында өлгөрөп етеүен танырға мәжбүр итә.
       Һигеҙенсе октябрь көнө Пермдә үтәсәк төбәк һайлауҙары яңы партия союзы өсөн тикшереү буласаҡ, артабан 2007 йылдың мартына тәғәйенләнгән һайлауҙар көтә.
       Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, берләшеү перспективаһы "Родина" яҡлыларҙы ла, "мироновсыларҙы" ла берҙәй ҡыҙыҡһындыра.
       - Беҙҙең бойондороҡһоҙлоҡ - ул булды, бар һәм буласаҡ. Һайлаусы беҙҙең съезға алып сығасаҡ программабыҙға ҡараясаҡ,
       һәм лидер тураһындағы һорау мотлаҡ программаның йөкмәткеле һорауы менән тулыландырыласаҡ, тип уйлайым, - тип белдерҙе "Родина" лидеры Александр Бабаков. - Ҡушылыу процесында беҙ һул флангыла иң ҙур структураға эйә булырбыҙ, тип өмөтләнәм.
       Беҙҙең баһалар буйынса, 300 мең ағзаға тиклем. Һәм бер кеше барыбер барыһының да уй - фекерҙәрен билдәләй алмай, был
       коллектив идаралыҡ булыуы һис шикһеҙ.
       Партиялар ҡушылыуының ни тиклем уңышлы булыуы төбәк бүлексәләренә бәйле тип һанала. Әммә уң "первичкаларҙан" айырмалы рәүештә, һулдарҙың урындағы бүлексәләре артыҡ үҙаллы һәм әүҙем түгел. Һәм партия лидерҙарының килешеүе тәүге һәм ахырғы әһәмиәткә эйә.
       Башҡортостанда "Родина" партияһы, РПЖ - нан айырмалы рәүештә, әһәмиәтле урын биләй. Сергей Миронов партияһының 576 кешеһенә ҡаршы ике мең ярым кеше тура килә. Икенсе яҡтан , республиканың Дәүләт Йыйылышында нәҡ РПЖ икенсе фракция бу лып тора. Ә бына "Родина" иҫәбенән парламентта бер кем дә юҡ .
       "Родина" партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе советы рәйесе Александр Козлов партияларҙың берләшеүе "һул ф лангылағы эшмәкәрлек һөҙөмтәһен күтәрер", тип өмөтләнә. "Родинаның" күп тармаҡлы ойоштороу структураһы бар, ә РПЖ - ның - сағыу сәйәси фигуралары күп", - ти Александр Козлов. - "Родина" бөтә һул патриотик көстәрҙе берләштереү кәрәклеге хаҡында күп тапҡыр белдерҙе, һәм беҙ халыҡ мәнфәғәтен күҙәткән барлыҡ айыҡ аҡыллы сәйәси берәмектәр менән берләшергә әҙер. Әгәр ул беҙҙең позицияларҙы көсәйтеүгә
       йүнәлтелә һәм партократтарға түгел, ә халыҡ файҙаһына хеҙмә т итә икән, беҙ ул берләшмәне хуплаясаҡбыҙ ғына".
       Сәйәси реклама ваҡытында үҙҙәрен ултьтрамилләтсегә яҡын итеп күрһәткән "Родина" яҡлылар менән бер өҫтәл артына ултырыу "мироновсыларҙы" бер аҙ ҡурҡыта, әлбиттә. Әммә Бабаков үҙенекеләрҙе лә, тегеләрҙе лә тынысландырҙы: "Башта уҡ "Родина" партияһының бер ҡасан да милли партия булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алам. Беҙ бөтөнләй икенсе ситуацияла торабыҙ, тағы бер тапҡыр һайлаусыларыбыҙҙы борсоған мәсьәләләрҙең күпселеге буйынса "Родина" партияһының аныҡ позицияһы булыуы хаҡында белдерәм, беҙ 2007 йылғы һайлау кампанияһы нисек булырын аныҡ күҙ алдына килтерәбеҙ. Бөгөн илебеҙ һайлаусыларының 60 проценттан ашыуы һул ҡараш позицияһында тора".
       Ойошма мәғлүмәттәре буйынса, РПЖ - ла бөгөн 120 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Илдең һикһәндән ашыу төбәгендә төбәк бүлексәләре, Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең эшләүенә дүрт йыл. "Партячейка" тормошонда һуңғы яңғырауыҡлы ваҡиға -
       партия лидеры Сергей Мироновтың яҙғы визиты һәм шунда уҡ тип әйтерлек Дәүләт Йыйылышында РПЖ фракцияһы барлыҡҡа килеүе. Үҙенең партия буйынса көрәштәштәренә лидер республикала "Демография патруле" акцияһы үткәрергә тәҡдим и тте.
       РПЖ - ның республикалағы бүлексәһендә партияларҙың берләшеүен "законға ярашлы процесс" тип һанайҙар. Барлыҡҡа килгән сәйәси ситуацияла Дәүләт Йыйылышына һайлауҙар
       алдынан сәләмәт көстәр берләшергә тейеш. Үҙ ваҡытында беҙ "Родинала" барлыҡҡа килгән милли һәм экстремислыҡ тенденциялары арҡаһында уға ҡырын ҡарай инек, әммә ул күҙгә күренеп сәләмәт патриотлыҡҡа ыңғайлай, - тинеләр "тормошсолар" "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә. - Беҙҙе лә, "родиналарҙы" ла Рәсәй халҡының тормошон яҡшыртыу теләге берләштерә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал