6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Иң мөһиме - алға ынтылыш
09.08.06


       "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә Наталья
       Асееваға 100 мең һум күләмендә президент гранты бүленеүе тураһында хәбәр итеп шылтыратыуыбыҙ уның өсөн сюрприз булды. Шатлыҡлы һәм көтөлмәгән яңылыҡ, хәйер, был аңлашыла л а, сөнки уҡытыусыларға күптән бындай бүләк эшләгәндәре юҡ.
       - Был проект күп кенә уҡытыусыларҙың мәнфәғәтенә яуап бир ә, сөнки эшмәкәрлек өсөн ҙур этәргес көс булып тора. Өҫтәүен ә - матди планда ла ҙур ярҙам. Был аҡсаның бер өлөшөнә мин ү ҙ кабинетым өсөн әҙәбиәт һәм компьютер өсөн мәғариф программалары аласаҡмын...
       Наталья Викторовнаның беренсе сиратта уҡыу процесы тураһында уйлауына аптырарға тура килмәй. 15 йыл эш стажы
       булған тарих уҡытыусыһы үҙ һөнәрен шул тиклем ныҡ ярата, хатта был йүнәлештә көнө - төнө эшләргә әҙер.
       - Балалар балалар инде, - ти Наталья Викторовна. - Ниндәй хулиганды ла яҡшы бала итеп тәрбиәләргә була. Һәләтле баланы
       "икеле" тоҡсайына әйләндерергә лә мөмкин. Беҙҙең эштә иң мөһиме һөнәреңде ни тиклем яратыуға бәйле. Дәресте үткәреүе ҡыйын түгел ул, балала ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға кәрәк. Беҙгә балалар менән, мәҫәлән, 45 минут етмәй. Уларҙың дәрескә ентекле әҙерләнеүенә шатланам: рефераттарҙан шкафта буш урын да ҡалманы инде.
       Наталья Викторовнаның уҡыусыларҙы үҙ фәне менән ҡыҙыҡһындыра алыуына шикләнергә тура килмәй. Юҡһа
       әңгәмәсем өс йыл элек ойошторған уҡыусыларҙың "Гаудеамус" ғилми ойошмаһының секцияһы булған "Архиваруста" шөғөлләнергә теләүселәрҙең һаны ла ул тиклем күп булмаҫ ине.
       - Беҙ район, республика күләмендә үткәрелгән күп кенә
       конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Быйыл Рәсәй кимәленә сыҡтыҡ. Һуңғыһында, дөрөҫ, еңеүселәр булманы. Әммә унда ҡатнашыу үҙе үк балалар өсөн ҙур еңеүгә тиң.
       - Тарих дәресендә бөгөнгө уҡыусыларҙы нимә ҡыҙыҡһындыра
       - Улар Башҡортостан һәм Өфө тарихына ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Был турала балаларҙың "Өфө буйлап сәйәхәт" исеме аҫтындағы эше лә һөйләй, унда, әйтәйек, сығыштары менән Өфөнән булған артистар - Юрий Шевчук һәм
       Земфираға бәйле факттар ҙа бар.
       - Шәхсән һеҙҙе тарихта нимә йәлеп итә Һәм ниндәй ил
       - 20 быуат башындағы Рәсәй. Мин дипломды ла ошо, дөрөҫөрәге, Николай Икенсегә бәйле тема буйынса яҡланым.
       Юғары категория педагогы Наталья Асееваны заман менән бергә атлаусылар иҫәбенә еңел индерергә мөмкин. Сибәр, изге күңелле, кәрәккәндә ҡаты ла була белгән уҡытыусы дәрестең һә р минуты уҡыусы өсөн файҙалы үтеүе өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Бының өсөн ул барлыҡ яңылыҡтарҙы күҙәтеп б ара һәм үҙ эшенә вуз уҡытыусыларын да йәлеп итә. Наталья Викторовна әйтеүенсә, эшендә уға тормош иптәше - тарих
       фәндәре кандидаты, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө
       юридик институты доценты Игорь Анатольевич ҙур ярҙам
       күрһәтә. Әйткәндәй, уның менән Наталья Викторовна тыуған университет стеналарында таныша ла инде. Ул ваҡытта улар
       икеһе лә БДУ студенттары була.
       Уртаҡ һөйөү һәм ихтирам менән нығытылған был тандем улдары Артемды ла тарихҡа алып килә. Ул ошо фән менән ҡоралланып, БДУ - ның Хоҡуҡ институтында белем ала.
       Улы кеүек үк, Наталья Викторовна ла хоҡуҡ - перспективалы фән тип һанай. Һәм уға мәктәптә күберәк ваҡыт бүленеүе хаҡында хыяллана. Һәм өлкән синыфтарҙа ғына түгел, бишенсе
       синыфтан башлап булһа ла индерелһен ине, ти ул. Әлеге ваҡытта был предметҡа аҙнаһына бер сәғәт кенә ваҡыт ҡаралған . - Был фән тарих һәм юридик факультетҡа инергә йыйыныусылар өсөн генә түгел, һәр кемгә, беренсе сиратта, үҙ хоҡуҡтарын яҡлай белеү өсөн кәрәк.
       - Ғүмер берәү генә, - тине әңгәмә аҙағында Наталья Виктор овна. - Һәм уны күңелле һәм ҡыҙыҡлы итеп үтәреү һәр кемдең ү ҙенән тора. Иң мөһиме - өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмау һәм алға ынтылыу. Бөгөн минең был теләгем тағы ла артты.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал