6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ҡалтасы геройы
09.08.06


       Башҡортостан Республикаһында йөҙ меңдән ашыу мари халҡы
       йәшәй. Улар илебеҙгә күренекле ғалимдар, яҙыусылар, артистар бүләк итте. Советтар Союзы Геройҙары Василий Васильев, Ишмай Ишкинин, Тимерәй Ҡобаҡаев, Егор Арсаев та Башҡортостанда тыуған.
       Бөгөн мин Василий Семенович Васильев тураһында һөйләргә
       теләйем ( 1912 йыл - 1944 йылдың 9 авгусы). Уның тыуған ере
       - Ҡуян ауылы бөгөнгө Ҡалтасы районында урынлашҡан. Ярлы марикр әҫтиәндәренән булған ата - әсәһен Вася иҫләмәй тип әйтергә була. Биш йәшлек сағында малай әсәйһеҙ ҡала, тағы дүрт йылда н атаһы ла вафат була. Ун ике йәшенә тиклем Вася үгәй әсәй ҡулында йәшәй, артабан инде үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа.
       Йылдар үтә. Василий мәктәптә белем ала, бишенсе синыфты тамамлай. Ауылда тик яҡшы яҡтан ғына билдәле булыуы егеттең колхоз рәйесе итеп һайланыуына килтерә. Ҡыҙыл Армия сафында тейешле ваҡытын хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, ул тыуған колхозында эшләүен дауам итә.
       Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Василий Семенович Ватаныбыҙҙы фашистарҙан һаҡларға китә. Кесе лейтенанттар курсын тамамлай һәм 1942 йылда уны фронтҡа оҙаталар.
       Көнбайыш һәм 3 - сө Белорусь фронтында батареяға етәкселек
       иткәндә, В. С. Васильев юғары командирлыҡ сифаттары һәм шәхси ҡыйыулыҡ күрһәтә.
       Васильевтың фашистарға ҡаршы һуңғы алышы Литва ерендә
       була. Вилкавишкис ҡалаһы янында ауыр һуғыштар бара. Дошман бар көсөнә ҡаршы тора, сөнки эргәлә Көнсығыш Пруссия сиге, йәғни совет ғәскәрҙәренә дошман өңөнә бәреп инергә лә күп
       ҡалмаған.
       Вилкавишкис ҡалаһында фашистарҙың бик күп көстәре, шул иҫәптән танк дивизияһы туплана.
       Беҙҙең частарға ярҙамға Төп командование резервынан лейтенант Васильев хеҙмәт иткән танкыға ҡаршы бригада йүнәлтелә. Уның етәкселегендәге батарея шунда уҡ һуғышҡа инергә мәжбүр була. Алыш ҡыҙыу бара, ҡайһы ваҡыт танкыларға тиклем 50 - 10 метр ғына ара ҡала.
       Ә хәҙер һүҙ рәсми документтарға:
       "1944 йылдың 9 авгусында лейтенант В. С. Васильев үҙенең батареяһы менән Вилкавишкис ҡалаһына үтеп ингән дошмандың 50
       танкыһы һәм пехота һөжүменә ҡаршы тора. Алыш ваҡытында В. С . Васильевтың батареяһы фашистарҙың 8 танкын, ике
       "Фердинанд" үҙйөрөшлө орудиеһын һәм 2 бронетранспортерын юҡ ҡа сығара. Дошмандарға беҙҙең оборонаны йырып сығыу мөмкинселеге бирелмәй. Был һуғышта В.С.Васиьев һәләк була".
       1944 йылдың 9 авгусы Ҡалтасы районы лейтенанты Василий Семенович Васильев өсөн йондоҙло сәғәткә әүерелә. Батырлығы өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Геройҙың тыуған яғы Ҡалтасыла уға бронза һәйкәл ҡуйылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал