6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Намыҫ ҡушҡанса һәм башҡалар бәхете өсөн йәшәй...
30.12.03


       Төрлө фараздарға ҡарамаҫтан, икһеҙ - сикһеҙ йыһанда нин дәйҙер юғары аң һәр беребеҙҙең яҙмышын алдан хәл итеп ҡуялыр , моғайын, тигән уйға килеп ҡуяһың ҡай саҡ. Марс менән Юпит ер тәьҫиреме был, Венера менән Ҡояштыҡымы, әммә һәр кешенең үҙенә күрә холҡо, үҙ киләсәге...
       1934 йыл йәш совет дәүләте өсөн үтә ҡатмарлыларҙан һанала . Революция тетрәнештәренән һуң уның әле генә аяҡҡа баҫа баш лаған сағы. Бала ҡайғыһы булдымы ни ул ваҡытта тиер ҡайһы бе рәүҙәр. Әммә башҡорт ғаиләһе өсөн баланан да изге йән юҡ. Шу ға күрә февраль айының ҡарлы - буранлы бер көнөндә Башҡорт А ССР - ының Тәүәкән ауылында Рәхимовтар ғаиләһендә оло яҙмышл ы бәләкәй малай тыуа.
       Крәҫтиән тәрбиәһе ( Рәхимовтар ғаиләһе тап шундайҙарҙан б ула) иң башта хеҙмәткә хөрмәтле ҡараш, намыҫҡа иғтибар бирә.
       22 йәшендә Мортаза Рәхимов нефть техникумын бөтөп, нефть эш кәртеү заводында эшләй башлай. Яҡшы эш, һәйбәт эш хаҡы - кеш егә тағы нимә кәрәк Әгәр ҙә ынтылышың булһа, бик күп нимә. Шуға ла Мортаза Рәхимовтың эшләп йөрөгән ыңғайында юғары бел ем алыуына аптырарға ярамай. 1970 йылда инде ул установка на чальнигы булып эшләй башлай. Һуңынан етештереү бүлеге началь нигы урынбаҫары, баш инженер урынбаҫары, баш химик, баш инже нер һәм ниһайәт тармаҡтың иң ҙуры һаналған Өфө нефть эшкәрт еү заводы директоры вазифаһына күтәрелә.
       Был ҡоро һүҙҙәр артында ниндәй ҡатмарлы эш тороуын күҙалл ауы ҡыйын түгел. Әммә Мортаза Рәхимов һәр ваҡыт үҙ эшен ерен ә еткерә торғандарҙан. Тап ошо сифаттары уның 1990 йылда Баш ҡорт АССР - ының Юғары Совет рәйесе итеп ҡуйылыуына булышлыҡ
       итә лә инде. Ә 1993 йылдың 12 декабендә яҙмыш һәм халыҡ ыша нысы уны Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп күтәрә.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов был вазифаны башҡарған ике
       йыл дауамында Башҡортостан ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Рәсәй Фе дерацияһы менән яңы мөнәсәбәттәр урынлаштырылды, иҡтисади кө рсөктән сығыуҙың индивидуаль программаһы төҙөлдө, республика ның социаль тармағы күҙгә күренеп яҡшырҙы, Рәсәйҙең төрлө ил
       һәм төбәктәре менән һөҙөмтәле килешеүҙәргә башланғыс һалын ды. Эшләнгән эштәрҙең барыһын да бер мәҡәләгә һыйҙырып бөтөү е мөмкин түгел. Әммә ул турала бик асыҡ итеп халыҡтың Мортаз а Рәхимовҡа өсөнсө тапҡыр республика яҙмышын ышанып тапшырыу ҙары һөйләй.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал