6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ҡыҙыл шаршау артында кем йәшенгән
08.08.06


       Өфөлөләр өсөн "Родина" кинотеатры залында Санкт - Петербург
       ҡалаһынан килгән тағы бер "балауыҙ" күргәҙмә эшләй башланы.
       Бында балалар өсөн фильмдар, йәнһүрәттәр, Греция һәм Египет
       мифологиялары геройҙары урын алған. 12 батырлыҡ ҡылыусы Геракл, кәрләләр илендәге Гулливер, "Властелин колец" фильмы
       персонажы Горлум, ҡар кешеһе Чубакка, Мюнхгаузен, ете гном. ..
       Шулай ҙа балаларҙың иң яратҡан геройы - Пегас. Медузаның ҡанынан барлыҡҡа киллгән һәм, билдәле булыуынса, тауҙар араһында йәшәүсе һәм ел тиҙлегендә осоусы ҡанатлы ат. Башҡа экспонаттар араһында Пегас ҡул менән тотоп ҡарарға мөмкин
       булған берҙән - бер герой. Уға атланып фотоға ла төшөргә бу ла, шуға күрә уның эргәһендә бала - сағалар өҙөлмәүенә аптыр арға тура килмәй.
       Аладдиндың шәмен ышҡып, теләк теләргә мөмкин. Көнсығыш әкиәте геройы эргәһендә уның тоғро дуҫы Ен ултыра.
       Был тәү ҡарамаҡҡа балалар өсөн ойошторолған күргәҙмәлә "ню" жанрына ла урын табылған, уның эсенә татуаж, пирсинг, бодипентинг - кәүҙәне төрлө төҫтәргә буяу - инә.
       Экскурсия үткәреүселәр балауыҙ фигураларҙы эшләү нескәлектәре менән яҡшы таныш. Уларҙың береһе - УГАТУ студенты Динар "БАШвестЪ" гәзитен уларҙы эшләү технологияһы менән дә таныштырҙы. Әкиәт геройҙарының сәстәре - тәбиғи,
       улар эҫе балауыҙға батырылып яһала. Күҙҙәрен оҫталар быяла протездарҙан эшләй. Фигураның күренгән өлөшө балауыҙҙан, ә
       кейем аҫтындағыһы - ҡатырылған ыҫмаланан тора. Бер фигура өҫтөндә алты ай буйына 40 кеше эшләй, улар араһында тегенсе лә, бесеүсе лә, визажистар ҙа, пастижерҙар ҙа - парик, һаҡал
       - мыйыҡ әҙерләү оҫталары ла - бар. "Процессия" аҙағында экскурсовод килә. Тамашасы күргәҙмәнән ниндәй кәйефтә сығыр һәм бесәй - ҡатын һәм серле кино йондоҙо көткән ҡыҙыл шаршау артына күҙ һалырмы - юҡмы - башлыса экскурсоводтан тора...
       - Балауыҙҙан булыуҙары ғына йәл, - ти сабыйҙарҙың аталары .

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал