6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Башҡорт төпкөлөнә немец күҙлегенән ҡараш
08.08.06


       Ғәҙәти йорт йыһаздары, ябай, тәбиғи йөҙҙәр. Бөхтә ауыл өйҙәре, ҙур ғаиләләр, йылдар буйына барлыҡҡа килгән етеш
       йәшәйеш тәртибе һиҙелә. Ҡайһы бер йорттарҙа - сәскәле обой,
       иҫке ҙур телевизор һәм биҙәкле ашъяулыҡ менән генә биҙәлгә н ярлылыҡ күҙгә ташлана. Был йорт хужаларының йөҙөндә "ҡыйыш т ейәргә" яратыуҙары яҙылған. Асыҡ зәңгәр күҙле балаларҙың өҫтөнә кейгән кейемдәре күптән йыуылмағанлығы күренә.
       Төпкөл ауыл - былар барыһы ла беҙгә яҡшы таныш. Уның шыҡһыҙ яҡтары ла, алсаҡлығы, патриархаллеге, үҙенсәлектәре л ә күңелгә яҡын. Ауыл кешеһе ҡунаҡтарҙы ихлас күңелдән йылы ҡаршылай, шау - шыу, йыр - бейеүҙәр тынмай. Араҡы - милли эсемлек. "Бөтә ауыл менән" ҡаршылайҙар ҙа, оҙатып та ҡалалар .
       Нюрнбергтан килгән фотограф Гердт Доллхопф төпкөл ауылдың алсаҡлығын һәм ҡунаҡсыллығын тулы кимәлдә үҙендә
       кисерә. Уның ҡатыны Светлана Башҡортостанда тыуған, шуға күрә ул, өлгөлө кейәү булараҡ, йыл һайын Саҡмағош районының Яңы Ихсан ауылында йәшәүсе ҡайны - ҡәйнәләренә ҡайтып йөрөй.
       Һәм һәр ҡайтыуында Гердт Германияға башҡорт төпкөлөнөң "экзотик тормошо" хаҡында байтаҡ фотоматериал алып китә. Тәьҫораттар шул тиклем күп йыйыла, һөҙөмтәлә төшөрөлгән репортаждар "Колхозсылар" проектына әйләнә. Унда пейзаж да, йорттар ҙа, портреттар ҙа бар...
       Ошо көндәрҙә Өфө художество галереяһында Өфө авторы Николай Марочкиндың күргәҙмәһе менән бергә Гердт Доллхопфтың яңы экспозицияһы ла асылды.
       Беҙҙең "ауыл көнкүрешенә" немец фотографы күҙлегенән сығып ҡарауы ҡыҙыҡмы Бик тә.
       Башҡортостандың ауыл кешеләрен Гердт Доллхопф өс йыл дауамында фотоға төшөргән. 2005 йылдың ноябрь айында Нюрнбергта үткән күргәҙмә презентацияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Был юлы фотографтың дуҫтары ла уның менән бергә Башҡортостанға килергә ҡарар итеүе быға дәлил.
       - Мин Өфөлә ни бары дүрт көн, әммә тәьҫораттар бик күп, -
       тип уртаҡлаша Гердт һәм Светлана менән бергә килгән Ойро Ев ген - Роланд Рохн (Мюнхен). - Иртәгә ауылға барырға йыйынам,
       тимәк ,иң сағыу кисерештәрем алдалыр әле. Гердт Доллхопфтың эштәрен мин тәүҙә интернетта күрҙем, улар мине хайран ҡалдырҙы һәм ҡыҙыҡһындырҙы. Хәҙер мин һеҙҙең илде бер аҙ эстән дә беләм тип әйтә алам. Минеңсә, бында Германияға ҡарағанда ғаилә бәйләнеше көслөрәк. Беҙҙе йылы ҡаршы алдылар, хөрмәтле ҡунаҡтай күреп һыйланылар. Германияла сит илдән килеүселәргә бер кем дә бындай иғтибар күрһәтмәҫ ине. Бәлки өсәүләп барҙа ултырыр инек һәм шуның менән вәссәләм. У ның ҡарауы һеҙҙең транспорт, юл хәрәкәте, урамдар - бөтөнләй  икенсе тема. Барыһы ла ашыға, йүгерә, ҡағиҙәләрҙе кем нисек
       теләй, шулай боҙа. Германияла бындай хәлгә юл ҡуйылмай! Дуҫым Гердтҡа килгәндә, мин уға уңыштар һәм Рәсәй фоторәссамдары менән артабан да уңышлы хеҙмәттәшлек итеүен т еләйем.
       "Колхозсылар" дүрт сюжетҡа ҡараған фотографиялар серияһынан тора: һәр колхозда юл эргәһендә ҡаршы алыусы стела, пейзаж, йорт йәки уға хас булған ниндәйҙер элемент һә м, ниһәйәт, портреттар.
       Николай Марочкиндың фотолары 2006 йылда Өфөлә һәм 2005 й ылда Стәрлетамаҡта төшөрөлгән. Экспозиция махсус рәүештә Доллхопфтың күргәҙмәһенә яраҡлаштырып төҙөлгән, был тамашасылар Башҡортостандың ауылдарынан тыш бөгөнгө ҡала
       тормошо менән дә таныша алһын өсөн эшләнгән.
       - Немец коллегалар менән хеҙмәттәшлек өс йыл дауам итә, - тип һөйләй "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә Николай Марочкин. -
       Башта уҡ әйтергә теләйем: был күргәҙмә минеке түгел. Мин бары тик дуҫыма экспозицияһын тулыландырырға ярҙам иттем.
       Гердт йәшәгән Бавария үҙенең фәлсәфәүи йолалары менән танылған Баден - Вюртемберг еренә күрше урынлашҡан. Николай Марочкин әйтеүенсә, немец фәлсәфәһенең феномены "Германияла һөйләшкән һәм фекер йөрөткән телдең сифат үҙенсәлектәренә бәйле". Был фотография аша фекер йөрөтөүгә лә ҡағыла.
       - Мин үҙемдең барлыҡ "фотомоделдәремә", дуҫым һәм коллегам Николай Марочкинға, һөйөклө ҡатыным Светлана һәм уның ғаиләһенә рәхмәтлемен, - тине Гердт Доллхопф күргәҙмәне асыу
       тантанаһында. - Николайҙың фотоэштәренә килгәндә, ҙур ышаныс менән уларҙың сифатлы һәм ғәҙәти булмаған һүрәттәр булыуы тураһында әйтә алам. Марочкин яҡшы фоторәссам өсөн кәрәкле барлыҡ сифаттарға ла эйә. Был профессионаллек, тормошҡа журналистарса ҡараш, мөһим темаға иғтибар итә белеү. Минең эштәремдә лә репортаждар хроникаһы бар, был һыҙат беҙҙе берләштерә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал