6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ул Кенигсбергты штурмлауҙа ҡатнаша
08.08.06


       Июль аҙағында Калининград халҡы өлкәнең барлыҡҡа килеүенә
       60 йыл тулыуын билдәләне. Был көндө, ғәҙәттә, 1945 йылдың апрель айында Көнсығыш Пруссияла гитлеровсыларҙың терәге
       булған ҡала - нығытма Кенигсбергты штурмлаусы һалдаттарҙы иҫкә алалар. Улар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Советтар Союзы Геройы Петр Егорович Павлов шулай уҡ ( 1925
       йылдың 14 июле - 1958 йылдың 8 авгусы) "Кенигсбергты алған өсөн" миҙалына лайыҡ була.
       Ул Йылайыр районының Петровка ауылында донъяға килә. 1943
       йылдың февраль айында Совет Армияһы сафтарына саҡырыу ала.
       Рядовой Павлов хеҙмәт иткән 1346 - сы атышсылар полкы бар көсөнә дошман оборонаһын йырып сығырға тырыша, әммә
       гитлеровсыларҙың дзоты беҙҙең һалдаттарға алға барырға ҡамасаулай.
       - Миңә ут нөктәһен юҡ итергә тырышып ҡарарға рөхсәт итеге ҙ, - тип мөрәжәғәт итә Павлов командирға.
       - Бар, Павлов, - ти офицер. - Үҙең менән ике - өс һалдатт ы ла ал.
       Артабанғы хәлдәр награда документтарында түбәндәгесә һүрәтләнә.
       "1346 - сы атышсылар полкы атышсыһы ( 319 - сы атышсылар дивизияһы, 43 - сө армия, 3 - сө белорус фронты) рядовой Павлов Кенигсберг ҡалаһына инеү юлында гитлеровсыларҙың оборонаһын йырып сыҡҡан ваҡытта дошман уты аҫтында танкыға ҡ аршы граната менән дошман пулеметының өнөн тыға, дзотҡа
       баҫып инә һәм ҡул алышында 24 гитлеровсыны юҡ итә һәм дүрт кешене әсирлеккә ала.
       1945 йылдың туғыҙынсы апреленә ҡараған төндә гитлеровсыларҙың 500 кешенән торған төркөмө танкылар һәм үҙйөрөшлө орудиелар ярҙамында ҡамауҙан сығырға маташа. Рядовой П. Е. Павлов дошмандарҙы яҡын ебәрә һәм ҡул
       пулеметынан 60 һалдат һәм офицер, шул иҫәптән ике генералды
       атып үлтерә. Патрондары бөткәс, ул фашистарҙы гранаталар ырғытып дөмөктөрә. Дошмандың 11 һалдаты юҡ ителә, туғыҙ кеше әсирлеккә төшә".
       1945 йылдың 19 апрелендә Петр Егорович Павловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Әммә алда яңы алыштар көтә. Һәм К енигсберг өсөн һуғыштан һуң Павлов ауыр йәрәхәтләнә.
       Уны аяҡҡа баҫтырыу оҙаҡҡа һуҙыла. Әммә йөрәге эргәһендәге
       ярсыҡҡа теймәҫкә булалар, бары тик "гражданкала" еңел эш табыуын үтенәләр.
       Герой тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм клуб мөдире булып эшләй башлай. Әммә йөрәге эргәһендәге, врачтар ҡуҙғатырға йөрьәт итмәгән ярсыҡ үҙен һиҙҙерә башлай. П. Е. Павловтың ғүмере көтмәгәндә, дауаланырға китеп барған ваҡытта өҙөлә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал