6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Кубок беҙҙеке, әммә артыҡ шатланырға тура килмәй
08.08.06


       Башҡортостан Республикаһы Президентының Кубогын тағы ла "Салауат Юлаев" яуланы. Һәм ул бер ҙә еңел бирелмәне. Еңел булырға тейеш тә түгел, сөнки бындай турнирҙарға, ғәҙәттә, иң көслө клубтар саҡырыла.
       Быға тағы ла әйҙәүсе форвардтар Сидякин, Мелешко һәм Чупристың йәрәхәтләнеүе, һуңғы алыш алдынан Заболотневтың
       аяғын ҡаймыҡтырыуы кеүек проблемалар ҙа өҫтәлһә...
       Шәмбе көнө "Металлургҡа" ҡаршы команда яҡшы уйын күрһәтте. "Магниттар" иһә, үҙ сиратында, киреһенсә, бер ҙә балҡый алманылар.
       Өфөлөләр иһә оҙаҡ уйлап тормайынса, Худобинға беренсе,
       икенсе һәм өсөнсө гол индерҙе. Период һайын бер шайба. Игорь Волков көн геройына әүерелде, башта ул Заварухинға ярҙам итте, һуңынан үҙе ике тапҡыр гол индерҙе. Быға ҡунаҡта р Бирюковтың голы менән генә яуап бирә алды.
       Турнирҙың һуңғы көнөндә "Металлург" һәм "Химик" тигеҙ иҫә п менән уйнаны, 1:1, "Спартакка" ҡаршы алышта "Металлург" минималь өҫтөнлөктө һаҡлай алманы - 2:2. Был һөҙөмтәләрҙән һуң "Ладаға" ҡаршы матчта "Салауат Юлаевты" тигеҙ иҫәп тә ҡәнәғәтләндерәсәге аңлашылды. Ул ваҡытта, тигеҙ иҫәп булғанд а, командаларҙың осрашыуҙар ваҡытында йыйылған мәрәйҙәре иҫәпләнер ине. Бында өҫтөнлөк "Салауат Юлаевта" (Мытищи командаһын еңеү һәм Тольятти командаһы менән тигеҙ иҫәп), икенсе урында "Химик", өсөнсө урында, ярашлы рәүештә, "Лада"
       килә.
       Әммә өфөлөләр тигеҙ иҫәп тураһында уйлап та ҡараманы. Ула р баштан уҡ тик еңеү өсөн көрәште, һәм беренсе периодтың алтынсы минутында уҡ Макаров күпселекте оҫта файҙаланыуға
       өлгәште.
       Тәнәфескә тиклем Өфө егеттәре тағы ике тапҡыр сәпкә тейҙерҙе - Волков күпселекте файҙаланды, Кольцов тигеҙ составта шайба индерҙе. 3:1! Еңеүме Булмай торһон әле. "Лад а" тағы ла иҫәпте тигеҙләүгә иреште!
       Хәл иткес матчты рефери Рафаэль Ҡадиров хеҙмәтләндерҙе. Мин судья эшенең нескәлектәрен белмәйем, әммә 3:3 иҫәбенә тиклем Ҡадиров "Ладаға" йомшаҡ ҡараш һаҡлағандай тойолдо, хатта уйынсылырҙың ҡайһы бер хаталарын да күрмәмешкә һалышты. Ә бына икенсе һәм өсөнсө периодта Тольятти хоккейсылары күпселекте файҙаланып, иҫәпте тигеҙләгәс, хөрмәтле арбитр бер аҙ ҡаушай төштө булһа кәрәк. Ул хужа команданың ике - өс хатаһын күрмәмешкә һалышты, ә "Ладаны" б ер - ике тапҡыр ғына кисерҙе. Һөҙөмтәлә һуңғылары нисек кенә
       тырышһа ла еңә алманы. Ни өсөн матчҡа хужалар менән бер үк ҡаланан булған арбитрҙы ҡуйырға кәрәк булғандыр Ситтән тағы
       бер көслө һәм объектив белгес саҡырырға мөмкин булманымы икән
       Нисек кенә булмаһын, "Лада" һәм "Салауат Юлаев" яҡын көндәрҙә Тольятти ҡалаһында үтәсәк турнирҙа иң көслө команданы асыҡлай аласаҡ. Әлегә "автомобилистар" өсөнсө, "Химик" - икенсе, ә "Салауат Юлаев" - алда.
       Турнирҙың иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы тип "Ладанан" Василий Кошечкин танылды, иң яҡшы һаҡсы - шул уҡ команданан Алексей Емелин. Иң яҡшы һөжүм итеүсе призы Сергей Мозякинға ("Химик" ) эләкте, иң яҡшы бомбардир - Игорь Волков ("Салауат Юлаев") . Һөҙөмтә ябай - еңеү беҙҙеке, тик артыҡ шатланырға тура килмәй. Иң көслө форвардтар әҙерлек ваҡытын үткәрә, легионерҙарға лимит индереү янай. Әгәр Өфө белорустарын "варягтар" иҫәбенә индерһәләр һәм лимит булдырылһа
       ( уның буйынса составта өс сит ил кешеһе генә уйнауы мөмкин ), "Салауат Юлаевтың" етәкселегенә бер юлы бер нисә көслө уйынсынан баш тартырға тура киләсәк, бының команданы
       көсһөҙләндерәсәге билдәле.
       Һәм тағы ла өндәшмәй ҡалырға ярамаған тема тураһында. Турнирҙа күңелһеҙ ваҡиға ла урын алды. Ял көндәрендә Өфөгә Мәскәү "Спартагының" үҙ командаһы өсөн "көйөргә" килгән бер нисә фанаты көтмәгәндә ниндәйҙер хулигандар ( Силәбенән йәки
       уға яҡын урындан булыуҙары ихтимал) тарафынан һөжүмгә дусар
       була.
       Һөжүм итеүселәрҙең ғәҙәти фанаттарға бер ҡатнашлығы ла юҡ . Әйткәндәй, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре үҙ командаһына ҙур
       ярҙам күрһәткән Силәбе көйәрмәндәре был "башкиҫәрҙәр" менән таныш булмауын белдерҙе.
       "Спартак" фанаттары араһында ҡыҙ кеше лә була. Бәхеткә ҡаршы, уларҙың береһе лә артыҡ зыян күрмәгән.
       Ситтән килгән фанаттарҙы һаҡлауҙың берҙән - бер алымы булып урындағы көйәрмәндәрҙең ҡала ҡунаҡтары хаҡында хәстәрлек күреүе ҡала, күрәһең.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал