6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Мөғжизәләр лагеры "Шүлгәнташ"
04.08.06


       Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының WWF Урал проекты үҙенең "йәшел" дуҫтарын - бала саҡтан планетабыҙҙы һаҡларға ынтылыусы уҡыусыларҙы әүҙем хуплай һәм ярҙам итә. Беренсе сиратта уның хеҙмәткәрҙәренең йәш йөрәктәрҙә тәбиғәткә һөйөү
       уятыуын билдәләргә кәрәк, әммә улар маҡсатҡа өгөт - нәсихәт
       уҡыу юлы менән түгел, ә иң ябай һәм тәбиғи ысул - тәбиғәт менән осрашыуҙар ойоштороу юлы аша ирешә...
       Быйыл йәй WWF дуҫтары клубының экологик лагеры "Шүлгәнташ" ҡурсаулығында булып ҡайтты. Билдәле булыуынса, б ында Көньяҡ Урал тау итәктәрендәге тау - тайга экологик системалары һәм ҡырағай башҡорт бал ҡортоноң ерле популяцияһы һаҡлана. Бынан тыш, ҡурсаулыҡ сиктәрендә
       доньяла иң билдәлеләрҙән һаналған "Шүлгәнташ" ("Капова") карст мәмерйәһе урынлашҡан, ул палеолит осоронда төшөрөлгән һүрәттәре менән дан тота.
       Өфө һәм Сатканан килгән 30 активист ике аҙна дауамында
       "Шүлгәнташтың" бай тәбиғәт доньяһын өйрәнде, төрлө күҙәтеүҙәр алып барҙы, солоҡсолоҡ һәм бөрйән бал ҡорто хаҡындағы яңылыҡтар менән танышты. Уларҙың һәр береһе берҙән - бер хужа - тәбиғәт булған, Ағиҙел йылғаһы, наҙлы ел , үләндәге ысыҡ тамсылары һәм япраҡтар шыбырҙауы ҡала шау - шы уын алмаштырған донъяла йәшәне, тәбиғәттең матурлығын һәм нескәлеген тойҙо, уның һаҡлап ҡалыуҙа үҙенең шәхси яуаплылығын аңланы.
       - Биотөрлөлөк буйынса тикшереү эшенең мөһимлеген мин бында ғына аңланым. Уның өсөн рәхмәт! Беҙгә иһә йыл дауамында "лагерь туғанлығы" тойғоһон һаҡларға, лагерҙа башлаған эште көйгә һалырға һәм туҡтатмаҫҡа ҡала. Сөнки нәҡ
       беҙгә киләсәктә тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә тура киләсәк, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша Өфөнөң 52 - се мәктәбенең унынсы синыф уҡыусыһы Леонид Пенкин.
       Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды Урал проектының матбуғат
       секретары Фирҙәүес Әхмәтйәнова һөйләүенсә, лагерҙа һәр көндөң үҙ тәғәйенләнеше булған. "Панда көнөндә" балалар WWF
       программалары һәм йолалары менән таныша, "WWF хаҡында
       нимә беләһең" тип исемләнгән мауыҡтырғыс викторинала
       ҡатнаша, башватҡыстар, йомаҡтар сисә. "Асыштар көнөндә" "Мамонттар" һәм "Күбәләктәрҙең" татыу ғаиләләре ҡурсаулыҡтың ғилми бүлеге хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында "Йоҡоға талған мамонт" мәғәрәһендә була. "Һыу көнөндә" экологик десант һәм гидрологик объекттарҙа эш ойошторола.
       Ә бына "Бөрйән бал ҡорто көнө" йонсоулығы менән хәтерҙә
       ҡала - көн буйы көҙгө һалҡын ямғыр һибәләй. Уның ҡарауы ег ет һәм ҡыҙҙар янына ҡунаҡтар - республиканың киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе журналистар һәм райондың Мәҙәниәт йорто артистары килә! Кисен театрлаштырылған ижад кисәһе ойошторола - балалар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сценарий уйлап
       табырға, тәбиғәтте киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеген күрһәтергә тейеш була.
       Һәм был бурысты улар еренә еткереп атҡара. Командалар үҙенсәлекле программа әҙерләй, хатта бының өсөн ҡул аҫтында
       булған материалдан костюмдар ҙа тегеп өлгөрәләр. Балаларҙың
       энтузиазмы һәм фантазияһынан илһамланған ҡунаҡтар ҙа әбей,
       бабай, ейәнсәр, эт һәм сысҡан ҡатнашлығында мини - спектакл ь
       әҙерләп күрһәтә!
       Уҡыусылар өсөн шатланырға ғына ҡала: улар тулы ҡанлы һәм ҡыҙыҡлы тормош менән йәшәй. Дөрөҫ, ямғырҙар лагерь программаһына бер аҙ үҙгәреш индерә, әммә бынан ғына уның төрлөлөгө һәм мауыҡтырғыслығы зыян күрмәй.
       Ике аҙнаға һуҙылған физик һәм интеллектуаль тренинг, тәби ғәт ҡосағында өлкәндәр - лагерҙы ойоштороусылар, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән тыуҙырылған уңайлы психологик
       мөхит эҙһеҙ үтмәй. Киләсәктә ойоштороласаҡ экологик лагерҙа
       ҡатнашасаҡ дуҫтарға яҙылған хат юлдары ла ошоно дәлилләй:
       "Ҡайтҡы килмәй!", Бик күп йылы тәьҫораттар һәм яңы танышлыҡтар алып ҡайтам, дуҫтар менән айырылышыуы ҡыйын", "W WF ҡа рәхмәт!", "Йылы ҡаршы алғаны һәм бына тигән лагерь
       ойошторғаны өсөн Шүлгәнташҡа ҙур рәхмәт!"

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал