6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ҡала урамдарында - Аҡмулла һәм Шаляпин
04.08.06


       Өфөлә тиҙҙән шағир, гуманист һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла һәм билдәле бас Федор Шаляпинға һәйкәлдәр асыласаҡ. Аҡмулла һәйкәлен Башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендә - һуңыраҡ, бәлки, әҙәби уҡыуҙар өсөн файҙаланыласа ҡ майҙанда урынлаштырыу планлаштырыла. Проекттың авторы - Дамир Мәғәфүров, ә һәйкәлдең композицияһы менән скульптор Вл адимир Дворник шөғөлләнә.
       - Владимир Александрович Дворник тормошсан манерала ижад итә, әүәләү һәләтенә эйә, - тип һөйләй БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы сәнғәт бүлегенең баш белгесе, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ирина Оськина. - Аҡмулла һәйкәлен ә килгәндә, ул ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы булырға оҡшай. Һәм, беренсе сиратта, юғарыға күтәрелгән монументаль ҡоролма булыуы менән
       түгел, киреһенсә, тамашасыға яҡын булыуы менән йәлеп итә. Аҡмулла һәм уның эргәһендә ултырған ике баланың һыны быуындарҙың күсәгилешлеге идеяһын һәм мәғрифәтсенең мөмкин тиклем күберәк уҡырға, белемгә ынтылырға саҡырыусы
       һүҙҙәренең мәғәнәһен сағылдыра. Өҫтәүенә һәйкәл ярайһы уҡ түбән урынлашҡан, был уға университет янында даими рәүештә
       ҡайнаусы йәштәр араһында булырға мөмкинселек бирәсәк.
       Федор Иванович Шаляпин Өфөгә килеп опера театрында дебют концертын биргәндә, был театр эргәһендә уға һәйкәл асыуҙары хаҡында башына ла килтермәгәндер...
       Ғәҙәттә бөйөк рус йырсыһы Федор Иванович Шаляпинды мөһабәт, олпат, данға күмелгән кеше итеп һүрәтләйҙәр. Әммә скульптор Рөстәм Хәсәнов йырсыны икенсе төрлө - бер аҙ
       ҡаушап ҡалған, әммә өмөттәргә бай, "кеше булыу" теләге менә н яныусы йәш егет тип күҙ алдына килтерә.
       Скульптура Ленин урамында, Башҡорт дәүләт опера һәм балет
       театры ҡаршыһында ҡуйыласаҡ. Элек театр афишалары эленгән урында бөгөн эш ҡыҙа. Бында Шаляпинға арналған комплекс төҙөлә, унда һәйкәл дә үҙ урынын аласаҡ. Төҙөүселәр эште Республика көнөнә тамамларға ниәтләй.
       Скульптура үҙе әҙер. Ул ысынлап та уникаль - Рөстәм Хәсә нов был эш өҫтөндә ( ул шулай уҡ авторҙың дебют эше лә булып
       тора) йыл ярым буйына балсыҡтан макет әүәләүҙән башлап мәрмәрҙән скульптура яһауға тиклем барыһын да үҙ ҡулдары
       менән башҡарған.
       Һәйкәл моделенең фотографияһы килешеү өсөн башта йырсының ҡыҙы Марина Федоровнаға ебәрелә. Ул күргәне менән ҡ әнәғәт ҡала, тик ботинкалары йәһәтенән ҙур булмаған иҫкәрмә яһай, нимә - нимә, ә уның атаһының ботинкалары һәр ваҡыт мод а буйынса була. буйынса кейә, ти ул.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал