6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Торлаҡҡа мохтажлыҡ кәмемәй
04.08.06


       - Башҡортостанда торлаҡ бик йылдам төҙөлә, әммә быға
       ҡарамаҫтан, төҙөлөшкә мохтажлыҡты беҙҙең балаларыбыҙ ҙа
       кисерәсәк әле. Ейәндәребеҙ үҙаллы йәшәй башлағас ҡына торлаҡҡа бәйле хәл, бәлки, тотороҡланыр, - тине "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Ринат Сәғитов.
       - Бөгөн төҙөүселәр элиталы йорттар менән "мауығыуҙан" туҡт ап, социаль нормаларға әйләнеп ҡайтты. Әлеге ваҡытта майҙаны
       40 - 45 квадрат метр тәшкил иткән бер бүлмәле, ике бүлмәле (50 - 55), өс бүлмәле (80 - 100) фатирҙар төҙөлә һәм һорау менән файҙалана.
       Республикала "Рәсәй граждандарына - һәр кем ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проекты тормошҡа
       ашырыла. Бөгөнгө дәүләт төҙөлөш сәйәсәтендә дүрт төп йүнәлеш ҡарала: торлаҡ алыуға ипотека кредитын арттырыу, торлаҡты һәр кем ала алырлыҡ итеү, торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу һәм коммуналь инфраструктураны модернизациялау,
       инвалидтарҙы, хәрбиҙәрҙе, Төньяҡтан күсеп килеүселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт йөкләмәләрен үтәү.
       Бөгөн республикала торлаҡтың бер квадрат метрына уртаса хаҡ ярайһы уҡ юғары. Башҡортостандың ике ҡалаһы Өфө һәм Стәрлетамаҡ буйынса уртаса хаҡты алғанда, беренсел баҙарҙа ул уртаса 28 649 һум тәшкил итә. Күрше төбәктәр - Татарстан Республикаһы, Түбәнге Новгород, Һамар, Ырымбур, Силәбе, Свердлов өлкәләре менән сағыштырғанда, беҙ хаҡтар буйынса
       икенсе урында. Яңы төҙөлгән торлаҡтарҙа бер квадрат метрҙың
       хаҡы Свердлов өлкәһендә генә юғарыраҡ - 28 886 һум. Икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар беҙҙең республикала иң юғарыһы - "квадраты" 35 434 һумдан артығыраҡ. Элиталы йорттарҙа бер квадрат метрҙың хаҡы - 39 мең тирәһе. Үткән йыл эсендә Башҡортостанда беренсел баҙарҙа хаҡтар 44 процентҡа, икенсел
       баҙарҙа - 63 процентҡа артты.
       Сәғитов торлаҡтың төҙөлөш хаҡы нимәнән барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләне. Йортто күтәреүгә сығымдар 56 процент тирәһе
       тәшкил итә. Төҙөлөш урынын әҙерләү һәм муниципалитет өсөн торлаҡ бүлеүгә 7,5 - әр процент тотонола. Ҡалғаны төҙөлөш хәүефен страховкалау, ҡорамалдар, төҙөкләндереү һәм башҡаларға китә.
       Торлаҡтың баҙар хаҡына килгәндә, үҙҡиммәте 48 - 49 процен т тәшкил итә. Ун проценты - инвестор - төҙөүсенең табышы, биш проценты - подрядсы ойошмалар килеме, дүрт проценты - муниципалитет өсөн торлаҡ. Иң күп төшөмдө төҙөлөштөң тәүге этабында аҡса индереүсе һәм төҙөлөүсе йорттарҙың барыһын да тип әйтерлек беренсе этапта һатып алыусы аралашсылар ( риэлторҙар) ала - 32, 5 процент.
       Торлаҡ хаҡы туранан - тура төҙөлөш материалдарына бәйле. Ә төҙөлөш материалдарына хаҡ йылдам үҫешә. Үткән йылда цементҡа хаҡтар артты, быйыл металл хаҡы 50 процентҡа
       күтәрелде. Әммә өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай, ти Сәғитов.
       Республикала кәрәкле төҙөлөш материалдарының барыһы ла тип әйтерлек етештерелә. "Сода" асыҡ акционерҙар йәмғиәте йыл
       һайын миллион тонна цемент әҙерләй. Киләһе йылда "Сода" ҡоро ысул менән цемент етештереүгә тотонорға ниәтләй. Был төҙөүселәрҙең ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә тейеш.
       Яҡын арала республикала төҙөлөш материалдары комбинаты, тимер бетон, керамик плиткалар етештереү заводтары төҙөү планлаштырыла, Өфө районында кирбес заводы проектлана. Дөрөҫ, Башҡортостандың үҙендә металл юҡ кимәлендә. Белорет м еталлургия заводында әлеге ваҡытта власть алмашына. Унда етештерелгәне төҙөлөш өсөн етмәй. Өҫтәүенә Рәсәй металының к үп өлөшө сит илгә сығарыла. Әммә был процесты көйләргә
       мөмкин.
       Республика төҙөлөштәрендә эшләүсе сит ил кешеләре байтаҡ. Өфөлә ике "хрущевканы" реконструкциялау менән чехтар шөғөлләнә. Улар йорттарҙа селтәрҙәрҙе алмаштыра, стеналарҙы йылыта, өҫтәмә ҡаттар төҙөй. Башҡорт төҙөүселәре лә уларҙың тәжрибәһен өйрәнә. Күп кенә объекттарҙа төрөктәр, әрмәндәр, тажиктар эшләй.
       Өфө биҫтәләре ҙурайғандан ҙурая. "Южный" биҫтәһендә 200
       мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Шулай уҡ "Южный - 2", "Колгуевский", "Йөрүҙән" биҫтәләре лә бәләкәйҙән булмаясаҡ. Димдә һәм Затонда торлаҡ йорттар төҙөлә, киләсәктә был ике биҫтәне берләштереү планлаштырыла. Өфө эргәһендә ҙур шәхси т орлаҡ төҙөү ниәте лә бар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал