6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Беҙҙең хоккейсылар шатландырмай
03.08.06


       Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогының икенсе көнө үтте. Һәр өс матч та ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ ине. Воробьевтың "Химигы" был хөрмәтле һәм танылған тренерҙың элекке командаһы "Лада" менән нисек уйнар "Трактор" клубы Силәбе клубы өсөн сиселмәҫлек йомаҡ булырмы - юҡмы..
       Матчтарҙа күп һорауҙарҙы ҡапҡа һаҡсылары, дөрөҫөрәге, был урынды кемгә ышанып тапшырыуҙы билдәләүсе тренерҙар хәл итеүе асыҡланды.
       Петр Воробьевтың "Химик" клубында ике шәп голкипер - Колесник һәм Барулин бар. Уларҙы алмаштырыу уйынды боҙмай. Ә
       бына "Лада" тренеры Емелин ундай байлығы менән маҡтана алмай. Тольятти клубының баш тренеры матч алдынан голкипер
       һайларға тейеш ине - көслө ҡапҡасы Василий Кошечкинмы әллә
       ҡапҡаны йәш уйынсы Алексей Беловҡа ышанып тапшырырғамы Еме лин икенсеһен һайланы һәм отолдо.
       Командалар ярайһы уҡ оҙайлы ваҡыт тигеҙ булмаған составта
       уйнаны. Тольятти егеттәренә фанаттары ҙур ярҙам күрһәтте - һөҙөмтәлә хоккейсылар боҙҙа үҙҙәрен өйҙәге кеүек тойҙо. "Ладалар" "Химик" голкиперы Барулинды йыш ҡына борсоно, әммә уларҙың шайбаны сифатлы ырғытыу йәһәтенән проблемаһы бу лыуы һиҙелде, хәйләкәр пастар ҙа аҙ ырғытылды.
       Беренсе период 0:0 иҫәбе менән тамамланды. Беловтың ҡапҡаһына икенсе өлөштә генә шайба индереүгә өлгәштеләр. Күпселектә Семенов үҙен күрһәтә алды. Киләһе гол бер аҙ аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы. Өсәүләп биш кешегә ҡаршы тороусы "ладалар" үҙҙәрен аямайынса шайба аҫтында ташланды. Башта шайба уларҙың береһен, унан икенсеһен сафтан сығарҙы. Арбитр уйынды туҡтатманы - бындай ситуацияларҙа ул үҙаллы
       ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы. Һөҙөмтәлә "химиктар" бишәүләп барыбер үҙ маҡсатына иреште. Быков үҙен күрһәтә алды. Был гол "Ладаның" һөжүм итеү сәмен туҡтатманы, әммә Мытищи егеттәренә үҙҙәренең еңеү эшен тыныс ҡына тамамларға мөмкинселек бирҙе. Шунда уҡ тип әйтерлек тигеҙ составта Белкин Беловтың ҡапҡаһына шайба индерҙе, 3:0.
       Матчтың һуңғы өлөшөндә "Химикта" өс кеше ҡалды. Емелин Беловты алтынсы уйынсыға алмаштырҙы, әммә "ладалар" эш ҡыра алманы. Ул ғына ла түгел, Сергей Севостьянов шайбаны Гуськовтан тартып алды һәм буш ҡапҡаға йүнәлтте, иҫәп - 4:0.
       Силәбеләргә килгәндә, "Салауат Юлаев" уйынсыларын еңгәндән
       һуң, "Тракторҙың" тренеры Геннадий Цыгуров уның өсөн һәр матч плей - офф дауамы кеүек тип белдергәйне. Был серия Өфө коллективына ҡаршы матч менән тамамланды, күрәһең. Силәбе
       егеттәренең "Магниткаға" ҡаршы уйыны артыҡ тәьҫораттар
       ҡалдырманы. Үткән матч менән сағыштырғанда, составта
       үҙгәрештәр һиҙелде. Иң мөһиме - быға тиклем "бишкә" уйнаған  Георгий Гелашвили ( 1983 йылғы) урынына ҡапҡаға Сергей Мыльников ( 1982 йылғы) торҙо, әммә ул коллегаһының "батырлығын" ҡабатлай алманы, иҫәп - 5:3.
       Өфөлөләр беҙҙе тағы ла шатландыра алманы. "Спартактан" еңелгәндән һуң Сергей Михалев хата ебәреүсе Яханов менән Цулыгинды, шулай уҡ Затонскийҙы составтан сығарған. Йәштәргә
       уйын ваҡыты эләкмәне - Зюзин һәм Александр Логинов форма кейһә лә мин уларҙы боҙ өҫтөндә күрмәнем. Жмаев һәм Тихомировтың еҫе лә сыҡмай, ә Зачупейко һәм Доронин кубок
       ваҡытына фарм - клуб менән Павловка һыу һыҡлағысына
       күнекмәләр үтергә киткән. Сәйер. Сергей Михайлович шәхсән миңә (тимәк, бөтә уҡыусыларға ла) егеттәргә уйнау
       мөмкинселеге бирергә вәғәҙә иткәйне. Был турнирҙар шуның өсөн үткәрелә түгелме ни Күрәһең, тәжрибәле тренер һөҙөмтә күрһәтеп, тамашасыларҙы матур еңеү менән шатландырырға уйлағандыр ҙа... Килеп сыҡманы. 2:2.
       Сергей Михалев, "Салауат Юлаев":
       - Әлеге ваҡытта эш бара. Уйын кондицияһы яҡшынан түгел. Сентябрҙә кемдең нимәгә өлгәшеүен күрербеҙ.
       Валерий Брагин, "Спартак":
       - Былай уйын тигеҙ булды. Беҙҙә алға китеш һиҙелеүенә
       шатмын.
       "Салауат Юлаев" киләһе матчын "Химикка" ҡаршы үткәрәсәк.
       Был осрашыу һөҙөмтәһен күҙаллауы ҡыйын. Әммә уйындың
       еңелдән булмаясағы барыһына ла аңлашыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал