6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Фотоларҙа донъя тарихы
03.08.06


       Ошо көндәрҙә Ҡунаҡтар һарайында Марат Герасимовтың фото э штәре күргәҙмәһе асылды. 1940 - сы йылдарҙа төшөрөлгән аҡлы - ҡаралы һүрәттәр авторҙың бөгөнгө табыштары менән аралаша. Тәүгеләре һуғыш, билдәле шәхестәрҙең тормошо, ябай эшсе синыфы, икенселәре - тәбиғәт, ҡатын - ҡыҙҙар хаҡында һөйләй. ..
       Марат Герасимовтың аҡлы - ҡаралы фотографиялары буйынса
       тарихты "уҡырға" мөмкин. Был авторҙың ун фотоһы дәреслектең
       йөҙ битенә ҡарағанда күберәк һөйләй. Ул ғына түгел, күргәҙм әлә эксклюзив һүрәттәр ҙә бар, мәҫәлән, Дим тимер юлсыларыны ң фронтҡа бүләге - "Башҡортостан" бронепоезы, йәки 25 - се б оинг осошҡа әҙерләнә...
       Бында Советтар Союзы Геройҙары - күренекле шәхестәр Шәриф С өләймәнов, Талип Нурҡаев һәм бөгөнгө йәштәргә аҙ билдәле Социалистик Хеҙмәт Геройҙары - Татарстандың быраулау оҫтаһы Гринь һәм Башҡортостандан Михайлов, "Йылайыр" совхозы комбайнеры Риза Яхин, "Урал" совхозы һауынсыһы Эльвира Гулинаның ҡояшлы йылмауы... Был фотографияларға ҡарайһың
       һәм ундағы кешеләр өсөн "яҡты киләсәк" төҙөү идеяһы һәм уларҙың фотоһы республиканың төп гәзите биттәрен биҙәйәсәге ни тиклем мөһим булыуын аңлайһың. Матбуғатта фото сығыу ул
       заман кешеләре өсөн үҙе бер ҙур ваҡиға булған.
       Ә фотограф иһә дәрәжәле һәм хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Бөгөн уның арсеналында күп төрлө ҡулайламалар булыуына ҡарамаҫтан, фотографтың оҫталығы шулай уҡ талант һәм иң яҡшы кадрҙы таба белеү оҫталығы менән билдәләнә. Марат
       Герасимов иҫке өлгөлө фотоаппарат менән эшләй, әммә иң яҡшылар исеменә дәғүә итеүселәр исемендә ул беренсе урында т ора. Бының төп сәбәбе - шул уҡ "иҫке" һүрәттәрҙәлер, моғайын . Улар араһында 1956 йылда Өфөгә килгән "СССР ҙың беренсе торбаһы" - Эдди Рознер һәм уның оркестрын, балет йондоҙҙары Юрий Ушанов һәм Элеонора Ҡыуатова, уларҙың педагогы - СССР -
       ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Насретдинова, РСФСР - ҙың атҡаҙанған артистары Майя Таһирова, Илдус Хәбиров, спидвей буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаусы Ғабдрахман Ҡадиров, Мөслим Магомаевты күрергә мөмкин... Шәхси фото төшөрөү мәктәбенә нигеҙ һалыусы Кортье Брессондың һүрәте айырым иғтибарға лайыҡ. Уны Марат Герасимов үҙенең остазы тип атай. Һәм быға ғәжәпләнергә тура
       килмәй: Брессон бөтә донъя фоторепортерҙарының кумиры. Ул бары тик үҙе күргәнде төшөрөүе менән билдәле. Уның принцибы - фажиғә икән - фажиғә, шатлыҡ икән - шатлыҡ.
       Беҙҙең герой, һис шикһеҙ, үҙенең уҡытыусыһынан күп нимәгә өйрәнгән. Фотоға төшөрөү менән бала саҡтан мауыға башлаған. Тәүге етди эштәрен һуғышта эшләй. Унда ул йәш кенә көйөнсә эләгә. Һуғыштан һуң да хеҙмәт итеүен ташламай, хәрби дуҫтары н һәм уларҙың батырлыҡтарын ғына түгел, зәңгәр күк йөҙөн, ял ан сәскәләрен, ағастарҙы ла мәңгеләштерә...
       50 - се йылдар аҙағынан башлап Марат Герасимов - "Советск ая Башкирия" гәзитендә фоторепортер булып эшләй. Унда 25 йыл эшләү дәүере фантазия һәм оҫталыҡ үҫеше, фотожурналистика мэтрының абруйы һәм танылыу табыу ваҡытына әйләнә.
       Әйткәндәй, уның фотографиялары туған баҫмаһын ғына түгел,
       үҙәк гәзиттәрҙе, "Огонек" журналын да биҙәй, ТАСС һәм башҡа
       киң мәғлүмәт сараларында баҫыла.
       Һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән фотолары шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Уларҙа тормош үҙе йылға булып аға, сағыу төҫтәр булып
       балҡый. Һәм автор үҙе йәш булмауына ҡарамаҫтан - уға 80 йәш
       - өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Ул һаман да яңы
       кадрҙар эҙләү менән мәшғүл...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал