6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡортостанда почта хеҙмәте барлыҡҡа килеүе хаҡында
03.08.06


       Башҡортостанда почта хеҙмәте ҡасан барлыҡҡа килгән. Был темаға "Башҡортостан" энциклопедияһында бик аҙ мәғлүмәт бирелгән: "Өфө өйәҙендә даими почта хеҙмәтләндереүе 1735 йылда булдырылған". Шуға күрә беҙ филателист - крайҙы өйрәнеүсе Рувим Эпштейндың үҙ ваҡытында "Геолог Башкирии" гә зитендә баҫылған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
       "Өфөгә нигеҙ һалынғандан алып, 1574 йылда хөкүмәт хаттары өсөн тәғәйенләнгән почта булдырыла. Был почта буйынса шәхси хат ебәреүселәргә штраф һалыу янай. Хөкүмәт хаттарын ебәреү һәм алыуға Ҡаҙна йорто (Казенная изба) етәкселек итә. Дәүләт
       учреждениеларының реформаһынан һуң был функцияны
       башҡарыу штатс - контораға йөкмәтелә. Хаттар курьерҙар аша
       оҙатыла, был ролде стрелецтар, подъячийҙар, тупсылар, һуңынан штатс - конторала тороусы офицерҙар башҡара.
       Башҡортостанда "һәр кем үҙе теләгән урынына хат һала алырлыҡ" почта хеҙмәте Өфөгә Ырымбурҙан Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтарын картографиялау, тикшереү, өйрәнеү һәм һүрәтләү үткәрергә тейешле экспедиция килеүенә бәйле. Был ваҡиға беҙҙең крайҙың сауҙа - сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҫеше өсө н бик ҙур әһәмиәткә эйә була.
       Ырымбур экспедицияһын Сенаттың обер - секретары, Михаил Васильевич Ломоносовтың замандашы, Петр Беренсенең күрһәтмәләрен теүәл үтәүсе Иван Кириллович Кирилов ойоштора. 1734 йылда Кирилов "1734 йылдың 1 майында юғары ре золюция менән раҫланған" проектын Сенатҡа тәҡдим итә.
       Юғары резолюция "Өҫтә әйтелгән эштәрҙе башҡарыу өсөн обер -
       секретарь Иван Кириловты билдәләргә, уның менән бергә мырҙа Алексей Тевкелев та бара, уларҙы тиҙ арала оҙатырға һә м тулы инструкция бирергә" тип билдәләй.
       Инструкция 41 бүлектән тора. Һуңғыһында "... башҡарылған эштәр хаҡында рапорт бирергә, бының өсөн Өфө йәки уға яҡын
       башҡа урын аша почта хеҙмәте булдырырға" ҡушыла. Инструкция һәм башҡа акттарҙы алғандан һуң, 15 июндә Кирилов
       менән Тевкелев юлға сыға.
       Өфөгә Кирилов 1734 йылдың 10 ноябрендә килә. Өфө ул ваҡытта Ҡазан губернаһы составында Өфө провинцияһының административ үҙәге һәм крайҙың иҡтисади үҙәге була. Уның биләгән географик урыны буйынса Себерҙән Рәсәйгә иң ҡыҫҡа
       юл Өфө аша үтә, ул сауҙәгәрҙәрҙәр һәм илдең үҙәк райондары,
       шулай уҡ уның көньяҡ - көнсығыш сиктәре ( ҡалмыҡ һәм ҡаҙаҡ далалары) араһында иҡтисади бәйләнеште билдәләй. Бынан тыш Б ашҡортостандың төрлө урындарынан килтерелгән ҡиммәтле тире һәм бал, дәүләттең Миәс ятҡылыҡтарында табылған алтын өсөн күсеү пункты булып та хеҙмәт итә. "Рапорттар тиҙ арала Петербургҡа барып етһен өсөн" Кириловҡа
       тиҙ арала почта урынын билдәләргә кәрәк була. Сенатҡа
       Кирилов почтаны Өфөлә булдырыуҙың отошлолоғо хаҡында хәбәр итә, "сөнки ул Ҡазан аша Мәскәүгә иң ҡыҫҡа генераль
       юлда урынлашҡан. Әлеге ваҡытта уҡ Башҡортостанда алтын табыла, баҡыр иретелә, ә башҡорттар баҡыр һәм тимер ятҡылыҡтарының ҡайҙа урынлашыуын белә. Соль - Илецкиҙан тоҙҙо Өфө аша Ағиҙел, Кама һәм Волга йылғалары буйлап Түбәнге Новгородҡа ташырға мөмкин. Башҡорт аттары ла бик күп , улар бейек булмаһа ла дөйә кеүек көслө һәм сыҙамлы, уларҙы
       Өфө аша армияны комплектлауға оҙатырға мөмкин".
       Кириловтың дәлилдәре ҡабул ителә. 1735 йылдың 20 апрелендә
       Сенат указы менән "Кириловтың экспедицияһы һәм башҡа ихтыяждар өсөн" почта булдырыла.
       Боронғо ваҡытта юлдарҙа ял итеү һәм аттарҙы алмаштырыу урыны булдырыу почта өсөн мотлаҡ шарт булып тора. Рәсәйҙә әле феодаль тарҡаулыҡ осоронда уҡ улар - "ямдар" - 30 - 40 саҡрым һайын булдырыла. Был пункттарҙы тирә - яҡта йәшәүсе
       халыҡ билдәле һанда аттар, арба - саналар, мал аҙығы менән тәьмин итергә тейеш була".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал