6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"90 йәшлектәр" утыҙҙан уҙғандарҙың кәрәген бирҙе..
03.08.06


       Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогы - миҙгел
       алдынан өйҙә үткән ярыштар араһында иң абруйлылар иҫәбендә тора. Быйыл унда суперлиганың алты клубы сығыш яһай -
       "Металлург" (Магнитогорск), "Лада" (Тольятти), "Химик" (Мәс кәү өлкәһе), "Трактор" (Силәбе), "Спартак" (Мәскәү) һәм үҙеб еҙҙең "Салауат Юлаев".
       Дөйөм алғанда, биш сағыу команда беҙҙә ҡунаҡта, һәр
       ҡайһыһының - үҙ тарихы, үҙ бурыстары. Көйәрмәндәргә лә эш
       күп буласаҡ: көнөнә өс уйын планлаштырыла!
       Иң отҡандары - "Лада" фанаттары булды. Уларҙы Тольятти клубы үҙе менән алып килгән. "Лада" фанаттарын "Химик" һәм "Спартактың" матчында күргәс, уларҙың "Лада - Мытищи" йәки "Воробьев - кире ҡайт" тип ҡысҡырыуҙарын көткәйнем. Юҡ, барыһы ла әҙәпле, бер ниндәй ҙә ирония яңғырамай: "Химик! Химик!"
       Көйәрмәндәрҙең ярҙамы тейҙе, "Ладаның" элекке тренеры Петр Воробьевтың командаһы ышаныслы еңеү яуланы.
       Икенсе матч - Емелиндың "Ладаһы" һәм Кингтың "Магниткаһы" . Магнитогорск ҡалаһынан килгән йәш коллективты, ҡапҡала тороусы Проскуряков менән бергә йолҡҡосларҙар кеүек тойола ине. 40 фанаттың хуплау тауыштарынан дәртләнгән "ладалар" осоп йөрөп уйнаны. Әммә "металургтар" ҙа бирешергә теләмәне.
       Улар иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалмай, еңергә лә уйҙары бар ине , әммә һөҙөмтәлә - 1:1.
       "Салауат Юлаев" - "Трактор". Силәбе командаһының составы хайран ҡалдыра. Командала ике "90 йәшлек", йәғни 1990 йылда тыуған һаҡсы уйнай! Өфөлә ундайҙарҙы хатта фарм - клубҡа ла
       алмайҙар - беренсе контрактҡа ҡул ҡуйырға иртәрәк. Ә бына беҙҙең 30 - ҙан үткән оҫталарыбыҙ уларҙан еңелде!.. Осрашыу һөҙөмтәһе - 1:2. Ҡунаҡтарҙың голкиперы Георгий Гелашвили бер
       шайба ғына үткәрҙе. Тарасовтың ҡапҡаһына үҙ һаҡсыларыбыҙҙың
       тупаҫ хатаһы арҡаһында ике шайба индерелде. Йәғни, өйҙәге турнирҙы "юлаевсылар" еңелеүҙән башланы. Хәйер, был бер яҡтан яҡшы. Яуызыраҡ булырҙар...
       Командаларҙың баш тренерҙары уйынға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
       Сергей Михалев, "Салауат Юлаев":
       - Трактор менән уйнауы ҡатмарлы буласағын белә инек. Был команда Паюлахти кубогында үҙен яҡшы күрһәтте. Бөгөн беҙ беренсе һәм икенсе периодта, өҫтөнлөк беҙҙең яҡта булғанда,
       шайба индерә алманыҡ. Тарасовҡа ҡарата дәғүәм юҡ. Әммә
       киләһе матчҡа Мезин сығасаҡ - сиратлап уйнаясаҡбыҙ. Йәштәрг ә лә мөмкинселек бирергә кәрәк.
       Геннадий Цыгуров, "Трактор":
       - Беҙҙең һәр бер матч плей - офф кеүек. Һеҙ беҙҙең состав ҡа, уйынсыларҙың тыуған йылдарына ҡарағыҙ һәм барыһын да
       аңларһығыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал