6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Капиталь ремонт. Икенсе дубль
03.08.06


       Өфөлә йәше 20 йылдан үткән йорттар 80 процент тәшкил итә. Уларҙың күпселеге капиталь ремонтҡа, йәғни һыу менән тәьмин итеү системаһын һәм түбәне генә түгел, электр үткәргесте, электр ҡорамалдарын, үҙәк йылытыу системаһын һәм лифттарҙы а лмаштырыуҙы ла күҙ уңында тотҡан ремонтҡа хоҡуҡлы.
       80 фатирлы биш ҡатлы йортта өҫтә әйтелгән барлыҡ система
       һәм элементтарға комплекслы капиталь ремонт үткәреү хаҡы 3, 8 миллион һумдан ашыу суммаға барып баҫа. Йәғни, уртаса алғанда, һәр фатир 47 мең һум тирәһе аҡса түләргә тейеш. Ә инде 72 фатирлы туғыҙ ҡатлы йорт өсөн ремонт 4,8 миллион һумға төшә, йәғни һәр фатир хужаһы 67 мең һумын сығарып һалырға тейеш буласаҡ.
       Был мөһим маҡсатҡа ошондай күләмдә аҡса түләргә әҙер булған
       йортто табыуы мөмкинме һуң Элегерәк, торлаҡ хужалары капиталь ремонтҡа ай һайын билдәле сумма түләп бара ине. Ҡайһы бер урында хатта үҙгәртеп ҡороуға тиклем был ремонтты башҡарып сығыуға ла өлгәштеләр. Әммә ундай бәхетле йорттар күп түгел. Башҡаларының иһә йыйылған аҡсаһы юҡҡа сыҡты, ремонт эшләнмәне. Һәм бындай йорттарҙа инде 30 - 40 йыл дауамында эштән сыҡҡан канализация менән файҙаланырға, һыу ү ткәреүсе түбә аҫтында йәшәргә мәжбүрҙәр, тотоноу ваҡыты күптән үткән электр үткәргес, үҙәк йылытыу батареялары, алмаштырыуҙы талап иткән лифттар тураһында әйтеп тә торорға түгел.
       Әлеге көндә торлаҡ фондына капиталь ремонт үткәреү өсөн тағы бер тапҡыр аҡса йыйыу планлаштырыла. 2006 йылдың 1 ғинуарынан башлап, РФ Торлаҡ кодексының 39 - сы һәм 158 - се
       статьяларына ярашлы, хосусилаштырылған, кооператив һәм шәхси фатирҙарҙан тағы ла айлыҡ түләү йыйыла. БР Өфө ҡалаһы ҡала округы советы тарафынан был сумма фатирҙың дөйөм майҙанының бер квадрат метрына айына 2 һум 15 тин ҡуйылған. Хосусилаштырылмаған фатирҙарҙы ремонтлауға аҡса ҡала бюджетынан бүленә. Был финанслау дөйөм майҙандың бер квадрат метрына өс һум 50 тин иҫәбенән башҡарыла.
       Торлаҡсылар эшмәкәрлегендәге яңылыҡ берләштерелгән капиталь ремонт фонды булдырыуҙан ғибәрәт. Өфө ҡала советы у лтырышы ҡарары менән "Өфөлә торлаҡ хужалығы объекттарын капиталь ремонтлауҙы ойоштороу тәртибе тураһында" положение раҫланды. Торлаҡ һәм торлаҡ булмаған бина хужаларына капиталь ремонттың бюджет һәм шәхси средстволарын берләштерергә тәҡдим ителә. Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығы муниципаль унитар предприятиеһы 2006 йылда капиталь ремонт үткәреүгә мохтаж йорттар исемлеге һәм 2007 - 2027 йылдарға ремонт планын төҙөгән дә инде. Планда
       йорттарҙағы ҡорамалдарҙың техник хәле һәм микрорайон Советтарының тәҡдимдәре иҫәпкә алынған.
       Йәғни, ябайыраҡ итеп әйткәндә, займ системаһын индереү тәҡдим ителә. Бөгөн барыбыҙ бергә билдәләнгән йорттарҙы ремонтлауға аҡса йыябыҙ, киләһе йыл - икенселәренә. Был системаның дөрөҫлөгө хаҡында бәхәсләшергә мөмкин, һәм мәсьәлә һәр йортта йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышында хәл ителергә тейеш.
       2006 йылда Өфөнөң Калинин районында 70 йорт, Орджоникидзе һәм Октябрь райондарында - 80 - дән ашыу, Совет районында - 60 - тан ашыу, Киров районында - 50 тирәһе, Ленин районында - 15, Дим районында - 24 йортҡа ремонт үткәреү планлаштырыла .
       Капиталь ремонт алдынан йортта йәшәүселәрҙең йыйылышы үткәрелергә тейеш. Уларға башҡарылысаҡ эш күләме һәм уның хаҡы тураһында хәбәр ителә, ремонтты эшләйәсәк ойошма
       раҫлана. Мотлаҡ рәүештә подрядсының фамилияһы, вазифаһы, яуаплы кешенең телефоны, ремонт эштәренең башланыу һәм тамамланыу ваҡытын күрһәтеүсе таҡта эленергә тейеш. Башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеүҙә йорт вәкиле ҡатнашыуы
       мотлаҡ.
       Өфө ҡала советының тәҡдимдәрен ҡабул итмәгән йорттар буйынса айырым ҡарар сығарыла. Улар ремонттың дөйөм планына индерелмәй, был йорттарҙа йәшәүселәр кәрәкле ҡорамалдарҙы алмаштырыуға аҡсаны үҙаллы йыясаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал