6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Михаил Михайловтың мауығыуы
02.08.06


       1865 йылдың 2 авгусында Себерҙә рус шағиры, тәржемәсе, күренекле революционер - демократ Михаил Ларионович
       Михайлов (1829 йылдың 3 ғинуарында тыуған) вафат була.
       Михайловтың үлеме тураһында хәбәр Герцендың "Колоколында"
       ҡыҫҡа, әммә яңғырауыҡлы исем аҫтында баҫыла: "Үлтерҙеләр". "Рус хөкүмәте үҙ палачтарына тәрән нәфрәт тойғоһо кисергән яфа сигеүсененән ҡотолор өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне", - тип яҙа Герцен.
       Революцион демократтар - Добролюбов, Чернышевский, Шелгунов кеүек революцион демократтарҙың яҡын көрәштәше булған Михаил Михайловтың тормошо һәм ижады тәү ҡарашҡа яҡшы өйрәнелгән һымаҡ. Әммә бик үк яҡшы түгел шул. Михайлов тураһында биографик белешмәләре булған ниндәй тарихи йәки әҙ әби энциклопедияны асып ҡарамағыҙ, уларҙа шағир хаҡында
       Ырымбурҙа тыуған тип әйтелә. Әммә БР Үҙәк дәүләт тарихи архив хеҙмәткәрҙәре Михайловтың Өфөлә тыуыуын һәм Өфөнөң Спа сск сиркәүендә суҡындырылыуын асыҡлай. Уның атаһы крепостной крәҫтиәндәрҙән сыҡҡан чиновник булыуы билдәле.
       Йәғни, Өфө архивсылары Рәсәй күләмендәге асыш яһай.
       "Беҙ, өфөлөләр, үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ алдында бурыслы, тип әйтергә кәрәк, - ти крайҙы өйрәнеүсе Николай Барсов. - Уның тормошо һәм эшмәкәрлегенең Өфө менән бәйле өлөшө әлегә өйрәнелеп етмәгән".
       Николай Николаевич, беренсе сиратта, Михаил Михайловтың башҡорт төбәгенең этнографияһын, фольклорын өйрәнеүгә индергән өлөшөн күҙ уңында тота. Ә был шағирҙың иң яратҡан
       мауығыуҙарының береһе, заманса әйткәндә, хобби була.
       Ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһында рус яҙыусылары,
       ғалимдарҙың Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуы көсәйә. Был крайҙы әҙәби - фольклор, тарихи - этнографик өйрәнеү осоро була.
       1856 йылда Диңгеҙ министрлығы Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрен тикшереү өсөн әҙәби - этнографик экспедиция төҙөй . Михайловҡа үҙе өсөн бала саҡтан таныш булған, составына Башҡортостан да ингән Ырымбур крайын өйрәнеү ышанып тапшырыла.
       Шағир өсөн был эш хобби булыуҙан тыш йәшәү өсөн аҡса табыу алымы ла булып тора. Ул "Диңгеҙ йыйынтығы" өсөн Рәсәйҙең халҡы диңгеҙселек һәм балыҡсылыҡ, йылға һәм күлдәрҙә судоходство менән шөғөлләнеүсе төбәктәре тураһында аныҡ, ентекле мәғлүмәттәр йыйыу өсөн командировкаға оҙатыла,
       ... ул автор өсөн бик отошло шарттарҙа ойошторола..."
       Башҡортостанды тикшереүҙе Михайлов Өфөнән башлай, бында ул
       ике ҡышын үткәрә. 1856 йылдың 5 апрелендә ул дуҫы Яков Полонскийға былай тип яҙа: "Хәҙер мин Өфөлә һәм яҙға тиклем
       бында буласаҡмын. Унан һуң Ағиҙел, Урал буйлап китәсәкмен.
       Артабан Ҡырғыҙ далаһына һәм Аҡ мәсеткә юл тоторға теләйем".
       Экспедиция ваҡытында Михаил Ларионович күп материал йыя, Башҡортостанды урап сыға, Ырымбур, Гурьев, Уральск һәм уның тирә - яҡтарында була. 1857 йылдың 22 ғинуарында Михайлов "Башҡортостан очерктары"
       менән Диңгеҙселек министрлығына үҙ эшенең йомғаҡтары
       хаҡында хәбәр итә һәм "башҡорт халыҡ поэзияһының күп төрлө ҡомартҡыларын йыйыуы һәм башҡорттарҙың ғөрөф - ғәҙәттәре, тарихи риүәйәттәре һәм бөгөнгө хәле менән яҡындан танышыуын"
       белдерә.
       "Рус әҙәбиәтендә Башҡортостан" биш томлығында ( мөхәррире , төҙөүсеһе, әйткәндәй, Михайловтың ижадын тикшереүселәрҙең
       береһе Морат Ғәлим улы Рәхимҡолов) рус революцион хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре Николай Васильевич Шелгуновҡа адресланған хат баҫыла (1 том, 341 - 342 биттәр), уны Уральск ҡалаһынан Михаил Михайлов ебәргән.
       "Ҡәҙерле дуҫым Николай Васильевич! Әйтергә кәрәк, мин
       өлгөрә алғанса, татар телен өйрәндем, был миңә бөтөнләй тикшерелмәгән предмет - башҡорт риүәттәре менән шөғөлләнеү м өмкинселеген бирҙе. Ырымбур губернаһында улар етерлек. Легендаларҙа һәм йырҙарҙа данланмаған бер йылға һәм тау юҡ бында.
       Тектарҙан тыш ағайымдың ярҙамы менән бернисә көй ҙә яҙҙырҙым. Һин уларҙы борғола уйнарһыңмы Ә Мин үҙем менән а лып киләсәк ҡурайҙы һин ауыҙыңа ла ала алмаясаҡһың: мин үҙем дә, уҡытыусы менән дә күпме маташтым, бер өн дә сығара алманым. Башҡортостан очерктарынан тыш, минең Ырымбур төйәге тураһындағы мәҡәләләремдең күп өлөшө Урал казактарын һүрәтләүгә арнала. Крайҙың хәле тураһында мөмкин булғанса асыҡ, биҙәмәйенсә һөйләргә тырышам"...
       Ғалим - әҙәбиәтсе Морат Рәхмҡолов Михайловтың экспедиция ваҡытында йыйған материалдарының яҙмышын күҙәтә,
       Михайловтың киҫкен социаль проблемалар менән ҡыҙыҡһыныуы у ның үҙенең һәм ҡайһы бер әҫәрҙәренең яҙмышы өсөн дә хәл
       иткес роль уйнауы хаҡында яҙа. Һәр хәлдә яҙыусының экспедиция осоронда ижад иткән иң ҙур әҫәре - "Башҡортостан
       очерктары" эҙһеҙ юғала. "Диңгеҙ йыйынтығының" 1859 йылдың сентябрендә сыҡҡан һанында "Урал очерктары" ғына баҫтырыла.
       Михаил Михайлов алтмышынсы йылдарҙағы революция хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. 1861 йылдың йәйендә ул Александр Герцендың Лондондағы ирекле рус типографияһында 600 дана "Йәш быуынға" прокламацияһын баҫтыра һәм уларҙы йәшерен рәүештә Петербургҡа алып килә. Хыянатсы Костомаровтың яла яғыуы һөҙөмтәһендә Михайлов 14 сентябрҙә ҡулға алына.
       Алты йыл каторганан тыш ул Себергә ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелә. Яҡташыбыҙ шунда вафат булып ҡала. Өфөлә яҙыусы хаҡында ул белем алған элекке Өфө гимназияһының бинаһы
       хәтерләтә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал