6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Хәрби ордендың беренсе кавалерҙары
02.08.06


       1924 йылдың 1 авгусында беренсе дөйөм союз Ҡыҙыл Байраҡ о рдены булдырыла. Уға тиклем Ҡыҙыл Армия яугирҙарының хәрби ҡаҙаныштары билдәһе булып РСФСР - ҙың Ҡыҙыл Байраҡ
       ордены тора.
       Орден менән бергә наградланыусы ВЦИК - тан айырым грамота
       һәм түбәндәге һүҙҙәр яҙылған памятка ала: "Күкрәгендә был юғары пролетар билдәне йөрөтөүсе үҙе кеүектәр араһынан иң лайыҡлыһы булараҡ, халыҡ ихтыяры буйынса һайланыуын белергә тейеш".
       Улар араһында "иң лайыҡлы һәм яҡшылары" кемдәр һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1918 йылдың 16 сентябрендә, Граждандар һ уғышы йылдарында барлыҡҡа килә.
       Беренсе булып Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1918 йылдың 28 сентябрендә Урал партизандарының данлыҡлы командармы Василий Константинович Блюхерға тапшырыла. Уның батырлығы У рал партизандарының 1918 йылда аҡгвардеецтар тылы, шул иҫәптән башҡорт ере аша үткән легендар 1500 километрлыҡ походына бәйле.
       Белореттағы һәйкәл дә Блюхер хаҡында хәтергә төшөрә, беҙҙең ҡала һәм ҡасабаларҙа уның исемен йөрөтөүсе урамдар
       бар.
       Граждандар һуғышы осоронда дүрт ҡыйыу хәрби начальник РСФСР - ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана, улар араһында Сергей Сергеевич Вострецовты ла әйтергә кәрәк. Ул Борай районының Казанцев, бөгөнгө Вострецов ауылында тыуа, Ө фө тимер юл оҫтаханаһында эшләй. Беренсе донъя һуғышында пра порщик Вострецов үҙенең батырлығы өсөн өс Георгиев тәреһе менән бүләкләнә. Әммә уның таланты тулыһынса
       Граждандар һуғышы ваҡытында асыла.
       Комбриг Муса Лут улы Мортазин өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Ғөмүмән алғанда, Граждандар һуғышы
       ваҡытында бөтәһе 15 меңгә яҡын кеше был наградаға лайыҡ була.
       Бөйөк Ватан һуғышында 1924 йылдың 1 авгусында булдырылған яңы Ҡыҙыл байраҡ ордены юғары наградаларҙан һанала.
       Ҡаһарманлыҡтары, үҙ йәндәрен аямауҙары һәм ғәскәргә оҫта етәкселек итеүҙәре өсөн һуғыш ваҡытында был орден менән
       йөҙәрләгән мең яугир наградлана.
       Бында тағы ла беҙҙең яҡташыбыҙ, сығышы менән Архангель районынан булған авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы Иван Иванович Пстыго тураһында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Ул ете (!) тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал