6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Өфө - арена": төҙөлөш ҡыҙа
01.08.06


       "Өфө - арена" - ҡаланың буласаҡ төп спорт үҙәктәренең бер еһе. Комплексты файҙаланыуға тапшырыу датаһы юбилей тантанаһ ы - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 45 0
       йыл тулыуын байрам итеү осорона тура киләсәк.
       Был спорт ҡоролмаһының 7,82 гектар майҙанда, элекке "Труд " стадионы территорияһында төҙөлөүен хәтергә төшөрөп үтәйек.
       "Өфө - аренаның" проекты буйынса унда ике бина - төп һәм күнекмәләр үткәреү урыны, ярашлы рәүештә, 8250 һәм 500
       тамашасыға иҫәпләнгән боҙ ареналары төҙөлә. Комплексты төҙөү өс сиратта бара: төҙөлөштөң беренсе сиратында дөйөм
       майҙаны 29 070 квадрат метр тәшкил иткән дүрт ҡатлы төп арена ҡалҡып сыға. Икенсе сиратта - 7 360 квадрат метрлыҡ ик е ҡатлы бәләкәй арена һәм дөйөм майҙаны 14 329 квадрат метрлыҡ (өс ҡатлы) ике парковка төҙөлә. Төҙөлөштөң өсөнсө сираты - майҙаны 19 300 квадрат метрлыҡ бер ҡатлы ер аҫты парковкалары.
       Спорт аренаһы универсаль булырға оҡшай: боҙ яланын йылылыҡ үткәрмәүсе материал менән ҡаплағандан һуң, бында төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар, шулай уҡ концерттар, күргәҙмәләр, йәрминкәләр үткәрергә мөмкин буласаҡ. Шулай ҙа аренаның төп тәғәйенләнеше - хоккей матчтары уҙғарыу.
       Боҙ һарайы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
       Спортсыларҙы һәм тамашасыларҙы хеҙмәтләндереү заманса
       спорт технологиялары һәм ҡорамалдарын файҙаланып башҡарыласаҡ тип вәғәҙә ителә.
       Объектты төҙөү бөгөнгө көндә ниндәй стадияла булыуын белеү маҡсатында беҙ ГСП "Монолит" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Дамир Мамлеевҡа мөрәжәғәт иттек. Ул
       һөйләшеүҙе шаҡ ҡатырырлыҡ фразанан башланы:
       - Ҡунаҡтар өсөн сисенеү бүлмәһе бәләкәйерәк буласаҡ.
       - Нисек инде Ҡунаҡтар ҡәнәғәтһеҙлек белдерәсәк бит.
       - Шаяртам. Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Проект буйынса ҡунаҡтарҙың сисенеү бүлмәһе ҙурыраҡ майҙан да биләй ала. Кәрәкле биналар етерлек буласаҡ - массаж эшләү, видео ҡарау өсөн һәм башҡа тәғәйенләнештәге бүлмәләр.
       - Әлеге ваҡытта нимә өҫтөндә эшләйһегеҙ
       - Бетон эштәре тамамланыу стадияһында. 12 500 кубометрҙан
       500 - 700 кубометр тирәһе ҡалды. Стеналар күтәрәбеҙ. Арканы ң металл конструкцияларын монтажлау эштәре башлана. Был - 68 метрлыҡ металл нигеҙ, уның өҫтөнә һуңынан түбә һалынасаҡ.
       - Боҙ аҫтына плита һалындымы
       - Төп бетон плита һалынды. Әммә махсус саҡырылған фирма тағы бер плита (чистовая) һаласаҡ.
       - "Өфө - аренала" йәйге эҫелә боҙ иремәһен өсөн шарттар тыуҙырыласаҡмы Иҫке һарайҙа был йәһәттән проблемалар бар ин е.
       - Беҙҙә һауаны кондициялау системалары бик ҡеүәтле һәм бы л уларҙың көсөнән килер тип уйлайым.
       - Биҙәүселәр үҙ эшен ҡасан башлаясаҡ
       - Бинаны көпләү һәм йылылыҡ үткәреү эшен һалҡындар башланғанға тиклем - сентябрь аҙағы - октябрь айҙарына планлаштырабыҙ.
       - Ә тамашасылар өсөн уңайлылыҡтар йәһәтенән нисегерәк Һигеҙ мең кешегә бәҙрәфтәр етерме һуң
       - Барлыҡ уңайлылыҡтар ҙа буласаҡ - проектлауҙа Өфөнөң ген ә тәжрибәһе иҫәпкә алынмағанын онотмағыҙ. Бәҙрәфтәр барыһына
       ла етер тип уйлайым. Улар беренсе ҡатта ғына була икән тип уйламағыҙ. Беҙ канализация үткәреүгә тотондоҡ та инде, дөйөм күләмдең яртыһы тип әйтерлек һалынған - был ике километр
       самаһы. Беренсе ҡатта ғына 12 санузел ҡаралған.
       - "Өфө - аренаны" эс яҡтан периметры буйынса йөрөп сығырғ а мөмкин буласаҡмы әллә Спорт һарайындағы кеүек уның бер өлөшө ябай тамашасылар өсөн бикле булырмы
       - Юҡ, унда тотош йөрөргә мөмкин буласаҡ.
       Һөйләшеү аҙағында Дамир Мамлеев был объекттың республика өсөн уникаллеге, киләһе шундай уҡ йәки тағы ла юғарыраҡ кимәлдәге объекттың 20 йыл тирәһенән һуң ғына
       барлыҡҡа килергә мөмкин булыуын белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал