6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Ералаш" яңы сығарылыш әҙерләй
01.08.06


       Өфөгә "Ералаш" килгән! Был яңылыҡ, унан да былайыраҡ балалар өсөн кастинг үткәреләсәге - һайланғандарҙы Мәскәүгә,
       билдәле сатирик журналдың яңы сығарылыштарында төшөргә саҡырасаҡтары тураһындағы хәбәр ҡала буйлап күҙ асып йомған арала таралды. Һәм бына тулҡынланыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан әсәләр балаларын етәкләп "УЗЭМИК" мәҙәниәт һарайына, популяр тапшырыуҙың директоры һәм художество етәксеһе менән осрашыуға ашыға.
       Башта Борис Грачевский залда йыйылыусы балалар һәм өлкәндәрҙе Ералаштың быға тиклем булған сюжеттарын иҫкә төшөрөргә мәжбүр итте, барыһы ла яратып ҡараған телевизион
       журналдың барлыҡҡа килеү тарихын һәм үҙенең кинематографҡа
       бәйле яҙмышы хаҡында һөйләне.
       - Мин техник белем алдым. Хатта конструктор булып эшләп т ә өлгөрҙөм. Әммә кино мине һәр саҡ үҙенә йәлеп итте, шул арҡал а ВГИК - ка уҡырға индем. Беренсе тапҡыр экранда 38 йыл элек күренеп ҡалдым. Миңә "Варвара краса - длинная коса" әкиәтенд ә эпизодик ролде ышанып тапшырҙылар. Унда мин һыу батшаһының... ҡулын уйнаным. Уның һыуҙан сығып бармаҡ янағанын хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Бына шул инде минең
       кинематографҡа индергән тәүге өлөшөм. Һуңынан тормошома "Ералаш" килеп инде. Был балалар өсөн журнал кәрәклеген аңлау менән һуғарылған теләк ине. Ул көлкөлө, кәйефте
       күтәрерлек, ыңғай йоғонто яһарлыҡ булырға тейеш... Һәм беҙ үҙебеҙҙең проектҡа исем эҙләй башланыҡ. Тик был уйлағандан ауырыраҡ булып сыҡты. Һөҙөмтәлә балаларға мөрәжәғәт иттек. Ниндәй генә вариант тәҡдим итмәне улар! Һуңынан журналды "Ералаш" тип атарға тәҡдим иткән бер хат килеп төштө. Өфөгә беҙ "Ералаштың" өр - яңы сығарылыштарын алып килдек, телевизорҙан улар декабрь айында, Яңы йыл алдынан ғына күрһәтеләсәк.
       Юмор жанрының, "Ералаштың" алмаштырғыһыҙ атаһы Борис Грачевский кеүек үк, йәше юҡ. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, "приколдар" менән ул мәктәптә уҡыған ваҡытында уҡ мауыға
       башлай. Үҙен алдау, дәресте өҙөү һәм уҡытыусыларҙың башын ҡатырыу батшаһы тип атай. Бөгөн дә мәктәпте йәне һөймәүен белдерә - ул кешелә шәхесте юҡҡа сығара тип һанай. Шуға күрә
       үҙе балаларға етди һәм ихтирам менән ҡарарға тырыша. Йәш артистарға гонорарҙы үҙ ваҡытында түләй - фильмда бер көн төшөү өсөн 500 доллар түләнә. Әммә "йондоҙ" ауырыуын эләктерергә лә ирек бирмәй. Эреләнеп китеүселәргә ул ҡаты ҡарашта - әрләмәй ҙә, тәрбиәләргә лә тырышмай, әммә киноға
       төшөү майҙанына юлды оҙаҡҡа йәки бөтөнләйгә ябыуы ихтимал.
       "Атайым мине бик талантлы тип әйтә!" - тип белдерә "Ерала шта" төшөүсе малайҙарҙың береһе. "Ә үҙең нисек тип һанайһың Zуң"- тип һорай унан Грачевский. Ғәҙәтә изге күңелле шефтың тауышында ҡаты ноталар яңғырауын һиҙгән малай яуапты тиҙ таба: "Мин үҙемде бары тик һәләтле тип иҫәпләйем!" Әммә хәл
       бының менән генә тамамланмай. Тиҙҙән Грачевский алдында йәш таланттың асыулы атаһы пәйҙә була. "Минең балам йондоҙмо" "Йондоҙ", - тип яуап бирә тегеһе. "Ул саҡта ниңә уға башҡа балалар менән бер тигеҙ гонорар түләнә Был бит дө рөҫ түгел!" Был һорауға "Ералаштың" директоры һорау менән яуап
       бирә: "Теләйһегеҙме, уға бөтөнләй түләмәйәсәктәр"
       Матбуғат конференцияһында Борис Грачевский журналистарға ысынбарлыҡтағы, "өлкән" проблемалар тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәре буйынса, "Беренсе" канал "Ералашты" ябырға уйлай, әммә ул бар көсөнә ҡаршы торорға тырыша. Балаларҙың һәм, ғөмүмән, тамашасыларҙың һөйөүе журналға 40 йыллыҡ сикте лә үтергә ярҙам итер тип өмөтләнә ул...
       - Әлеге ваҡытта грамоталы тәрбиә сәйәсәте, балалар өсөн тапшырыуҙар, фильмдар, матбуғат баҫмалары юҡҡа сыға, - тип
       борсола Грачевский. - Ә "Ералаш" илебеҙҙең киләсәге буласаҡ бала саҡты һаҡлап ҡалырға тырыша.
       "Ералаштың" авторы матбуғат вәкилдәре менән аралашҡан ваҡытта "УЗЭМИК" мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә кастинг ҡыҙҙы - балалар үҙҙәренең артислыҡ һәләттәрен күрһәтте. Борис Грачевскийҙың ярҙамсылары иң һәләтле һәм талантлыларҙы һайлауҙан тыш, "Ералаш" законы буйынса төҫ - ҡиәфәткә лә иғтибар бирә.
       - Был да бик мөһим, - ти "Ералаштың" атаһы. - Баланың йөҙ
       - ҡиәфәте сағыу, һөйкөмлө, ирмәк булырға тейеш. Хәйер, иң мөһиме - уның экранда хәтерҙә ҡалыуы, үҙен күрһәтә белеүе.
       Бөгөнгө көн - Өфө балалары һәм уның ата - әсәләре өсөн айырыуса мөһим. "УЗЭМИК"та һайланған балалар араһынан
       Борис Грачевский үҙе иң - иңдәрҙе һайлаясаҡ һәм сентябрь айында "Ералаштың" киләһе күңелле сығарылыштарында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә саҡырасаҡ.
       Александра Витковская фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал