6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Георгий Прокшиндың картиналары һатылмай
01.08.06


       Матурлыҡтың баһаһын белеүселәр рәссам һәм график Георгий Прокшидын асыҡ йөҙлө, тормошто һәм тәбиғәтте һөйөүсе кеше
       тип күҙ алдына килтерә. Оҫталығы буйынса ул күренекле
       рәссамдарҙан бер ҙә ҡалышмай, ошо көндәрҙә авторҙың 60 йыллыҡ юбилейы уңайынан Өфө художество галереяһында асылған күргәҙмә быға дәлил.
       Георгий Прокшиндың әҫәрҙәрендә ентекле төшөрөлгән деталдәр, акварель төҫтәр уйнауы кәйефте күтәрә. Улар йәйге иртәләй шатлыҡ уята. Йылдың һәр миҙгеле үҙенсә матур. Георгий Прокшиндың календарь айҙары ваҡыт йылғаһы тыныс ҡына аҡҡан Ағиҙел буйында "хакимлыҡ" итә. Май - ташҡын ағышын, ғинуар - ғашиҡ парҙар, Салауат Юлаев һәйкәле янында фотоға төшөүсе туристарҙы "күҙәтә"...
       Прокшиндың ҡәләме Илья Репин, Федор Толстой, Пабло Пикассоның график портреттарында ла туҡтай. Әйткәндәй, Прокшин замандашыбыҙ Меосты ла был бөйөк кешеләр менән бер рәткә ҡуя һәм уның ижадын Михаил Врубелдең "Ысынбарлыҡ т әрәнлек һәм төрлө яҡлылыҡ тыуҙыра" тигән һүҙҙәре менән һүрәтләй.
       Беҙҙең автор ҙа был һүҙҙәргә лайыҡ. Һәм уның эштәре тәү ҡарашҡа ни тиклем ябайыраҡ күренһә, уларҙа шул тиклем тәрәнерәк фәлсәфә ята. Был йәһәттән уның "Балалар һүрәте" иғтибарға лайыҡ, унда зәңгәр күҙле йәш ҡатын төшөрөлгән. Автор әйтеүенсә, тормоштағы барлыҡ ҡаҙаныштар һәм
       йәмғиәттәге үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, ҡатын - ҡыҙ һәм уның
       тәбиғәте шул көйө ҡала, ул ырыуҙы дауам итеүсе.
       Һүрәт төшөрөүҙән тыш, Георгий Валеринович коллажлау менән
       дә шөғөлләнә. Барлыҡ эштәре лә уртаҡ тема - Өфө ҡалаһы - менән берләштерелгән.
       Уҡытыусының хеҙмәт хаҡы ҙур булмауына ҡарамаҫтан, Георгий
       Прокшин үҙенең эштәрен һатмай. Һәм тағы ла бер факт - юбиля р Мәскәүҙең Суриков исемендәге художество мәктәбен һәм Строганов училищеһын тамамлаһа ла, бер ниндәй исем йәки наградаларға эйә түгел. Был минең өсөн мөһим түгел, ти ул. И ң мөһиме - сәнғәт.
       Андрей Старостин фотоһы (10).

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал