6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Милиция хеҙмәткәре лә билдәле спортсы була ала
31.12.03


       БР Эске эштәр министрлығының ҡарауыл хеҙмәте батальоны хеҙмә ткәре Рөстәм Сабирхузин яңыраҡ Донья кубогын яулаусы булараҡ
       данланды. Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғы биргән танытм а инде уның ҡулына килеп эләкте, хәҙер уға Афинала алтын миҙ ал өсөн көрәшеүгә бер нәмә лә ҡамасаулай алмаясаҡ.
       Рөстәм менән шөғөлләнеүсе Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Ва дим Чудновский һүҙҙәре буйынса, спортсы был ярыштарҙа ҡатна шырға тулыһынса әҙер.
       Быға тиклем, әйтергә кәрәк, Рөстәм гел уңышһыҙлыҡтарға о срап торҙо. Йә аттан ҡолап төшә, йә ат сабынып китә тигәндә й... Бер нисә тапҡыр йәрәхәтләнде лә. Шуға күрә Донья кубог ы алдынан үткәрелгән ярыштарҙа Рөстәм яҡшы сығыш яһай алманы
       һәм икенсе һәм өсөнсө тиҫтә спортсылары иҫәбендә йөрөнө.
       Бөгөн иһә уның бөтә иғтибары 2004 йылдың авгусына төбәлгә н. әйер, ғаилә тураһында ла оноторға ярамай бит. Рөстәмдең и ҫәпләүенсә, 2003 йылда ул өйөндә ни бары 145 көн генә булған . Шуға күрә Яңы йылды тик өйҙә ҡаршыламаҡсы. Уның яңыраҡ улы
       тыуҙы, дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр. Әммә БР Спорт һәм туризм буйы нса министрлыҡ спортсының көндәлек мәшәҡәттәрен хәл итергә
       ярҙам итә. Шуға күрә төп маҡсат - Олимпия уйындары миҙалын яулау.

Шамил Гәрәев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал