6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ямғыр аҫтындағы уйын
01.07.06


       Үткән мәҡәләмдә юҡҡа ғына мин "Содовик" беренсе дивизион диңгеҙендә "йөҙә" тип яҙғанмын. Күҙ тейҙе, буғай. "Себер" (Новосибирск) командаһына ҡаршы өйҙәге икенсе матчын башҡорт командаһына ямғыр аҫтында үткәрергә тура килде. Майҙан бик үк сифатлы булмағанлыҡтан, унда һыу йыйылды һәм ф утболсылар өсөн йә тормоз, йә тупты шымартыусы май булып хеҙмәт итте.
       Әммә ләкин был кистәге уйынды насар тип әйтә алмайым. Тамашасылар ҡапҡаға дүрт туп индерелеүенә шаһит булды, беренсе дивизион футболсыларынан бындай һөҙөмтәне аяҙ көндә лә бик йыш көтөргә тура килмәй. Ямғырҙан ҡурҡып тормайынса стадионға килеүселәр бер ҙә үкенмәне. Уйын һөҙөмтәһе - "Содовик" файҙаһына 3:1. Был матур уйын уларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
       Спорт журналистары һөнәренең бер үҙенсәлеге бар. Төрлө спорт сараларына барыу өсөн аҡса кәрәкмәй - эшең шул бит. Әммә һуңғы матч бушлай үтмәне - Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем барып кире ҡайтыу өсөн юлдаш менән икебеҙгә бензин хаҡын түләргә тура килде. Рәсәй кубогында Нальчиктың "Спартак" командаһы - премьер - лиганың бөгөнгө лидеры менән тигеҙ иҫәпкә уйнаусы Себер командаһын күрге килде шул. Унан тыш тағы ла бер факт йәлеп итте. Ике клуб та әле һүрәтләнгән мат ч алдынан мәрәйҙәрен юғалтты. Башҡорт командаһы аутсайдер - "Металлург" (Красноярск) менән тигеҙ иҫәпкә уйнаны, ә Себер командаһы Екатеринбургта "Уралға" биреште. Тегеләренең дә, быларының да бары тик еңеүгә ынтылыуы аңлашыла.
       Һөҙөмтәлә уйын шул тиклем мауыҡтырғыс булды, хатта юлға киткән аҡса ла йәл түгел .
       Уйын яланында күләүектәр йәйелеүенә ҡарамаҫтан, баштан уҡ
       ике команда ла бик яҡшы фрагменттар күрһәтә башланы. Йәғни ялан, боҙ, паркет. асфальт, ҡом һәм башҡаларҙың сифаты алама
       булды тигән һылтауҙар башҡаса ҡабул ителмәй, оҫталыҡ һәм теләк булғанда ҡамыш йәки кесерткән араһында, хатта сүплек өҫтөндә лә лайыҡлы уйын күрһәтергә мөмкин.
       Ул мәлгә "Себер" командаһының турнир таблицаһында юғарыраҡ тороуына ҡарамаҫтан, беҙ әҙәпһеҙ рәүештә нәҡ ошо к оманда ҡапҡаһы артына барып баҫтыҡ. Ниңә икәне аңлашылалыр. Гол ингәнен көтәбеҙ. Һәм ул оҙаҡ көттөрмәне. Бишенсе минутта
       уҡ Александр Шуленин үҙ маҡсатына иреште, голкипер Максим Л евицкий уға ҡаршы бер нимә лә эшләй алманы.
       Икенсе гол - Эдуард Зацепин иҫәбендә.
       Артабан стәрлетамаҡтар үҙ ҡапҡаларын һаҡлауға күберәк иғтибар бүлергә ҡарар итте. Алғы планға сыҡҡанда ла бик һаҡ
       ҡыландылар. Ҡаршы яҡ, беренсе таймдағы кеүек үк, хәүефле
       мәлдәр барлыҡҡа килтерҙе, әммә Виталий Астаховтың ышаныслы уйнауы һәм һаҡсыларҙың фиҙакәрлеге "Соданы" һаҡланы.
       "Себер" ҡапҡаһына өсөнсө гол осрашыу аҙағында индерелде. Ә инде "себерҙәр" үҙҙәренең холҡон уйындың һуңғы минутында к үрһәтте. Һөжүм, туп Владимир Нагибинда - һәм иҫәп 3:1.
       Тренерҙарҙың уйынға ҡыҫҡаса комментарийҙары.
       "Содовик" футбол клубының баш тренеры Александр Игнатенко:
       - Беренсе тайм - был миҙгелдә өйҙә үткәрелгән уйындарҙың
       иң шәп өлөшө. Тәнәфестән һуң уйынсылар күберәк иҫәпте һаҡла у хәстәрен күрҙе.
       Бөгөн ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан тамашасылар күп булды. Уларҙың ярҙамын тойҙоҡ. Мин егеттәргә әйткәнем бар: көйәрмән
       йомшаҡлыҡтан башҡа барыһын да кисерә. Еңелергә лә мөмкин, т ик уйынға бар көсөңдө һалырға кәрәк. Зацепин бөгөн бик тырыш ты.
       "Себер" футбол клубының баш тренеры Александр Игнатенко:
       - Беҙ һәр ваҡыт еңелә башлағас ҡына уянабыҙ. Бөгөнгө
       еңелеүебеҙ үҙебеҙ ғәйепле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал