6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Күберәк һәм яҡшыраҡ төҙөргә!
31.07.06


       Төҙөргә, төҙөргә һәм тағы бер тапҡыр төҙөргә! Республика йортонда БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендә үткән ултырышта ошо оран беренсе урынға ҡуйылып яңғыраны. Ултырышта ҡаралған төп тема "Тәүге ярты йылдың төҙөлөш йомғаҡтары һәм 2006 йылда республикала
       маҡсатлы торлаҡ программаһын тормошҡа ашырыу буйынса бурыстарға" арналды.
       Докладтар менән БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Ринат Сәғитов, "БР Торлаҡ төҙөү фонды" дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Радик Кәлимуллин, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса
       дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Татьяна Коротеева сығыш я һаны.
       Кешенең үҙ йорто йәки фатиры булыуы - уның етеш тормошта
       йәшәү шарттарының береһе. Шуға күрә республикала "Рәсәй граждандарына - һәр кем ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проект, шулай уҡ 2002 - 2010 йылдарға "Торлаҡ" федераль маҡсатлы программа сиктәрендә ҡаралған
       мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла.
       Милли проект сиктәрендә дүрт төп йүнәлеш билдәләнгән: ипотекалы торлаҡ кредиты күләмен арттырыу, торлаҡты һәр кем ала алырлыҡ итеү, торлаҡ төҙөү күләмдәрен артырыу һәм коммуналь инфраструктураны модернизациялау, граждандарҙың ай ырым категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт йөкләмәләрен үтәү.
       Һуңғы биш йылда республикала финанслауҙың төрлө сығанаҡтары иҫәбенә ете миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән һәм эксплуатацияға тапшырылған, шул иҫәптән 2005
       йылда - 1,6 миллион квадрат метр. Был һуңғы ун йылда иң юға ры һөҙөмтә. Әммә үткәнгә ҡараш ташлаһаҡ, республикала бынан да күберәк торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған йылдар булыуын күрергә мөмкин. Мәҫәлән, 1980 йылдар аҙағында йылына ике миллиондан ашыу "квадрат" индерелгән. Бөгөн был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алтынсы урын биләй. Беренсе урында үткән йылда 5,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән Мәскәү өлкәһе, икенсе урында - Мәскәү (4,5), артабан - Санкт
       -
       Петербург, Краснодар һәм Татарстан килә.
       2005 йылда Башҡортостанда бер кешегә 0, 39 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был артыҡ ҙур күрһәткес түгел. 0,8 квадрат метрҙан да күберәк торлаҡ төҙөгән төбәктәр ҙә бар.
       Республикала торлаҡ менән тәьмин ителештең бер кешегә тур а килгән кимәлен ҡәнәғәтләнерлек тип әйтеүе ҡыйын. 2006 йылдың беренсе ғинуарына республикала 75 ҡала һәм райондың 3 6 - һында торлаҡ менән тәьмин ителеш республикалағы уртаса күрһәткестән (19,2 квадрат метр ) түбәнерәк.
       Шәхси торлаҡ төҙөлөшө күләме арта. 2005 йылда индивидуаль
       торлаҡ төҙөүселәр майҙаны 990 мең квадраттан ашыу тәшкил иткән йорттарын файҙалана башлаған, был файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ йорттарҙың дөйөм һанының 60 проценты тирәһе.
       БР төҙөлөш комплексының бурысы - торлаҡ төҙөү темптарын кәметеүгә юл ҡуймау. Быйыл 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә кәрәк, ә 2010 йылға файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ
       күләмен йылына ике миллион квадрат метрға тиклем еткереү планлаштырыла.
       Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте социаль торлаҡ алыуға ипотекалы кредит ойоштороу тәртибен раҫланы. Уның төп
       маҡсаты - үҙаллы торлаҡ һатып алыу мөмкинселегенә эйә булмағандарға дәүләт ярҙамын тәьмин итеү. Ярҙам ипотекалы кредит алғанда торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) беренсе взнос өлөшөн түләүгә, шулай уҡ торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) ипотекалы кредит алғанда процент ставкаһын өлөшләтә ҡаплауға
       субсидия бүлеү аша күрһәтелә. Шулай итеп, аҙ тәьмин ителгә н һәм йәш ғаиләләр өсөн социаль торлаҡҡа ипотекалы кредит ал ыу өсөн шарттар булдырылған.
       Торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы арттырыуҙың ҙур резервы "тамамланмаған" төҙөлөштә һаҡлана. Бөгөнгө көндә 1,2 миллион
       квадрат метр майҙанлыҡ 727 торлаҡ йорт тамамланмаған төҙөлөш стадияһында ҡала. Улар араһынан 111 мең квадрат метрлыҡ 218 йортто төҙөү туҡтатылған. Дөйөм майҙаны бер
       миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән шәхси торлаҡты төҙөү тамамланмаған әле. Уларҙы файҙаланыуға тапшырыу өсөн 1 200 километрҙан артыҡ электр тапшырыу линиялары һәм һыу
       менән тәьмин итеү селтәре ( бөтәһе 1,5 миллиард һумлыҡ) төҙөргә кәрәк.
       Республикала иҫке һәм авария хәлендә булған торлаҡ фондын
       ликвидациялау мәсьәләһе көнүҙәк булыуын дауам итә. БР торла ҡ фондының дөйөм күләмендә ( 77,8 миллион квадрат метр) иҫке
       йорттар майҙаны 763 мең квадрат метр, авария хәлендәгеләре - 80 мең квадрат метр тәшкил итә.
       2003 - 2010 йылдарға "Граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү" республика программаһына ярашлы, бүленгән лимиттар сиктәрендә финанслау республика бюджеты иҫәбенән "БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды" дәүләт унитар пр едприятиеһы аша башҡарыла. Республиканың адреслы инвестиция программаһы буйынса, 2005 йылда республика ҡаҙнаһынан был маҡсатҡа 50 миллион һум бүленгән.
       Бөгөн, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеү сиктәрендә байтаҡ
       объекттар төҙөлә, һөҙөмтәлә күп кенә иҫке һәм авария хәлендәге йорттар һүтелә.
       2006 йылдың 27 февралендә БР Президентының "Рәсәй граждандарына - һәр кем ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында" Указына ҡул ҡуйылды, уға ярашлы, хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн предприятие һ әм ойошмаларҙан средство йәлеп итеү ҡарала.
       "Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөү фонды" дәүләт унитар предприятиеһы был йәһәттән хеҙмәттәшлек итеү тураһында тәҡдимдәр менән республиканың 740 предприятие һәм ойошма, шул иҫәптән 305 - төҙөлөш ойошмаһы етәкселәренә мөрәжәғәт итте. Әммә әлеге ваҡытҡа ни бары ете предприятие һәм ойошма менән 2,5 миллион һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйылған. Улар араһында "БНЗС" тресы - бер миллион һум, "Башавтотранс"
       дәүләт унитар предприятиеһы - 881 мең һум, "ПМК - 54" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - 609 мең һум. Күптәре
       килешеүҙән баш тарта, сөнки ҡайһы берҙәре үҙ программаларын
       булдырған, ҡайһылары - банкротлыҡ сигендә тора.
       Рафаэль Байдәүләтов килешелгән сумма кәрәкле сумманан
       йөҙәр, хатта меңәр тапҡыр аҙыраҡ, тип билдәләне. Был эште әүҙемләштереү өсөн "БР Торлаҡ төҙөү фонды" дәүләт унитар предприятиеһынының муниципаль райондар һәм ҡала округтары ха кимиттәре менән үҙ - ара эшмәкәрлеген арттырыу мөһим.
       БР Президенты Мортаза Рәхимовтың Башҡортостан
       Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға
       Мөрәжәғәтнамәһендә 2006 йылға төҙөлөш тармағы алдына торлаҡ төҙөү буйынса етди бурыстар ҡуйылған. Бары тик башҡарма власть органдары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре, предприятие, профсоюз, йәмәғәт
       ойошмалары етәкселәренең берҙәм эшмәкәрлеге генә ҡуйылған п ландарға ирешергә һәм торлаҡты уңайлы һәм һәр кем ала алырлыҡ итергә мөмкинселек бирәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал