6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Мигранттарға хөрмәт юҡ
31.07.06


       Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһы Башҡортостан Республикаһында миграция сәйәсәтен көйләү проблемаларына арналды. Унда Рәсәйҙең демография һәм миграция өлкәһендә эшләүсе иң билдәле белгестәрҙең береһе, Рәсәй Фәндәр академияһы халыҡ - хужалыҡ күҙаллау институтының миграция лабораторияһы етәксеһе, БДБ һәм Балтия илдәрендә миграция буйынса бойондороҡһоҙ тикшереү советы рәйесе, БДБ - ла мәжбүри миграция проблемаларын өйрәнеү үҙәге президенты Жанна Зайончковская ҡатнашты.
       - Миграция мигранттарын биреүсе дәүләттәр үҫеше өсөн дә, уларҙы ҡабул итеүселәр өсөн дә ҡулайлы. Рәсәй һәм шулай уҡ Башҡортостан кеүек транзит төбәктәр өсөн миграция мәсьәләләре торған һайын ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә була бара, - тип билдәләне Жанна Зайончковская. - Сөнки Рәсәй эшкә һәләтле халыҡтың етди кәмеүе кеүек уникаль хәлде кисергәне ю ҡ әле. Дәүләттең иҡтисади үҫеше һәм уның иҡтисади потенциалы
       - хәүеф аҫтында. Бөгөнгө 40 - 45 йәшлек граждандар нәҡ хәүе ф
       төркөмөнә эләгә.
       Матбуғат конференцияһында шулай уҡ Швейцария Хөкүмәтенең ү ҫеш һәм хеҙмәттәшлек буйынса идаралығы директоры урынбаҫары Доротея Кольде ханым да ҡатнашты. Ошо көндәрҙә Өф өлә "Башҡортостан Республикаһында миграция процестарын көйлә ү бурыстарына" арналған "түңәрәк өҫтәл" үтеүен билдәләргә кәрәк. Унда сығыш яһаусы миграция ведомстволары в әкилдәре, миграция өлкәһендә эшләүсе ғалим - эксперттар,
       республиканың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре әлеге ваҡытта Башҡортостан халҡының 10 проценттан ашыуын егерменсе быуаттың 90 - сы йылдар мигранттары тәшкил итеүен әйтеп үтте . Тотош Рәсәйҙә һәм, айырым алғанда, Башҡортостанда,
       демографик үҫеш һәм хеҙмәт ресурстарын яңынан етештереүгә б әйле проблемалар күҙәтелә. Миграцион процестар һөҙөмтәһе республиканың этник картинаһында үҙгәрештәр тенденцияһы барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһай: миграцион процесҡа Башҡортостандың барлыҡ этностары, Рәсәй һәм БДБ илдәренең кү п кенә этностары йәлеп ителә.
       Доротея Кольде ханым хәбәр итеүенсә, "түңәрәк өҫтәлдә" яң ы проекттыңтөбәктәге миграцион сәйәсәт һәм мигранттарға ярҙа м һәм уларҙың интеграцияһына арналған презентацияһы үткән.
       - Беҙгә партнерҙарса тәҡдим менән Рәсәйҙең ике төбәге: Башҡортостан һәм Ставрополь крайы мөрәжәғәт итте, - тип һөйләй Кольде ханым. - Билдәле булыуынса, республикала өсөнсө йыл Өфө эргәһендә иммигранттар өсөн компактлы йәшәү у рыны төҙөү буйынса башҡорт - швейцар проекты тормошҡа ашырыла. Һәм комплекслы программа төҙөү хеҙмәттәшлектең эҙмә - эҙлекле дауамы булып торасаҡ. Швейцарияла ла ошондай s: проблемалар өҫтөндә эшләргә тура килеүен әйтергә кәрәк, һәм был өлкәлә универсаль рецептар юҡ.
       Республиканың ҡасаҡтар һәм мәжбүри күскенселәр йәмғиәте рәйесе Дмитрий Погорельскийҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, швейцар хөкүмәтенең ярҙамы, һис шикһеҙ, мөһим, һәм был финанс күҙлектән сығып ҡарағанда ғына ла түгел. Башҡортостандың власть органдарына, халыҡҡа һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға иртәме - һуңмы мигранттарға ҡарата бер
       мәғәнәле позиция биләргә тура киләсәк. Әммә ҡануниәттең нәҡ
       "кәмселектәре" "артыҡлыҡтары" кеүек үк эшмәкәрлекте мигрант
       образын тамырынан үҙгәртерлек итеп ҡорорға мөмкинселек бирмәй.
       Хәҙер уртаҡ көс республиканың миграцион сәйәсәтен булдырыуға йүнәлтеләсәк. Бәлки, мохтаждарға мәжбүри күскенсе
       статусын биреү проблемаһы ла хәл ителер - 2002 йылға тиклем
       ике меңдән ашыу кешегә бирелгәндән һуң, был процесс туҡтап ҡалғайны.
       - Федераль миграция сәйәсәтенең төп векторы мәжбүри күскенселәрҙе ҡабул итеүгә йүнәлтелгән ине, федераль хеҙмәт
       ошо бурыстарға яраҡлашты, - тип билдәләй Жанна Зайончковская. - Әммә тәҡдим ителгән программаның дүрттән бер өлөшө генә финансланғанда маҡсаттарға өлгәшмәү өсөн кемде ғәйепләргә мөмкин Беҙҙең бәлә проблемаларҙың
       алдынан түгел, ә уларҙың ҡойроғонда һөйрәлеп барыуҙа.
       Беренсе сиратта миграцион һәм урындағы берләшмәләргә тығыҙ мәғлүмәт контакты булдырырға, артабан - мәктәптәрҙә уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән эште яйға һалырға кәрәк.
       Олег Яровиков фотоһы (4).

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал