6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

"Тәгәрмәсһеҙ" ҡалмағыҙ
28.07.06


       Өфөлә йылдан ашыу автомобилде ҡыуып алып ҡасыусылар эш ит ә. Тиҫтәләгән кеше машина урлау һәм уларҙы һатыу менән шөғөлләнә. "Эшмәкәрлек" һөҙөмтәһендә енәйәтселәр төркөмө
       өс миллион һумдан ашыу аҡсаны кеҫәһенә һала һәм кәм тигәндә
       13 кешене "тәгәрмәсһеҙ" ҡалдыра. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың э ске эштәр идаралығы шөғөлләнгән енәйәт эше, ниһәйәт, судҡа тапшырылды.
       - Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, беренсе эпизод 2004 йылдың июль айына тура килә, - ти Өфө эске эштәр идаралығының айырыуса мөһим эштәр буйынса өлкән тәфтишсеһе Анатолий Коротин. - Бурҙар ауырыу әсәһе янына килгән һәм ВАЗ - 2112 автомобилен 21 - се дауахана эргәһендә ҡалдырған ҡатындың машинаһын ҡыуып алып китәләр. Машина өр - яңы була, хатта хужабикә уны страховкаларға ла өлгөрмәй ҡала.
       Енәйәтселәрҙең иғтибарына ихаталарҙа, магазиндар,
       административ биналар эргәһенә һ.б. һаҡланмаған урынға ҡуйылған машиналар эләгә.
       ... Беренсе пунктҡа килгәндә, бында автобурҙар үҙенсәлекл ек
       күрһәтә, машинаны ҡыуып алып китеү, күпселек осраҡта, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында - ғәҙәттә, төнгө 12 - нән иртәнг е алтыға тиклем эшләнә. Икенсе осраҡты иһә ғәҙәти тип әйтергә була. БР Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, урланған машиналарҙың 85 проценты йорт һәм учреждение ихаталарында ҡарауһыҙ ҡалдырылған. Һаҡланған урындан автомобиль урлау осраҡтары булғаны юҡ...
       Бурҙарҙың иғтибарын һәр бер автомобиль йәлеп итә тип әйте ү дөрөҫ түгел. Уларҙың сценарийында беренсе аҙым булып емере к машинаны арзан хаҡҡа һатып алыу тора: барыһы ла тейешенсә,
       документтар, теркәү... Ундай автомобилдәр тураһында мәғлүмә т йыйыу ҡыйын түгел - енәйәт төркөмөн ойоштороусы тип табылғ ан кешенең үҙ автосервисы бар. Артабан нәҡ шундай уҡ, әммә я ңы машина табыла. Мәлен табып, енәйәтселәр үҙҙәренә тап килг ән автомобилде килешелгән урынға ( шул уҡ автосервис) алып бара , унда машинаның номеры емерек, әммә закон буйынса рәсмиләштерелгән машина номерына алмаштырыла - бөттө. Был ва ҡытҡа "эшҡыуарҙарға", ғәҙәттә, автомобилде кем һатып аласағы мәғлүм була. Аҡсаны ғәҙеллек буйынса барыһына ла бүләләр. Енәйәтсел бизнеста һәр кемдең үҙ эшен яҡшы белеүен билдәләргә кәрәк: кем сигнализацияны "зарарһыҙландыра" һәм и шекте аса, кем машинаны хәүефһеҙ урынға алып бара, кем номерҙарын алмаштыра һ. б.
       ... Автомобилдәрҙе урлау маҡсаттары хаҡында һөйләгәндә, Б Р Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының юл - патруль хеҙмәте һәм эҙләү начальнигы урынбаҫары Сергей Нурғетдинов
       төп сәбәп - табыш алыу, тип билдәләне. Машина йә "тотош" килеш, йә частарға һүтеп һатыла. Билдәле урынға барып етеү йәки йөрөп килеү өсөн машина урлау осраҡтары байтаҡҡа
       һирәгерәк. Йыш ҡына машинаны ҡыуып алып китеүселәрҙең автомобиль эйәләренең туғандары, балалары, ҡустылары булыуын билдәләргә кәрәк. Һирәк булһа ла "ялған" урлау осраҡтары ла булғылай. Был, ғәҙәттә, машина хужаһының "ҡыйыш тейәп", үҙенең дүрт тәгәрмәсле күсемһеҙ милеген ҡайҙа
       ҡалдырыуын онотоуы арҡаһында барлыҡҡа килә.
       Банда иҫәбендә бер нисә "Шевроле - Нива", "восьмерка", "девятка", "десятка", "двенашкалар" бар. Тикшереүселәр төркө м ағзаларының 13 авто урлауға ҡағылышы булыуын иҫбатлауға өлгәшә, әммә уларҙың күберәк булыуы ла ихтимал.
       ... Практика автобурҙарҙың мотоциклдарҙан башлап экскаваторҙарға тиклем барлыҡ хәрәкәт итеү составы менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Әммә беренселек үҙебеҙҙең Волга автомобилдәр заводында етештерелгән машиналарҙа ҡала...
       Енәйәтсел төркөмдө бер юлы бер нисә милиция подразделениеһы "эшкәртә": баш ҡала милицияһының енәйәтте тикшереү бүлеге, БР Эске эштәр министрлығы эргәһендәге ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығы, шулай уҡ
       ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре. Үткәрелгән операциялар һөҙөмтәһендә
       быйылғы йылдың март аҙағына енәйәтсел бизнесҡа ҡағылышы
       булған 15 кеше ҡулға алына. Уларҙың һигеҙе ғәйепле тип табы ла ( бер кеше, 60 йәше тулыуы сәбәпле, амнистияға эләгеп ҡотола). Тағы бер фигурантты әлеге ваҡытта эҙләйҙәр.
       - Башта енәйәт эше 166 - сы статья - "Алып ҡасыу" - буйын са асылғайны, әммә тикшереү барышында был статья 158 - се - "Бурлыҡ" менән алмаштырылды, - тип һөйләй Анатолий Коротин. - Шулай уҡ төркөм ағзалары ялған номерҙар һәм документтар яһауҙа ғәйепләнә. Енәйәтселәргә милиция хеҙмәткәрҙәре ярҙам иткән тип фаразлауҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәүе асыҡланды.
       Банда ағзаларының барыһы ла тип әйтерлек - етеш тормошта йәшәүсе, йәмғиәттә билдәле урын биләүсе, юғары, хатта юридик
       белемле кешеләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре РФ Эске эштәр
       министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған, бәғзеләре БДУ - ның хоҡуҡ институты дипломына эйә. 31 йәшлек
       башлыҡ һәм төркөмдөң тағы бер ағзаһы ғына быға тиклем дә төрмә менән таныш булған .
       Бөгөнгө көнгә тикшереү эше тамамланған: тәфтишсе 12 йыл эшләү осоронда бер тапҡыр ҙа 156 битлек һығымта яҙырға тура килмәүен белдерә. Енәйәт эше туғыҙ томдан тора. Ғәйепләнеүселәрҙең өсәүһе тикшереү изоляторында хөкөм сығарылыуын көтә, икәүһенә залог биреп сығарылған, икәүһе
       йәшәгән еренән китмәҫкә яҙма йөкләмә биргән. Тикшереү
       барышында уларҙың барыһы ла тип әйтерлек үҙенең ғәйебен таный. Табылған автомобилдәрҙең барыһы ла үҙҙәренең
       законлы хужаларына ҡайтарылыуын өҫтәргә ҡала.
       ... Ағымдағы йылдың алты айында Республиканың Дәүләт автоинспекцияһына автомототранспортты алып ҡасыуҙары тураһында 507 ғариза яҙылған. 412 машина эҙләп табылған һәм зыян күреүселәргә ҡайтарып бирелгән. Машинаны алып ҡасыуға ҡ аршы иң һөҙөмтәле сара тип Сергей Нурғетдинов комплекслы страховкалауҙы иҫәпләй. Автомобилде һәр ваҡыт түләүле һаҡ аҫтына ҡуйыу мөмкинселеге булмаҫҡа ла мөмкин, ә талантлы технарь иң алдынғы сигнализация алдында ла туҡталмай. Бынан тыш, страховка менән һеҙ автомобилегеҙҙе ярты хаҡҡа тәҡдим итеүсе бурҙы ла буш ҡалдыраһығыҙ: страховка урланған авто
       хаҡын тулыһынса ҡайтарасаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал