6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡарбузға бәйле михнәттәр
31.07.06


       Алда бер ниндәй ҙә проблемалар көтөлмәгән кеүек ине лә би т. "Труд" гәзитендә Рәсәй баҙарында һатылған йәшелсә - емеш продукцияһының сифатһыҙ булыуы, башлыса алғанда, "химик" ысул менән өлгөртөлгән ҡарбуздар һатылыуы тураһында мәҡәлә б аҫылғандан һуң, беҙҙең гәзитте уҡыусылар Өфөлә был йәһәттән хәлдәрҙең нисек тороуы менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Ысынлап та, Өфө баҙарҙарында һатылған ҡарбуз, шулай уҡ ҡыяр,
       абрикос сейә һәм башҡа йәшелсә - емештәрҙең сифаты нисегерәк икән Һөҙөмтәлә мин башым - аяғым менән ҡарбуз проблемаларына сумдым.
       Башта Үҙәк баҙарға юл тоттом. Ташкенттан килтерелгән ҡарбуздар павильонда килоһы 15 һум менән һатыла. Урамда һатылған Әстерхан ҡарбуздары иһә туғыҙ һум 50 тин тора. Уларҙы һатыусыларға мин"Әстерхан ҡарбуздары өсөн иртәрәк түгелме әле, август айында ғына өлгөрөргә тейеш бит, моғайын , химик өҫтәмәләр менән "бешергәндәрҙер"" - тигән һорауҙар
       менән маҙаларына тейҙем. Яуаптар төрлө булды. Бер ҡыҙ иһә
       асыулы тауыш менән:"Һеҙ нимә Быйыл Әстерханда йәй беләһегеҙме ниндәй ҡыҙыу торҙо!" - тип яуапланы. Әммә "Үҙеге ҙ Әстерханданмы" - тигән һорауыма иһә "Юҡ, Өфөнән", - тигә н
       яуап алдым. Икенсе урында ир кеше мине күршелә һатылған түңәрәк ҡарбуздарҙы алмағыҙ, уларға химия өҫтәлгән, тип
       өгөтләргә маташты. Үҙенең ҡарбуздары иһә ҡауын һымаҡ оҙонса . "Минеке таҙа", - тип дауам итә ул намыҫлы күҙҙәрен миңә текләп.
       Һөҙөмтәлә баҙар һатыусыларының береһе лә үҙ теләге менән ғәйебен - нәҡ уның ҡарбуздарында нитраттар һәм пестицидтар саманан тыш булыуын танымаясағы аңлашылды. Әммә минең шигем артҡандан - арта ғына бара - уларҙың бер - береһенә ғәйеп яғырға маташыуҙары бер ҙә юҡҡа ғына түгелдер.
       Моғайын, һеҙҙең дә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, баҙарҙа перс ик, алма, слива, сейә һәм башҡалар - барыһы ла яһалма кеүек күҙгә ташлана. Уларҙың бер табы ла юҡ, шып - шыма, ялтырап т оралар, матурҙар, ҡап та йот инде. Улар аҙналар буйына күҙ я уын алып ятырға мөмкин, һәм береһе лә серемәй. Әлбиттә. Килоһы 150
       һум торған һары сейәне һәр кем һатып ала алмай, шуға күрә емеш үҙенә боҙолорға мөмкинселек бирмәйенсә, һуңғы
       минутына тиклем һаҡланырға тейеш. Башҡа емештәргә лә шундай уҡ ҡараш.
       Баҙар буйлап йөрөүсе дилетант роленән туйғас, мин компетентлы сығанаҡтарға мөрәжәғәт итергә булдым. Башта Роспотребнадзорҙың БР буйынса териториаль идаралығының
       халыҡ туҡланыуын күҙәтеү бүлегенә юл тоттом. Бүлек мөдире Илдар Уразбахтин гәзит уҡыусыларҙың йәшелсә һәм еләк - емештең сифатына ҡағылышлы һорауҙары барлыҡҡа килеүе хаҡында ишеткәс, ауыр һулап түбәндәге тарихҡа индерерлек фразаны әйтте.
       - Нимә, - тине ул, - үткән йылда ашағандар, ә быйыл һорау ҙар
       барлыҡҡа килгәнме
       Хәйер, артабан ул мине матбуғат вәкиле булараҡ, рәсми мәғлүмәт менән таныштырыуҙан баш тартманы, быйыл йәшелсә продукцияһының сифаты буйынса рейдтар үткәрелмәгән икән әле. Әммә сит илдән, әйтәйек, Үзбәкстан, Әзербайжан һ. б. килтерелгән продукция башта таможняла тикшереү үтә, уны
       Россельхознадзор мотлаҡ тикшерә, тип белдерҙе ул.
       Шулай итеп, минең өсөн икенсе пункт булып өҫтә әйтелгән ойошма торҙо. Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығының үҫ емлектәрҙе һаҡлау һәм агрохимия бүлеге начальнигы урынбаҫары Людмила Коценко уларҙың хеҙмәте, нигеҙҙә, продукцияның хәүефһеҙлеген карантин тикшереү менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне. Йәғни үҫемлек продукцияһы сик аша үткәндә йәки ул һатыуға сығарылғанда, Россельхознадзор
       уның менән бергә беҙҙең территорияға төрлө ауырыуҙар менән сирле үҫемлек һәки сүп үләндәренең орлоҡтары эләкмәүен күҙәтүе аҫтында тота.
       Шулай уҡ был ойошма продукция сифатының сертификаттарын д а тикшерә, әммә һатылған йәшелсә - емештәрҙе контролдә тотоу, анализдар алыу менән шөғөлләнмәй. Быйыл граждандар
       бындай һорау менән мөрәжәғәт тә итмәгән. Һарытауҙа, мәҫәлән , йәшелсә продукцияһында пестицидтарҙың саманан тыш күплеге асыҡланһа, беҙҙә быға тиклем ундай хәлдәр булғаны юҡ, тине у л. Артабан миңә Россельхознадзорҙың Референт бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙеләр, мин шулай эшләнем дә. Әңгәмәсем - директор урынбаҫары Фәниә Сираева был хеҙмәттең күптән түгел, 2006 йылдың апрель айынан башлап эшләүен белдерҙе. Һәм уның эшмәкәрлеге шулай уҡ, нигеҙҙә карантин орлоҡтарға ҡайтып ҡала. Анализға продукция ала алмайҙар, сөнки быға хоҡуҡтары, хатта лабораториялары ла юҡ.
       Хәйер, әгәр граждандар, әйтәйек, шик тыуҙырған ҡарбуздарын тотоп килә икән, уға анализ үткәреләсәк, әлбиттә. Әммә был осраҡта һатыусы һатып алыусы менән бергә килеп, ғәйепте үҙ өҫтөнә алмаһа, уны яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкин түгел. Әгәр
       ҙә инде ул баш тартһа, конкрет ҡарбуздың нәҡ унан һатып алынғанлығын иҫбатлау проблема тыуҙырасаҡ.
       Һөҙөмтәлә мине продукция сифатын тикшереү буйынса даими р ейдтар үткәреүсе ойошма булараҡ Роспотребнадзорға йүнәлттелә р. Мәҡәләне яңынан уҡый башларға мөмкин.
       Йомғаҡ яһау сифатында гәзит уҡыусыларға нимә әйтә алам - батып барыусыларҙың ғүмерен ҡотҡарыу уларҙың үҙ ҡулында булыуы дауам итә. Баҙарға барыуығыҙға барлыҡ продукция
       тикшереү үткән һәм сифат билдәләре ҡуйылған тип ышанырға ярамай. Тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрәйек, берәй нимә һатып алыр алдынан һатыусынан мотлаҡ сифат сертификатын һорарға кәрәк. Әгәр ҙә инде ниндәйҙер шик тыуа икән, оялып тормағыҙ, Р. Зорге урамы, 58 йәки Бессонов урамы, 2"а" адрес ы буйынса Роспотребнадзорҙың БР буйынса территориаль идаралығына мөрәжәғәт итегеҙ. Унда халыҡтан килгән ялыуҙар
       буйынса эш даими рәүештә алып барыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал