6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

ХАССП беҙҙең менән!
28.07.06


       Рәсәйҙең Бөтә донья сауҙа ойошмаһына инеүе тылсымсы Фата Моргананың һарайҙары кеүек шәүлә булып ҡалыуын дауам итә, әммә уға әҙерлек эше туҡтамай. ВТО ағзаһының абруйлы статусына тап килеү өсөн яңынан яңы аҙымдар эшләнә. ХАССП сертификатлаштырыу системаһын индереү ошондай аҙымдарҙың бер еһе булып тора. ХАССП хәүеф һәм критик контроль нөктәләрен анализлау системаһы тип тәржемә ителә. Ул 60 - сы йылдарҙа АҠШ - та Милли аэрокосмик агентлыҡтың заказы буйынса барлыҡҡа килә һәм американ астронавтары туҡланған
       продукттарҙың сифатын тикшереү өсөн тәғәйенләнә. Бөгөн Евросоюздың барлыҡ илдәре, шулай уҡ ВТО - ға инеүсе дәүләттәрҙең күпселеге уның буйынса эшләй.
       ХАССП - ИСО 9000 системаһын индереүҙән һуң киләһе баҫҡыс булып тора. Уның ИСО 9000 системаһынан төп айырмаһы сифат
       контролен производствоны грамоталы ойоштороу ярҙамында ғына түгел, ә, нигеҙҙә, техник шарттар тыуҙырыу иҫәбенә булдырыуға ҡайтып ҡала.
       ХАССП эше ике этапта төҙөлә. Беренсеһендә сифатһыҙ продукция етештереүҙә янауы мөмкин булған хәүефтәр тикшерелә. Махсус методика барыһын да, шул иҫәптән сифатһыҙ продукттарҙы файҙаланыуҙың ауыр эҙемтәләрен дә иҫәпкә ала. А ртабан продукцияның бысраныу ихтималлығын иҫкәртергә мөмкин булған критик контроль нөктәләре булдырыла. Икенсе этап - конкрет хәүефте иҫкәртеү, ул төрлө иҫкәртеү саралары үткәреүгә бәйле - йылытыу, фильр аша үткәреү һ. б.
       Рәсәйҙә ХАССП проблемаһы буйынса тикшереүҙәр 1998 йылда Б өтә Рәсәй сертификатлаштырыу институтында башлана. ХАССП - т ың беҙҙең илдәге версияһына ҡарата төп талаптар һәм ГОСТ булдырыла, һуңғыһы ҡайһы бер Рәсәй предприятиеларында тикшереү үткәндән һуң, 2001 йылдың июнендә үҙ көсөнә инә. Тәжрибә продукцияның хәүефһеҙлегенә ышаныуҙан тыш һиҙелерлек иҡтисади һөҙөмтә алырға ла мөмкин булыуын
       асыҡлай.
       Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ХАССП системаһы индереү тураһында
       йөҙҙән ашыу сертификат бирелгән. Башҡортостанда әлегә был
       системаны индергән предприятие юҡ, әммә уға әҙерлек бара. 2004 йылдан башлап Башҡортостандың сертификат һәм экспертиза үҙәге ХАССП сертификатлаштырыу системаһы буйынса эксперттар әҙерләй башланы һәм быйыл уның буйынса аккредитация алды. Башҡортостан Рәсәйҙә был система индереләсәк етенсе төбәк. Республиканың ете предприятиеһы үҙендә ХАССП сифат системаһын индерергә ҡарар итте лә инде. Республиканың икмәк бешереү, һөт һәм ит тармаҡтарында сифат менеджменты системаһына ХАССП системаһы индерелгән осраҡта етештереү һөҙөмтәлерәк буласаҡ тип һанайҙар.
       Беренсе булып уны индереүгә ғаризаны "Мәләүез һөт - консерв а комбинаты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте бирҙе.
       "Башҡорт сертификатлаштырыу һәм экспертиза үҙәге" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ХАССП сертификатлаштырыу си стемаһы буйынса эксперттары шулай уҡ "Өфө ит - консерва комбинаты" һәм "Башкирская" ҡошсолоҡ фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре менән дә өйрәтеү эше алып бара. Был предприятиеларҙа ИСО 9000 стандартлы сифат менеджменты системаһы индерелгән дә инде, әммә бында сеймал ҡабул итеүҙән башлап һатыуға тиклем барлыҡ етештереү стадияларында ла бөтә хәүеф факторҙары асыҡланыуын һәм продукция хәүефһеҙлегенең 100 процент тәьмин ителешен булдырыу теләге ҙур.
       "Өфөнөң 7 - се икмәк заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә
       лә "Башсерт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгестәрен йәле п итеп, ХАССП системаһын индереү буйынса эш башланған. Был предприятиеларҙа етештереү цехтарын беренсел тикшереү үткәрелгән һәм уларҙы реконструкциялау буйынса барлыҡ саралар билдәләнгән. Сиратта - "Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты"
       асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Камский бекон" кесе
       предприятиеһы тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал