6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ- йәш

17 йәш - еңеүҙәр осоро
27.07.06


       Креатив, шул уҡ ваҡытта классиканы ла үҙ эсенә алған коллекциялар булдырыу, абруйлы конкурстарҙа ҡатнашыу, моделләштереү сәнғәте буйынса үҙ концепцияһын билдәләү менән янып йәшәй ул. Һүҙ билдәле дизайнер тураһында бара тип
       уйлайһығыҙмы Белмәнегеҙ. Бөгөнгө героинябыҙға ни бары 17
       йәш, әммә уның талантына, ташып торған энергияһына, төрлө пландарының күплегенә иң билдәле мода белгестәре лә көнләшерлек. Таныш булығыҙ, дүртенсе бөтә Рәсәй йәш модельер - дизайнерҙар фестивале призеры, Өфө технология һәм кейем дизайны колледжы һәм бик тә һөйкөмлө ҡыҙ - Алина Мельникова.
       Ни өсөн кейем моделдәре менән шөғөлләнергә булыуы хаҡында Алина ҙур теләк менән бәйән итә, үҙенең яратҡан эшен
       илһамланып һүрәтләй. Бөтә ҡыҙҙар кееүк үк ул да бала сағын да кейемдәр уйлап сығарып һәм ҡурсаҡтарына тегеп кейҙереп м әж килгән. Артабан үҙе өсөн дә кейем тегеү теләге барлыҡҡа к илә, әйткәндәй, беренсе ҡыҫҡа юбкаһы бик матур килеп сыға. Үҙемдең бай, әммә бәлки бик үк уңышлыларҙан булмаған тәжрибәмә таянып шуны әйтә алам, тәүге әйберҙе еренә еткереп
       тегеү һәр кемдең ҡулынан килмәй. Был осраҡ хаҡында һөйләгәндә, Алина үҙенең хеҙмәт дәресе уҡытҡан остаздарын
       иҫенә төшөрә - ауыл мәктәбе уҡытыусылары ҡыҙҙа хеҙмәткә генә түгел, ижадҡа ла һөйөү тәрбиәләй алған.
       Мәктәпте тамамлағандан һуң Алина әле үҙе белем алған уҡыу йортона уҡырға инеү йәһәтенән икеләнеп тормай. Имтиханды бишлегә тапшыра, артабан әңгәмә үтә. Ә бына колледжға инеү өсөн ниндәй документтар кәрәклеге тураһында героинябыҙ бик
       һуң, документтар ҡабул итеү тамамланғас ҡына белә. Һөҙөмтәл ә уҡырға икенсе йылы ғына инә ала.
       Уҡыу уға еңел бирелә, өҫтәүенә ҡыҙ буш ваҡытын кейем эскиздары төҙөү менән мәшғүл.
       - Яңы модель булдырыу өсөн миңә көслө тәьҫорат кәрәк: ул сағыу тойғо, музыка, китап булыуы мөмкин, - тип һөйләй Алина .
       Бөтә Рәсәй фестивале еңеүсеһе "Клинч" коллекцияһының ниндәй хис- тойғолар менән һуғарылғанын әйтмәй, бары тик идеяһы менән генә уртаҡлаша.
       - "Клинч" - үҫмер ҡыҙҙар өсөн костюм һәм күлдәктәр - улар ҙы
       кейеүсе еңел, хыялға бирелеүсе кешенең эске донъяһын сағылдыра. Төҫтәр гаммаһы иһә - ҡыҙыл, ҡара. Моделдәрҙең ҡулдарында һәм йөҙҙәрендәге сыйылған урындар был образға өҫтәмә төҫ бирә. Улар:" Хыялдың емерелеүе ихтимал, уның өсөн
       көрәшергә кәрәк, әммә шул уҡ ваҡытта ҡатын - ҡыҙҙарға хас мөләйем дә булып ҡала белеү мөһим", - тип әйткән кеүек.
       Дөйөм алғанда, Алина үҙенең коллекцияларында Рәсәйҙәге бөгөнгө заман мәктәбе принциптарына таяна: кейем кешенең эске донъяһын сағылдырырға тейеш.
       - Миңә ҡалһа, кейем кешенең кәйефенә йоғонто яһай һәм киреһенсә - профессионал теге йәки был кейемгә ҡарап уның хужаһы тураһында фекер йөрөтә ала, - тип аңлата ул.
       Абруйлы конкурста еңеүе тураһында Алина бик һөйләп бармай , призерҙар исемлегенә инеүе ауыр булманы, тип кенә белдерә.
       Фестивалдән алған тәьҫораттары башлыса башҡа
       ҡатнашыусыларҙың коллекцияларына бәйле.
       - Уларҙың һәр береһендә был әйбер тегелгән төбәктең үҙенсәлектәре сағыла. Минеңсә, һәр оҫтаның тыуған ере тураһында һөйләүсе коллекцияһы булырға тейештер ул. Каникул ваҡытында мин яҡындарыма, уҡытыусыларыма һәм остаздарыма һәм , әлбиттә, республикама арналасаҡ яңы моделдәр өсөн материал йыйырға ҡарар иттем.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал