6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Агваның" Рәсәйҙәге тәүге концерты - әбйәлилдәр өсөн
28.07.06


       Кастаньеталар шыҡылдай, гитара моңо һәм испан йыры яңғырай.
       Был концерт ҡайҙалыр алыҫта, диңгеҙ янындағы курортта икән
       тип уйламағыҙ, үҙебеҙҙә, Өфөлә ул! Башҡортостандың ЮНЕСКО э штәре буйынса комитеты Испанияның "Агва" фольклор ансамбленең республикаға сәфәрен ойошторҙо. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығының йыйылыштар зал ында музыканттар бер нисә иҫ киткес матур композиция башҡарып та ишеттерҙе.
       - Беҙ Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә тәүге тапҡыр,
       - ти ансамблдең солисы Хуан Рубио. - Беҙҙе музыка берләштер еүе ҡыуандыра.
       Уларҙың гитараларының яҫы яғы ерҙе, ҡалҡыу яғы - күкте символлаштыра икән. Тимәк музыкант уларҙың уртаһында ҡала.
       - Беҙҙең төркөм бик "боронғо" , - тип шаярта Хуан Мигель.
       - Беҙ уны студент йылдарында, 1972 йылда төҙөнөк. Ә "Агваның" тыуған яғы - Аликанте ҡалаһы, беҙ барыбыҙ ҙа шул ҡалала тыуы п үҫтек.
       Әйткәндәй, Хуан Мигель музыканттар араһында бер үҙе музыкаль белемгә эйә. Ул - музыка уҡытыусыһы, ҡалғандары - төрлө һөнәр кешеләре. "Агва" табипты, тау инженерын, сәнәғәт
       инженерын, банк директорын, логика һәм метафизика уҡытыусыларын, архитеторҙы, экологты... берләштергән.
       Асыҡланыуынса, Хуан Мигель гитарала оҫта уйнауҙан тыш хок ку ла ижад итә икән. Ул бер нисә строфа уҡып, үҙенең шиғри
       һәләте менән дә таныштырҙы.
       - Ниһәйәт, хыялым тормошҡа ашты, мин алыҫ Рәсәйгә килдем,
       - ти Хуан Мигель. - Һәм шәхсән минең тәьҫораттарым илегеҙ
       тураһында ишеткән һәм уҡығандарымдан ныҡ айырыла. Кешеләр б ында изге күңелле, ҡунаҡсыл, һәм беҙҙең кеүек үк хис - тойғо ға бай.
       "Агва" күп илдәр буйлап сәйәхәт иткән, музыканттарҙың плащтарындағы күп һанлы эмблемалар ҙа быға дәлил (фотола).
       Коллектив Әбйәлилдең Асҡар ауылында сығыш яһағандан һуң уларҙың коллекцияһына башҡорт гербы һүрәте лә өҫтәләсәк.
       Артистар өфөлөләр менән киләһе йыл, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам иткәндә осрашырға вәғәҙә бирҙе.
       Өфөләге бөгөнгө осрашыу хөрмәтенә БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарыусы директоры Рим Суфиянов ансамблдә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә ҡурай бүләк итте.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал