6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

"Башҡортостан" Лермонтовтың проекты буйынса төҙөлә
27.07.06


       Бөгөн, 27 июлдә, бөйөк рус шағиры Михаил Юрьевич
       Лермонтовтың ( 1814 - 1841) дуэлдә һәләк булыуына 165 йыл тула.
       Лермонтов үҙе бер ҡасан да Өфөгә килмәгән, әммә беҙҙең ҡалабыҙҙа Лермонтовтар ғаиләһе вәкилдәре йәшәгән һәм әле лә йәшәй. Республиканың Лермонтов үҙәге уларҙың биографияһын, я ҙмыштарын ентекле өйрәнә.
       Лермонтовтар нәҫеленә нигеҙ Шотландияла һалына. Бөйөк шағирға тиклем "Тристан һәм Изольда" романының билдәле авторы Томас Лермонт, яҙыусы Вальтер Скотт, шағир Джордж Гордон Байрон була.
       "Лермонтовтар мираҫы" ассоциацияһы етәкселәренең береһе И горь Воронцов шотланд Лермонттарының бөтә ер шары буйлап тар алыуы хаҡында һөйләй. Үҙәренең нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән замоктарын юғалтҡандан һуң, улар үҙҙәренә икмәклек
       аҡса эшләргә мәжбүр була - Американы үҙләштерәләр, Австралияны асалар. Уларҙың береһе - рыцарь Георг Лермонт поляк короле Сигизмунд өсөнсөнөң армияһында, Белый нығытмаһы гарнизонында ( бөгөн Тверь өлкәһенең Белый ҡалаһы)
       хеҙмәт итә. 1613 йылдың 5 сентябрендә нығытманы рус ғәскәре
       баҫып ала. Шотландиянан ялланып хеҙмәт итеүселәр, шул
       иҫәптән Георг та (Джордж) Романовтар нәҫеленең беренсе рус батшаһы Михаил Федоровичҡа хеҙмәткә күсә.
       1621 йылда Георг Лермонтҡа дворян титулы һәм Кострома крайында ер бирелә.
       Уның тәүге ҡатынынан тыуған өс улы - Вилим, Андрей һәм Пе трКолотилово, Острожниково, Измайлово һәм Кузнецово ауылдарында ер биләй һәм рус ерендә лермонтовтар шәжәрәһенең дүрт йүнәлешенә башланғыс һала.
       Бөйөк шағир Михаил Юрьевич Лермонтов колотиловтар нәҫеленән була һәм Георг Лермонттан һуң һигеҙенсе рәттә тора .
       Лермонтовтың таныштары араһында өфөлөләр ҙә бар. 1840 йылдың 9 майында, Гоголдең тыуған көнөндә, Михаил Лермонтов яҡташтарыбыҙ Аксаковтар - Сергей Тимофеевич һәм Константин С ергеевич менән таныша. Сергей Аксаков тиҙҙән Гоголгә хат яҙа : "Мин "Беҙҙең заман геройын" уҡып сыҡтым һәм уның яҡшы яҡтарын күрәм. Һеҙҙең прозаик Лермонтов шағир Лермонтовтан ю ғарыраҡ торасаҡ, тигән һүҙҙәрегеҙҙе бөгөнгөләй хәтерләйем... " Шағирҙың Өфөләге таныштары араһынан Благовещендағы
       суйын ҡойоу һәм баҡыр иретеү заводы хужаһы - Д. В. Дашковты
       әйтергә мөмкин. Ул "Арзамас" әҙәби берләшмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Михаил Юрьевич Өфө губернаһында бер ни сә заводҡа эйә булған Пашковтың ғаиләһе менән дә осраша. Крайҙы өйрәнеүсе - педагог Флүрә Әхмәрова Лермонтов һәм Дашков - Пашковтар туғанлыҡ мөнәсәбәттәрендә була тип раҫлай .
       Өфөгә Лермонтовтар 1930 - сы йылдарҙа килә. Ярославлдән күренекле архитектор Николай Лермонтов ҡалабыҙҙың баш архитекторы вазифаһына саҡырыла. Ул Лермонтовтар нәҫеленең к олотиловтар линияһына ҡарай һәм шағирға биш туған килеп сыға. Петербург хужожество академияһының сығарылыусыһы Николай Лермонтов беҙҙең ҡалала ҙур ихтирам ҡаҙана. Талантлы
       арҡхитекторҙың проекты буйынса Өфөлә матур, үҙенсәлекле биналар төҙөлә: Өфө почтамты, Башпотребсоюз, "Башҡортостан" ҡунаҡханаһы...
       Николай Юрьевич 1949 йылға тиклем йәшәй, Башҡортостандың һәм РСФСР - ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була. Ул Сергиев зыяратында ерләнгән.
       Уның улы Михаил Николаевич - инженер - төҙөүсе, ҡаланың спорт ҡоролмалары архитекторы булараҡ танылыу яулай, һунарға
       йөрөргә һәм балыҡ тоторға ярата. 85 йәшендә ул ГТО комплекс ы нормаларын тапшыра һәм "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" билдәһенә эйә була.
       Өлкән Лермонтовтың тағы бер улы, Борис Николаевич, һуғышт а осоусы булып хеҙмәт итә, ә тыныс ваҡытта - инженер - энерг етик вазифаһын башҡара, Госплан бүлегенә, һуңынан ауыл хужа лығы институты кафедраһына етәкселек итә. Уның ҡатыны, Вера Андреевна, үткән быуаттың 50 - се йылдарында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының әйҙәүсе концертмейстерҙарының береһе була.
       Өфөлә йәшәгән Лермонтовтар ғаиләһе таланттарға бай. Николай
       Юрьевичтың ҡыҙҙарының береһе - Вера Николаевна Лермонтова р әссам Куинджила белем ала, төҙөлөш техникумында уҡыта.
       Тағы бер ҡыҙҙары - Нина Николаевна ғаиләлә дүртенсе бала
       булып донъяға килә. Революция, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышына шаһит була. Ауырыу ирен ҡарай. Етмеш йәшенә тиклем туберкулез диспансерында эшләй.
       Быларҙың барыһы тураһында уның ҡыҙы, ҡасандыр күп һанлы ғаиләнән бер үҙе ҡалыусы Ирина Борисовна Лермонтова һөйләй. Ул һуңғы йылдарҙда медицина институтында өлкән педагог
       булып эшләй, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған
       мәҙәниәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була.
       "Поручик Лермонтов үҙенең атында Өфөгә тиклем барып еткән ", - тине үҙенең "Лермонтовтар" китабының исем туйында Санкт
       - Петербург журналисы Владимир Загорулько. - Бында татыулыҡта йәшәүсе башҡорт, рус, татар һәм башҡа милләт вәкилдәренең шағирға булған мөхәббәте сикһеҙ".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал