6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Байрам көндәрен күңелле итеп үткәрәйек!
26.12.03


       Ололар әкренләп Яңы йылға әҙерләнә, ә балалар өсөн яратҡ ан байрамдары башланды ла инде. Өфө хакимиәте ҡушыуы буйынса
       ҡалабыҙҙа боҙ ҡаласыҡтар төҙөлә, үҙәк майҙандарға матур шыр шылар ҡуйыла. Был мәҡәләне артабан да уҡыһағыҙ, ҡайҙа байрам
       саралары үтәсәген дә белерһегеҙ.
       Башҡаланың Дим районында шыршы һәм боҙ ҡаласығы "Дим" мәҙә ниәт һәм ял паркында ҡуйылған.
       Калинин районында төп шыршы "Моторостроитель" һарайы алды нда, Яңы йыл ҡаласыҡтары балаларҙы шулай уҡ Инорс һәм Шакша микрорайондарында ла көтә.
       Киров районында йәшәүселәр өсөн байрам үҙәге Совет майҙан ында урынлашҡан.
       Ленин районында Яңы йыл ҡаласыҡтары Затон һәм Нижегородка
       микрорайондарында, шулай уҡ Красин һәм Ғафури урамдары киҫе лешендә төҙөлгән.
       Иң күп шыршылар һаны башҡаланың Октябрьский районында. Үҙ әк шыршы йола буйынса Ҡала советы алдында Ленин майҙанында у рынлашҡан. Ҡалғандары - цирк, "Башҡортостан" сауҙа үҙәге, Сп орт һарайы алдында һәм Һупайлыла.
       Орджоникидзе районында йәшәүселәр инде күптән Өфө Дәүләт Нефть Техник университеты Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда р әхәтләнеп тау шыуа. Боҙ ҡаласыҡтар нефтехимиктар паркында, ҡ урсаҡ театры эргәһендә лә бар.
       Совет районында балаларҙың яратҡан урыны булып Яҡутов ис емендәге парк һәм "УЗЭМИК" Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан тора.
       Барлыҡ Яңы йыл ҡаласыҡтары һәм боҙҙан эшләнгән айырым һын дар конкурста ҡатнаша, уларҙың авторҙары аҡсалата приздарға дәғүә итә.
       Өфө хакимиәте ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн мауыҡтырғыс ба йрам программаһы әҙерләй. Мәҙәни саралар башлыса "Вьюговей -
       2004" фестивале сиктәрендә үтәсәк. Комаров исемедәге балала р ижады һарайында "Ҡышҡы фейерверк" күргәҙмәһе ойоштороласаҡ .
       26 декабрҙә балаларҙы Башҡорт Дәүләт филармонияһында Гарр и Поттер төп герой булған ҡыҙыҡлы тамашаға саҡырабыҙ. Дәүләт
       циркында иһә уларҙы 26 декабрҙә Президент шыршыһы, 27 декаб рҙә башҡала шыршы байрамы көтә.
       Ҡала мәҙәниәт һарайы ла байрамдан ситтә ҡалмаған: 26 - 28
       декабрҙә теләүселәр шыршы тирәләй әйләнер, һуңынан "Яңы йыл да фабрика йондоҙҙары" спектакленә рәхим итер.
       29 декабрҙә Опера һәм балет театрында "Белоснежка и семь гномов" спектакле була. Ошо уҡ көндө "УМПО" Мәҙәниәт һарайын да эшсе йәштәр өсөн байрам кисәһе ойошторола. Башҡорт Дәүләт
       драма театрында "Алтын йөрәк" спектакле буласаҡ. 31 декабрҙ ә Ленин исемендәге майҙанда үҙәк шыршыны асыу тантанаһы була саҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал