6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Иҫке ихата серҙәре
27.07.06


       Беҙҙең элекке ихатабыҙ... Өфөнөң Достоевский урамындағы ике ҡатлы иҫке йорттар. Улар күпме йылылыҡ һаҡлай, тарихтар
       белә! Күпме яҙмыш улар аша үткән... Был йорттарҙа йәшәүселәрҙең күпселеге Өфөгә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Мәскәү хәрби заводтарының береһе ( авиация өсөн тоҡандырыу с истемаһы һәм свечалар етештереүсе 161 - се завод, бөгөн - УАПО) менән ҡуша килгән.
       Ваҡыт үтә, завод ҡаласығы менән бергә беҙ, малайҙар ҙа, ү ҫә төштөк, баҡсаны хәтерләткән ихатабыҙҙы бик ныҡ ярата инек. Бында нимә генә үҫмәй: сирень, акация, ҡайындар..., пион, ра уза, аҡ сәскә түтәлдәре. Был гүзәллекте ихатала йәшәүселәр ү ҙ ҡулдары менән булдырҙы.
       Ихаталағы һәр ағастың үҙ тарихы бар. Йорттарҙың береһе эргәһендә үҫкән тирәкте 161 - се заводтың баш конструкторы, Сталин премияһы лауреаты Евгений Богомоов ултыртҡан. Мин, ул
       ваҡытта бәләкәй малай, 1957 - се йылда тәүге совет спутнигы н осорған көндө ғүмеремә иҫемдә ҡалдырҙым. Хәтерҙә, радионан ф әлән ваҡытта спутник Өфө өҫтөнән осоп үтәсәк тип хәбәр иттеләр. Кеше ҡулдары менән эшләнгән бәләкәй генә йондоҙсоҡҡа, беҙҙең фәнни - техник ҡеүәт символына күҙ һалыу
       теләге менән йөҙәрләгән кеше урамға сыҡты. Тирәк эргәһендә таяғына таянып Богомолов та баҫып тора. Ул ваҡытта уҡ ул ныҡ ауырый ине, әммә йөҙөндә бәхетле йылмайыу балҡый. Спутникты күргәс, ул ҙур ғорурлыҡ менән "Унда минең дә өлөшөм бар!.." - тип ҡуйҙы.
       Ихатала "Гидравликаның" баш конструкторы, билдәле авиаконструктор Артем Микояндың дуҫы Юрий Дмитриев
       ултыртҡан муйыл ағасы ла бар. Ә бына минең әсәйем ултыртҡа н муйылды паровоз геүләүенән башҡа тауышты ишетергә теләмәгән бер тимер юл начальнигы ҡырҡтырған...
       Ихатала теҙелгән тирәктәр - коллектив ижад һөҙөмтәһе. Ҡырҡынсы йылдарҙа беҙҙең урамдарҙа нигеҙҙә ошо ағастарға
       өҫтөнлөк бирелә ине, улар һауаны башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ таҙарта. Ихатала һәр ваҡыт тотороҡло тирәк япрағы еҫ е аңҡый...
       Әммә бөгөн былар барыһы ла үткәндә ҡалды. Ҡала төҙөлә. Бала сағым үткән ҡәҙерле баҡса фотографияларҙа һәм хәтерҙә
       генә ҡалды. Бөгөн уның урынында ҙур төҙөлөш бара.
       ... Күптән түгел беҙҙең ихата үҙенең тағы бер серен асты.
       Ағас тамырҙары аҫтында экскаватор иҫке нигеҙгә тап була, ар табан ер йөҙөнә боронғо һандал һәм үлсәү һөйрәп сығара. Былар
       барыһы ла был урында ҡасандыр тимерлек булыуы хаҡында һөйләй. Тағы бер аҙнанан иһә шул уҡ экскаватор күптәрҙе ғәжәпкә һалырлыҡ әйбергә тап була. Ике метр тирәһе тәрәнлект ә икенсе донья һуғышы ваҡытындағы немец каскаһы ( һүрәттә) табыла һәм берәү генә лә түгел.
       Улар ҡайҙан барлыҡҡа килгән Ихата аҡһаҡалдары һөйләүенсә , был йорттарҙы әсир немецтар төҙөгән. Йәғни, туранан - тура бәйләнеш булыуы аңлашыла. Беҙҙең иҫке ихата тағы күпме серҙәр һаҡлай икән әле...

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал