6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Космостан - Башҡортостанға
26.07.06


       Көҙөн Башҡортостан шифаханаларының береһендә осоусы - космонавт Павел Виноградов осоштан һуңғы реабилатация үтеүе ихтимал. Бөгөнгө көндә республиканың ял йорттары базаһында космонавттарҙың һаулығын нығытыуҙы ойоштороу ҡарала. Бының өсөн Өфөгә махсус рәүештә Юрий Гагарин исемендәге Рәсәй дәүләт космонавтар әҙерләү буйынса ғилми - тикшеренеү үҙәге вәкилдәре - үҙәк начальнигы урынбаҫары Борис Наумов, осоусы - космонавт, РФ геройы Юрий Батурин, үҙәктең медицина идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм
       Каспранский килде.
       Был маҡсат өсөн төбәктең рекреацион учреждениелары юҡҡа ғына һайланмаған, әлбиттә. Үҙәктең Рәсәй шифаханаларында үткәргән мониторингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының шифаханалары космонавтарға осоштан һуңғы реабилитация үтеү өсөн иң ҡулайлы урындарҙың береһе тип табылған. Өҫтәүенә республиканың космонавтарҙы әҙерләү системаһын камиллаштырыу өлкәһендә ғилми - тикшеренеү институттары һәм лабораториялар менән уңышлы уртаҡ эш тәжрибәһе лә бар. Мәҫәлән, башҡорт балы Халыҡ - ара космик станция экипаждары ағзаларының бортта туҡланыу рационына инә.
       Космонавтарға осоштан һуңғы реабилитация үткәреү өсөн потенциаль майҙан сифатында "Красноусол" һәм "Янғантау" шифаханалары сығыш яһай. Космик үҙәк вәкилдәре иғтибарын нәҡ ошо ял йорттары йәлеп итә.
       "Ауырлыҡ юғалтыуҙың организмға тәьҫире оҙайлы ваҡыт түшәк
       режимында булыуға тиң - космонавтарҙа гиподинамия синдромы барлыҡҡа килә, - ти Рөстәм Каспранский. - Шуға күрә һеҙҙең шифаханалар дан тотҡан бальнеологик дауалау космонавтор өсөн
       бик мөһим".
       "Космонавтҡа ял ваҡытында нимә кәрәк - ти Борис Наумов. - Ғаиләһе янында булһа, ял урман, йылға буйында ойошторолһа,
       башҡа бер нимә лә кәрәкмәй. Тағы ла яҡшы һауа торошо һәм си т кешеләрҙең иғтибарынан азат булыу мөһим. Чехия һәм Италия курорттарында аяҡҡа баҫыу курсы үткән космонавтарыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әйтелгәндәрҙең барыһынан да мәхрүм булды".
       Был күҙлектән сығып ҡарағанда, республика шифаханалары идеаль булыуы аңлашыла.
       Осоштан һуңғы реабилитация ике этапҡа бүленә. Космостан ҡайтҡандан һуң ер шарттарына өйрәнеүҙең киҫкен мәле, ғәҙәттә , өс тәүлек дауам итә. Шуға күрә реабилитацияның тәүге яртыһ ын космонавтар үҙәктә, белгестәрҙең ентекле күҙәтеүе аҫтында
       үтә. Ә икенсе этап - шифаханала, әммә экипаж табибының ҡара уы аҫтында ойошторола.
       "Һуңғы этапта белгестәрҙең бурысы - космонавты мөмкин тиклем тиҙерәк "артабанғы осоштар өсөн яраҡлы" хәлгә килтере ү, - ти Борис Наумов. - Һеҙҙең республиканың тәбиғәт һәм кли мат факторҙары, шифаханаларҙағы Европа стандарты быға бик ны ҡ булышлыҡ итәсәк". Осоштан һуңғы реабилитациянан тыш, Юрий Гагарин исемендәге к осмонавтарҙы әҙерләү үҙәге вәкилдәре космик эшмәкәрлек, космонавтика ҡаҙаныштарын пропагандалау өлкәһенә ҡағылышлы х еҙмәттәшлек тураһында тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Башлыса алғанда, ул йәштәр өсөн космик үҙәк проектын,
       Башҡортостандың талантлы балаларының "Йондоҙло эстафета" уҡытыу программаһында ҡатнашыу мөмкинселеген тормошҡа ашырырға тәҡдим итте.
       Юрий Гагарин исемендәге Рәсәй дәүләт космонавтарҙы әҙерләү
       ғилми - тикшеренеү үҙәге йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү , Рәсәй гражданынан социаль - әүҙем шәхес формалаштырыу буйынса ҙур эш алып бара. Шуға күрә үҙәктә космонавтика буйынса "Йондоҙло эстафета" фәнни - техник һәм художество проекттары конкурсы, йәштәрҙең космик лагеры, студенттар өсөн "Космик одиссея" мәғариф программаһы, космонавтика ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойошторола. "Беҙ ошондай уҡ эште Башҡортостанда ла ойошторорға әҙер", - ти Борис Наумов.
       Ә әлегә ҡунаҡтар республика шифаханалары менән таныша.
       Шәмбе көнө иһә улар беҙҙең ял йорттарының "портфолиоһын"
       апрелдән башлап космоста булған Павел Виноградовҡа ебәрергә вәғәҙә итә. Уның карабы 24 сентябрҙә ергә әйләнеп ҡайтасаҡ. Ә инде октябрь аҙағында уны, моғайын, Башҡортостан
       шифаханаларының береһендә күрергә мөмкин булыр.
       Олег Яровиков фотоһы.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал