6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Һыуытҡыстан Чудовҡа тиклем - барыһы ла тикшерелде
27.07.06


       Башҡортостандың спорт донъяһында үтәсәк бик тә мөһим ваҡиғаға әҙерлек барышын яҡтыртыуҙы дауам итәбеҙ. Кисә төҙөүселәр биҙәү эштәрен тамамлап, "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексы бинаһын файҙаланыуға тапшырырға тейеш ине. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты
       Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, БР физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов һәм башҡалар объекттың әҙерлеген тикшерҙе.
       Комплекс менән улар хужаларса танышты: атыу урынын урап сыҡтылар, файҙаланыуға тапшырылған объекттың һәр бер мөйөшөндә булдылар, хатта янғын баҫҡысы буйлап та төштөләр.
       Яңы ҡунаҡхана комплексы номерҙарында сантехника ҡуйылған,
       унда бөгөн тәҙрә ҡорғандары эленә, өр - яңы мебель урынлаштырыла. Республика башлыҡтары ҡунаҡхананың һәр ҡатында булды, байтаҡ бүлмәләрҙе инеп ҡараны, эске биҙәлеш
       сифатына баһа бирҙе. Уларға ҡунаҡханаға килтерелгән тәүге
       һыуытҡыстарҙың береһен дә күрһәттеләр, ҙур ғорурлыҡ менән уның Рәсәйҙә етештерелеүе билдәләнде.
       БР Президенты һәм Хөкүмәт Премьер - министры шулай уҡ спорт залында, кер йыуыу бүлмәһендә, матбуғат үҙәгендә, комментатор кабиналарында (улар барыһы 13) булды. Һуңғылары,
       әйткәндәй, эшләп еткерелмәгән, әммә эш тамамланыу алдында.
       Тикшереүселәрҙе тиҫтәләгән төрлө һорауҙар ҡыҙыҡһындырыуы асыҡланды. Трансляцияға нисә камера эшләйәсәк Чемпионат ҡайһы каналдарҙан күрһәтеләсәк Атыу урынын буярға кәрәкме Чемпионатҡа килгән ҡунаҡтар тағы ла ҡайҙа урынлаштырыласаҡ. . Һәр бер һорауға ойоштороусыларҙың ентекле яуабы әҙер ине.
       Мортаза Рәхимов үҙенең иҫкәрмәләрен һәм теләктәрен белдерҙе Уның чемпионаттың иң юғары кимәлдә үтеүен теләүе һ иҙелә.
       Президент чемпионатта ҡатнашыусыларҙың кимәле йәһәтенән д ә һорауҙар бирҙе. Республика башлығының иң яратҡан спортсыларының береһе кем булыуы шунда уҡ аңлашылды. Беренсе сиратта Мортаза Рәхимов:
       - Чудов ҡатнашасаҡмы - тип һораны.
       - Әлбиттә, ҡатнашасаҡ, - тип яуапланылар уға.
       Максим үҙе лә бында ине, ул күптән түгел Өфөгә ҡайтҡан һә м күнекмәләр үтә башлаған да инде. Мортаза Рәхимов башҡорт биатлонының йәш йондоҙо менән шунда уҡ йәнле, хатта атайҙарса әңгәмә ҡорҙо. Һүҙ, әлбиттә, Туринда үткән һуңғы Олимпиада тураһында барҙы:
       - Ниңә яҙа аттың Ҡасан һәйбәт итеп ата башлаясаҡбыҙ
       - Ә уға ҡайҙа ашығырға, - тип йәш спортсыны яҡланы Владим ир Самородов. - Хәҙер бөтәһен дә еңһә, артабан нимә эшләр И ң
       мөһиме, ул Өфөлә ҡала, Михайловкала йортон төҙөйәсәк.
       - Атыу өҫтөндә эшләйбеҙ, - тип үҙе өсөн яуап бирҙе Максим .
       - Телевизорҙан һәр саҡ "Михайловка! Михайловка!" - тип ҡысҡырғандары ишетелә. Һинең арҡала хәҙер Михайловканы барыһы ла белә, - тип дауам итте президент. - Беҙ барыбыҙ ҙа һиңә өмөт бағлайбыҙ. Ярышты һәр ваҡыт яҡшы башлайһың. Әлеге ваҡытта күнекмәләр үтәһеңме
       - Эйе. Бына бер сәғәттән күнекмәләр башлана.
       - Спортсы булараҡ әйт - шарттар менән ризаһыңмы
       - Бында шарттар бик яҡшы, айырыуса үткән йылдар менән сағыштырғанда.
       - Ә биатлондың башҡа үҙәктәре менән сағыштырғанда - тип
       ҡыҙыҡһынды Рафаэль Байдәүләтов.
       - Супер, - тип шикләнмәйенсә яуапланы Чудов.
       - Ну, супер уҡ түгел инде, - тип үҙ баһаһын бирҙе президе нт...
       Төҙөүселәр һәм ойоштороусылар барлыҡ етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алыр һәм Мортаза Рәхимовтың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ, тип уйлайым. Беҙгә Халыҡ - ара биатлонсылар союзы
       комиссияһы алдында оятҡа ҡалырға ярамай. Баш ҡалабыҙға ҙур
       ҡышҡы биатлон да килһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал