6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Орган моңо гармония тойғоһо уята
26.07.06


       Өфө музыканттары - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған а ртисы, органсы Владислав Мортазин һәм халыҡ - ара конкурстар
       лауреаты, скрипкасы Марат Ғабдуллин - ошо көндәрҙә Яр Саллы
       ҡалаһында гастролдәрҙә булып ҡайтты. Улар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыға.
       - Яр Саллы ҡалаһындағы Орган залына Игорь Лерман етәкселе к итә. Ул миңә ҡушылып уйнау бәхете тейгән "Провинция" камер а оркстрының художество етәксеһе лә, - тип һөйләй Владислав Львович. - Был кеше менән эшләүе рәхәт, сөнки ул һәр бер эше н профессионалдарса башҡара. Уның залында билдәле, талантлы
       кешеләр сығыш яһаған: Владимир Спиваков етәкселегендәге "Виртуозы Москвы", актер Сергей Юрский, Александр Бородин исемендәге дәүләт квартеты, опера сәнғәте йондоҙо Любовь Казарновская, халыҡ - ара конкурстар лауреаты, пианист Денис
       Мацуев... Ҡалала концерт эшмәкәрлеге йәйен дә тынмай: был ситтән килгән артистарға ғына түгел, урындағы "Провинция" оркестрына ла ҡағыла. Йәйге орган ассамблеяһы Саллыла төрлө ҡалаларҙан килгән музыканттарҙы йыя.
       Һуңғы йылда ғына мин унда алты тапҡыр булдым. Концерттар
       800 урынлыҡ Орган залында ҙур аншлаг менән үтте. Бының өсөн
       Игорь Лерманға ҙур рәхмәт!
       - Яр Саллы ҡалаһында беҙ ике концерт бирҙек. Программаға Өфөнөң Башҡорт дәүләт филармонияһында концерттар миҙгелен һә м, ярашлы рәүештә, "Орган залында йәйге кистәрҙе" ябыусы һуң ғы концертағы күп кенә әҫәрҙәрҙе индерҙек, - тип хәбәр итте Марат Ғабдуллин. - Иоганн Бах, Николаус Брунс, Вольфганг Амадей Моцарт, Антонио Вивальди, Астор Пьяцолла, Франц Шуберт әҫәрҙәрен башҡарҙыҡ...
       Ғөмүмән алғанда, музыканттарҙың "күсмә" концерттары тураһында уларҙың Өфөлә Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән концерттары буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин. Владислав Мортазин инде нисә йыл рәттән йәйге ял осоронда филармонияның Орган залында үҙенең бик күп тыңлаусыларын йыя.
       Марат Ғабдуллинға килгәндә, ул "Йәйге орган кистәренең" әүҙем ҡатнашыусыһы. Марат Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йыш
       сығыш яһай, йәш таланттарға ярҙам йөҙөнән булдырылған фонд стипендиаты ла ул.
       Музыканттарҙың оҫталығы партитураны яҡшы белеүҙә генә түгел, күҙ асып йомғансы башҡа темаға күсә белеү, "кәйефте тота алыу" һәләтендә лә күренә.
       - Органдың тәьҫир итеү көсө ҙур, Көнбайыш Европала ул юҡҡ а ғына халыҡты соборҙа йыйыусы һәм дингә ышаныу уятыусы төп
       инструмент тип һаналмай. Орган моңо кешенең аң төпкөлөнә үтеп инә һәм унда гармония тойғоһо уята, - ти Владислав Мортазин. - Скрипка - аҡыл һәм хыялды ҡуҙғытыусы тағы бер музыка ҡоралы.
       Музыканттарҙың планында - сираттағы гастролдәр. Марат Ғабдуллинды Мәскәү эргәһендә үтәсәк "Etnolight" фестивалендә
       ҡатнашыу һәм аспирантураға уҡырға инеү көтә. Ә Владислав Мортазин иртәгә Швейцарияға оса, алтынсы августа артист унда
       ике концерт бирәсәк. Икенсе сығышында музыкант композитор Жан Алендың уникаль тарихи органында уйнаясаҡ. Август айында
       ул шулай уҡ Яр Саллы ҡалаһында гастролдәр үткәрергә, октяб рь айында башҡа музыканттар менән бергә Өфөлә концерттар миҙгелен асырғ апланлаштыра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал