6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Яблочкинаның Өфөләге бенефисы
26.07.06


       1895 йылдың йәйендә Өфөлә "Мәскәүҙең кесе театр артистары
       ширҡәте" сығыш яһай. Труппа составына Александра Александровна Яблочкина, шулай уҡ артистар Федор Петрович Горев, Виктор Петрович Грибунин һәм башҡалар инә.
       Провинциаль Өфө өсөн был ғәҙәти күренеш тип әйтергә кәрәк . Губерна гәзитендә билдәләнеүенсә, йыл һайын йәй айҙарында Мәскәү һәм Петербург ширҡәттәре гастролдәр ойоштора, уларҙың составында император сәхнәһенең беренсе класлы башҡарыусылары ла, үҙ отпускыларын файҙаланып, провинцияға юл тота.
       Мәскәүҙән килгән "Артистар ширҡәтенең" спектаклдәре
       Видинеев баҡсаһындағы (бөгөн Аксаков исемендәге баҡса) 1894 йылда төҙөлгән ағас театр сәхнәһендә бара. Бина, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡланмаған.
       Миҙгел ябылғас, 26 июлдә, Александра Александровна Яблочкинаның бенефисы ойошторола. Уның хаҡында "Уфимские губ ернские ведомости" гәзите түбәндәгеләрҙе яҙа: "Беҙҙең театр тамашасыларының яратҡан артисткаһы Яблочкина ханым миҙгелдең барлыҡ спектаклдәрендә лә ҡатнашты һәм үҙенең юғары художестволы һәм талантлы уйыны менән айырылып торҙо, шуға күрә уның хушлашыу бенефисы ла тамашасыларға бай булыр тип көтөргә ҡала".
       Күренекле актриса Александра Александровна Яблочкина 1866
       йылдың 15 ноябрендә Петербургта артистар ғаиләһендә донъяға
       килә. Бала сағында уҡ сәхнәлә сығыш яһай башлай. Петербургт а артислыҡҡа уҡый һәм Мәскәүгә эшкә килә.
       1888 йылдың 1 сентябренән башлап һәм ғүмере буйы Александра Яблочкина - актриса. Тәүге йылдарҙа ул классик комедияларҙа уйнай, артабан үҙ көсөн трагедияларҙа уңышлы
       һынай башлай.
       Яблочкина уйнаған ролдәрҙән алған тәьҫораттары тураһында Василий Качалов былай тип һөйләй: "Ғәҙәттән тыш матур, нәзәкәтле, ябай, ул мине үҙенең сәхнәләге күркәмлеге, башҡарыу нескәлеге, сама белеүе, бына тигән дикцияһы, тауышы
       - иҫ киткес тышҡы һәм эске гүзәллекте берләштереүе менән
       хайран ҡалдырҙы".
       Үҙенең һуңғы роле - мисс Кроули ролен (Теккерей "Ярмарка
       тщеславия") Яблочкина 90 йәшендә иҫ киткес матур итеп башҡара.
       СССР - ҙың халыҡ артисткаһы Александра Александровна Яблочкинаның ҡаҙаныштары СССР Дәүләт премияһы, өс Ленин
       ордены менән билдәләнә. Рәсәйҙең театр премияһы уның
       исемен йөрөтә.
       1995 йылдың мартында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Мәскәүгә Яблочкинаның иҫтәлегенә арналған "яуап сәфәре" менән бара. Улар мәскәүлеләрҙе үҙ башҡарыуҙарында Фернан Формеликтың "Великодушный рогоносец" пьесаһы менән таныштыра. Төп ролдә бик талантлы актер Олег Ханов сығыш яһай, ул үҙенең Бруноһы өсөн Александра Яблочкина исемендәге премияға лайыҡ була һәм бөйөк актрианың һүрәте төшөрөлгән камея
       менән бүләкләнә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал