6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Утындан төҙөлгән йорт
26.07.06


       Благовар ҡасабаһының иң ситендә, ҡайынлыҡҡа яҡын ябай ауыл өйө тора. Тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти йорт, тыштан тар ғына таҡталар менән көпләнгән, верандаһы ла бар. Ентекләберәк ҡараһаң, уның бер ҙә ғәҙәти түгел, ә уникаль булыуы аңлашыла . Благовар районында ғына түгел, бөтә республикала икенсе бындай йорт юҡтыр, моғайын. Сөнки ул... утындан, ғәҙәти, уты ҙ сантиметр итеп ҡырҡылған төрлө йыуанлыҡтағы утын
       түмәрҙәренән төҙөлгән.
       - Ошо утындан башланды ла инде, - тип һөйләй йорт хужаһы Рафаяз Нәсибуллин. - Ул йылы мин утынды күп итеп әҙерләнем, түмәрҙәргә ҡырҡып сыҡтым һәм улым Альберт менән әрҙәнә теҙә башланыҡ. Ярайһы уҡ оҙон һәм бейек әрҙәнә килеп сыҡты. Тәмәке тартырға туҡтағас, уға оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙым, һәм ҡапыл башҡа бик шәп уй килде. Эврика! Был бит йорттоң әҙер стенаһы! Шундай уҡ ысул менән дүрт стенаны ла һалырға мөмкин . Ә ул саҡта минең тап яңы өй һалырға әҙерләнеп, бүрәнәнән төҙөргәме әллә кирбес алырғамы тип уйланып йөрөгән сағым ине . Кирбес ҡыйбатҡа төшә, тағы килеп күпме цемент кәрәк. Яҡшы бура - үҙе бер дефицит. Утынға бәйле иһә бер проблема ла тыумай - эргәлә генә урман, унда ҡоро имәндәр бер нисә йортҡ а етерлек. Һәм ошо идея менән яна башланым. Тәбиғәтемдә шундай һыҙат бар минең: алдыма маҡсат ҡуйғанмын икән, уны бойомға ашырмайынса туҡтамайым.
       Башта ҡағыҙға йорттоң схемаһын, проектын төшөрҙөм. Иң ваҡ
       деталдәренә тиклем барыһын да ентекләп уйланым. Иң мөһиме -
       утындан эшләнгән стена емерелеп төшмәһен, өҫтөнә өрлөгөн, асамайын, түбәһен ҡуйырлыҡ ныҡ булһын.
       Ун икегә туғыҙ метрлыҡ буласаҡ йорт периметры буйынса имә н бағаналар ултырттым. Ер аҫтына киткән өлөшөн алдан ыҫмалаланым, өҫтәүенә тағы ла металл торбалар өсөн нефть үткәреүселәр файҙаланған изоляция пленкаһы менән ураттым -
       был ағас серемәһен өсөн кәрәк. Бағаналарҙы өс метр һайын ултыртып сыҡтым. Артабан нигеҙен ҡойҙом, бетон менән нығытылған бағаналар уның эсендә ҡалды. Инде утындарҙы теҙә башларға ла ваҡыт. Етерлек имән утын әҙерләнем.
       Иҙмә сифатында һалам өҫтәлгән ҡәҙимге балсыҡты файҙаландым. Ағасҡа бетон ҡағылмаһын өсөн нигеҙ өҫтөнә рубероид түшәнем. Тәүге рәтен ныҡ торһон өсөн тигеҙ яғын аҫҡ а ҡаратып, уртаға ярылған түмәрҙән һалдым. Ҡалған түмәрҙәр икеһе араһындағы уйымға һалынды. Иң өҫтәге өс рәтенә тотош бүрәнә тотондом. Әйткәндәй, өс бүрәнәнән торған бураны башта
       ерҙә эшләнем, асамайҙары ла шунда уҡ ҡуйылды, һуңынан уны егеттәр менән юғарыға күтәрҙек. Бағаналар ныҡ торһон өсөн ми н уларҙы мөйөштәренән ныҡлы ҡорос сым менән ураттым, өҫтәүенә юғарылағы бураға атлама менән беркеттем, уны бер ниндәй көс тә емерә алмаясаҡ.
       Өйҙө улым менән апрель айында төҙөй башланыҡ. Эштән ҡайтабыҙ ҙа һалам ҡушылған балсыҡ иҙеп, бер рәтен һалабыҙ. Икенсе көнө эштән һуң - икенсе рәтен. Шулай итеп йәй буйына стеналарҙың эшен бөтөрҙөк. Көҙгә йорт әҙер ине инде, хатта электрын да үткәреп өлгөрҙөк. Әммә кәбисә йылы булғанлыҡтан,
       ул йылда күсенмәҫкә кәңәш иттеләр һәм беҙ иҫке йортта ҡышларға булдыҡ. Ә инде яҙын яңы өйгә күстек һәм бына инде туғыҙ йыл бында ҡатыным Әлфирә, улым Альберт, ҡыҙҙарым Лена һәм Диана, кейәүебеҙ Ринат, ейәнебеҙ Ратмир менән йәшәйбеҙ. Йорт ҙур, урын барыһына ла етә. Йәйен уның эсендә
       һалҡынса, ҡышын йылыны ла яҡшы тота.
       Рафаяздың ентекле хикәйәләүен тыңлағанда, төҙөлөш буйынса
       белеме булмаған ауыл кешеһе ябай утындан ғәжәйеп йорт төҙөп
       ултыртыу техникаһын ҡайҙан белде икән тигән һорау миңә тынғ ы бирмәне. Был бит үҙе бер ноу - хау, уға патент алырға ла б улалыр, моғайын. Ниңә ул бер кемдең дә башына килмәгән, ә Р афаяз иһә уйлап табыу ғына түгел, төҙөп тә ултыртҡан. Өй ысынлап т а
       бына тигән, иркен, йылы, уңайлы, унда тын алыуы ла еңел, һә м йорттоң тағы ла әллә күпме хеҙмәт итәсәге шик тыуҙырмай.
       - Мин төҙөлөш эшенә ниндәйҙер уҡыу йортонда өйрәнмәнем. Мине практик тип әйтергә булалыр, моғайын. Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты механика факультутының дүрт курсын тамамланым, бер нисә йыл "Благовар" совхозында баш инженер вазифаһын башҡарҙым. Бөгөн Первомайский ҡасабаһында райжилкомхоз участкаһына етәкселек итәм. Уға тиклем байтаҡ йылдар Благовар районының капиталь төҙөлөш бүлегендә эшләргә, хатта был бүлекте етәкләргә лә тура килде. Күп кенә ауыл хужалығы ҡоролмалары - малсылыҡ фермалары, комплекстар, техник оҫтаханалар, торла ҡ йорттарҙың проекттары минең ҡулдар аша үтте. Өфөлә барлыҡ ғилми - тикшеренеү институттарында ла булғаным бар. Шуға күр ә проект төҙөү, уны уҡыу минең өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Тағы
       ккилеп атайым Нурфаяз Нәсибуллин Йәрмәкәй районында билдәле балта оҫтаһы. Ҡасандыр беҙ уның менән тыуған Усман -
       Ташлы ауылында ғына атайымдың ҡулдары менән 30 - гә яҡын бура күтәрелеүен иҫәпләп сығарҙыҡ. Мин һәр ваҡыт атайым эргәһендә булдым, ул мине балта тоторға өйрәтте. 14 йәшемдән
       үҙаллы тормош башланым. Бер һүҙ менән әйткәндә, тормош үҙе күп нимәгә өйрәтте.
       Һүрәттәрҙә: утындан һалынған йорт, Рафаяз Нәсибуллин үҙен ең өйө эргәһендә.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал