6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Автомобиль эйәләре шатлығына
26.07.06


       Ял көнөн баҡсала үткәрергә ниәтләп юлға сығаһың һәм күпер ҙә мотлаҡ машиналар тығынына эләгәһең. Алда ике автомобиль бәрелешкән. Һөҙөмтәлә хәрәкәт итеү бөтөнләй тип әйтерлек туҡтай һәм алға ташбаҡа тиҙлеге менән бараһың - бындай хәл һәр ҡайһыбыҙға таныштыр, моғайын.
       Артыҡ борсолмағыҙ, бындай хәлдәр буйынса сара күрелмәй
       ҡалмай - ҡаланың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы республика юлдарын үҫтереү буйынса әүҙем эш алып б ара. 2006 - 2008 йылдарға юл эштәре программаһы төҙөлгән дә инде. Юлдар киң һәм тигеҙ, хәрәкәт итеү - уңайлы булһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә.
       Өфө ҡалаһы муниципаль ҡала округы хакимиәтендә ошо мәсьәләгә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Юлдарҙың
       хәл - торошо менән Өфөнөң коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Фәрит Фазылов таныштырҙы.
       Программа сиктәрендә М - 5 "Урал" һәм М - 7 "Волга" федера ль трассаларында Өфөнө Пермь, Ырымбур, Екатеринбург һәм Төмән менән тоташтырыусы Пермь - Өфө - Ырымбур һәм Кропачево - Мәсәғүт - Ачит (Свердлов өлкәһе) юл участкаларын да эш алып барыла.
       Әлеге ваҡытта Өфө - Ырымбур юлында Ағиҙел аша һалынған яңы күперҙән аэропортҡа тиклем майҙанда эш ҡайнай.
       Өфө тышҡы автомобиль юлдары менән бер нисә урында ғына тоташа, шуға күрә ҡала үҫешенең генераль планына ярашлы, уның үҙәк өлөшөнән яңы сығыу урыны булдырыу ниәтләнә. Ер аҫты юлы һәм Өфө йылғаһы аша күпер аша сығыу юлы төҙөләсәк. Транспорт ағымдары Өфө аша көнбайыш йүнәлештән Һамар - Өфө Силәбе юлына иң ҡыҫҡа юлдан үтәсәк. Күпер аша сығыу
       юлының оҙонлоғо 992 метр, эстакада - 1583 метр, юлдың киңлеге 21,5 метр буласаҡ тип планлаштырыла.
       Галле округы урамының Салауат Юлаев проспектынан алып
       Ағиҙел аша һалынған күпергә тиклем ниәтләнгән
       реконструкцияһы ла күп кенә автомобиль хужаларының проблемаһын хәл итер, моғайын. Р. Зорге, Комсомол урамдары һәм Октябрь проспекты киҫелешендә эстакадалар төҙөләсәк.
       Затонға илткән юлда Ағиҙел аша күперҙең терәүҙәре нығытыла.
       Салауат Юлаев проспектында магистраль юл төҙөлөшө дауам
       итә. Яҡын арала Менделеев һәм Бессонов урамдарында ике развязка файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Һуңғыһы перспективала Октябрь проспекты һәм Затонға тура сығырға мөмкинселек бирәсәк.
       Өфө шоссеһын Трамвай урамынан Интрнациональ урамына тиклем реконструкциялау "нахальный" урам саты проблемаһын хәл итергә мөмкинселек бирәсәк. Трамвай юлдарын һүтеү һәм Александр Невский һәм трамвай ҡулсаһында реконструкциялар
       үткәреү ҡарала. Трамвай менән файҙаланыусыларға уңайлыраҡ
       булһын өсөн Трамвай урамы буйлап күтәрелеүсе трамвай "Ҡала мәҙәниәт һарайы" туҡталышынан һулға ғына түгел, уңға ла бороласаҡ.
       Сельская Богородская урамы Маршал Жуков урамынан Төхвәт Й әнәби урамына тиклем реконструкцияланасаҡ. Унда
       Сипайловонан Инорсҡа тиклем троллейбус линияһы төҙөлә, шулай уҡ Әй, Баҡалы, Степан Кувыкин урамдарында ла троллейбустар йөрөй башлай.
       Юлдар төҙөү һәм реконструкциялауҙан тыш, ҡала урамдарын төҙөкләндереү буйынса ла байтаҡ эш башҡарыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал