6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Третьяков галереяһы юбилейын билдәләй
25.07.06


       Сәнғәт өлгөләре йыйыусы Павел Третьяков 1892 йылда Мәскәүгә 1287 картина, туғыҙ скульптура һәм 518 һүрәт бүләк
       итә. Баш ҡаланың ғорурлығы булған Третьяков галереяһы шулай
       барлыҡҡа килә. Быйылғы йыл уның өсөн юбилей йылы - "урыҫ сәнғәте хазинаһына" 150 йәш тулды. Был датаға арналған саралар Мәскәү, Санкт - Петербург һәм илебеҙҙең башҡа ҙур ҡалаларында үтте.
       Өфөлә Третьяковканың тыуған көнө Сергей Аксаковтың Мемориаль - йорт музейында билдәләнде. "Третьяковка галереяһына - баһалап бөтөргөһөҙ бүләк" программаһында ҡатнашыу өсөн бында сәнғәт белгестәре, сәнғәтте һөйөүселәр : "төп художество галереяһы" мираҫы менән ҡыҙыҡһыныусылар
       барыһы ла йыйылды. Әйткәндәй, унда һүҙ Третьяковкаға нигеҙ һалыусы хаҡында ғына түгел, картиналары галереяға ҡуйылған Өфө рәссамы Михаил Нестеров тураһында ла барҙы.
       - Михаил Васильевич Нестеров - ижади тормошоноң күп өлөшөн
       этик идеал эҙләүгә арнаған рәссам, - тип һөйләй сәнғәт белг есе Светлана Соболевская. - Әҫәрҙәренең байтағын оҫтаның Третьяковка галереяһына бушлай тапшырыуы билдәле. "Преподобный Сергийҙың барлыҡ картиналары ла Мәскәүҙә һәм га лереяла урын табыуы минең күптәнге хыялым ине", - тигән ул Сергий Радонежский тураһында яҙылған эштәре хаҡында.
       Нестеровты өйрәнеүсе Неля Нәжметдинова, сәнғәт белгесе Светлана Соболевская һәм коллекционер Анатолий Чечуха байрам кисәһенә килгән ҡунаҡтарға Михаил Нестеровтың
       тормошонан алынған ҡыҙыҡлы тарихтар һәм факттар, уның Павел Третьяков менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәре тураһында һөйләне.
       Башлыса алғанда, һүҙ ун туғыҙынсы быуаттың 90 - сы йылдарында Нестеровтың "кешенең эске тормошоноң әһәмиәтле м әлдәрен һүрәтләү ниәте менән үҙ ижадының дөрөҫ, саф һәм фиҙаҡәр тормош идеалын сағылдырыусы иң мөһим темаһына
       аяҡ баҫыуы" тураһында барҙы. Третьяков "күҙ һалған" биш ҙур әҫәрен автор нәҡ ошо йылдарҙа яҙа ла инде. Улар барыһы ла преподобный Сергий Радонежскийҙың тормошона арналған. Рәссам мөғжизәнең мөмкинлеген, православие христианының
       тормошонда был мөғжизәнең тәбиғилеген һүрәтләй. Ә Третьяков , ысын матурлыҡты күрә һәм баһалай белеүсе булараҡ, уларҙы шунда уҡ үҙ галереяһы өсөн һатып ала.
       "Ижади ҡунаҡхана" хужалары шулай уҡ Нестеров яҙған картиналарҙың береһен Третьяков ваҡытына күрә бик ҡиммәткә
       - 500 һумға һатып алыуын билдәләне. Был аҡсаға рәссам сит илдә бер ҡыйынлыҡ кисермәйенсә өс йыл йәшәй ала.
       - Третьяков галереяһында Нестеров бүлеге ҡыҫырыҡланмай, юбилейға ул бер аҙ үҙгәрештәр кисерҙе, - тип хәбәр итте Неля
       Нәжметдинова. - 38 ҡала картиналар ебәргән, әммә Өфө улар
       иҫәбендә түгел, сөнки Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейы 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуы хөрмәтенә Рәсәйҙең баш ҡ алаһында үтәсәк экспозицияға әҙерләнә.
       Андрей Старостин фотоһы (4).

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал