6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Григорий Овчинников: кеше, теплоход һәм урам
25.07.06


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында моряктар диңгеҙҙә генә түге л, ҡоро ерҙә лә көрәшә. Бик ҡыйыу, сая булыуҙары менән айырыла улар. Фашистар уларҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа, "ҡара
       үлем" тип йөрөтәләр (матрос бишмәттәре ҡара төҫтә була).
       Кавказда барған ҡаты алыш ваҡытында 18 - се армияның 81 - се айырым диңгеҙ атышсылар бригадаһының рота парторгы вазифаһын Бөрө районының Осиновка ауылында тыуып үҫкән
       Григорий Семенович Овчинников башҡара. 1943 йылдың 25 июлендә Новороссийск ҡалаһынан (Краснодар крайы) төньяҡ -
       көнсығышта урынлашҡан исемһеҙ бейеклек өсөн көрәштә ул һәләк булған взвод командирын алмаштыра һәм һалдаттарҙы үҙ артынан һөжүмгә әйҙәй. Алыштың иң киҫкен мәлендә дзот амбразураһын үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай. Хәрби бурысты үтәү
       өсөн ул ғүмерен дә аямай. 1944 йылдың 16 майында уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Был документтан алынған һаран юлдар. Ҡыҙылармеецтарҙың
       "Знамя Родины" гәзите уның батырлығы хаҡында ентеклерәк һөйләй:
       "Парторг Григорий Овчинников ингән штурмлау төркөмө алдында дүрт дзот тора. Уларҙың береһе айырыуса көслө була. Әммә яугирҙар ныҡышмал рәүештә алға ынтылып, дзоттарҙың өнөн тыға... Барыһынан алда - парторг. Дүртенсе дзотты урап үтеү мөмкин булмай. Миналар һәм көслө ут маневрҙы тағы ла ҡатмарлаштыра. Шул ваҡытта Григорий Овчинников тороп баҫа, уның тауышы алыҫҡа яңғырай: "Минең арттан, туғандар! Йәшәһен
       еңеү!"
       Овчинников алға, дзотҡа табан ынтыла һәм уның амбразураһы н үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Дошмандарҙың дзоты баҫып алына. Үҙ ғүмере иҫәбенә Ватандың тоғро улы Григорий Овчинников был көрәштә еңеү яулай.
       Григорий Семенович Овчинников 1898 йылдың 30 апрелендә
       Башҡортостандың бөгөнгө Бөрө районында Осиновка ауылында до нъяға килә. Ун дүрт йәшенән Златоуст заводында тир түгә. Граждандар һуғышында 27 - се атышсылар дивизияһында,
       атлылар разведкаһында көрәшә. Утыҙынсы йылдарҙа Сталинград тракторҙар заводында эшләй, рабфакта уҡый. Һуғыш башланғанда
       Волга йылғаһы пароходсылығында эшләй.
       1941 йылдың ноябрендә Овчинников үҙ теләге менән Совет Армияһына хеҙмәткә алына, 1942 йыл башында фронтҡа эләгә.
       Тыуған ауылы Осиновкаға ул 1986 йылдың 25 июлендә генә
       әйләнеп ҡайта: был көндө уға һәйкәл асыла. Скульптор Борис
       Фузеев геройҙың ҡулына автомат тотоп һалдаттарҙы үҙ артынан
       әйҙәгән мәлен һүрәтләй.
       Бөрөлә геройҙың исемен йөрөтөүсе теплоход һәм урам да бар . Ауыл мәктәбенең бинаһында мемориаль таҡтаташ асылған. Советтар Союзы Геройы Г. С. Овчинниковтың портреты төшөрөлгән почта конверты сығарылған ( рәссамы Г. Кравчук).

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал