6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Сүплектәрҙең урыны тарих сүплегендә
25.07.06


       Шишмә районының иҫке сүплеге ябылыуына дүрт йыл. Дөрөҫөрәге, ул барыһы өсөн дә асыҡ булыуын дауам итә һәм Шишмә ҡасабаһының тирә - яҡтағы биҫтәләрендә йәшәүселәр даими рәүештә көнкүреш ҡалдыҡтарын ошонда алып килеп түгә. С үп - сар тауын ни бары ҡарағура һәм документтар ғына ҡаплай:
       элекке "хужа" - урындағы торлаҡ комуналь хужалыҡ идаралығы
       - банкротҡа әйләнгән.
       Сүплек тауҙа урынлашҡан, ә уның битләүенә ауылдың яңы төҙөлгән йорттары һәм дача коттедждары яҡынлашып килә. Эргәлә генә шишмә, халыҡ уның һыуын эсеү өсөн файҙалана, бер
       аҙ алыҫтараҡ - быуа бар. БР Тәбиғи ресурстар министрлығы экологик хәүефһеҙлек бүлегенең ҡалдыҡтар менән эш секторы мөдире Зәйтүнә Кәримова сүплектә күп йылдар буйы йыйылып ятҡан ҡалдыҡтарҙы йыуған ямғыр һыуының хәүефле матдәләрҙе тупраҡ аша тура быуаға һәм шишмәгә алып килеүенә шикләнмәй. Йәғни сүп - сар икенсе юл менән юулһа ла, барыбер үҙенең "хужаларына" әйләнеп ҡайта.
       - Сүплектең эйәһе булһа, уға был гектарҙа урман ултыртырғ а йәки үлән сәсергә кәрәк булыр ине, - ти Зәйтүнә Кәримова. - Һәм даими рәүештә тупраҡҡа һәм үҫемлектәргә аналитик тикшере ү үткәреп тороу мотлаҡ. Үләндә ауыр металл иондары булыуын тикшереү кире һөҙөмтә биргәндә генә бында мал көтөргә мөмкин. Юҡһа сүп - сар эҙҙәре һыуға ғына түгел, һөткә лә эләгәсәк.
       Ошоноң кеүек, формаль рәүештә ябылған, әммә ысынбарлыҡта үҙенең "бысраҡ эшен" дауам иткән сүплектәр республикала етерлек. Шишмә районында ғына рәсмиләштерелгән сүплектәр
       һаны 24 - кә етә. Әммә уларға альтернатива бар. Шишмәлә
       республика бюджеты иҫәбенә төҙөлгән ТБО полигоны 2004 йылдың мартынан башлап эшләй. Көн һайын бында "Уют" муниципаль унитар предприятиеһының район халҡынан йыйған 150 кубометр сүп - сары килтерелә. Сүплектән айырмалы рәүештә, полигон кәртәләп алынған, һәм бында килтерелгән
       ҡалдыҡтар ҡаты контроль аша үтә.
       - Һәр бер сүп йыйыу машинаһы тикшерелә, - тип аңлата был технологик процесты "Тәбиғәт" дәүләт унитар педприятиеһының Шишмә филиалы директоры Дмитрий Захаров. - Беҙ полигонға
       автомобиль шиндары һәм терегөмөшлө лампалар эләгеүенә юл ҡуя алмайбыҙ. Улар айырыуса хәүефле ҡалдыҡтар һанала һәм
       махсус педприятиелар тарафынан утилләштерелергә тейештәр.
       Полигон етәкселегенең сүп йыйыу машиналарындағы сүп - сарҙы
       ҡаплап ташыу өсөн көрәше йыл ярым дауам итә. Әммә бөгөн полигонға илткән юл тап - таҙа. Полигондың үҙен дә тышҡы күренеше буйынса сүплек менән сағыштырыу мөмкин түгел. Тикшереү үткән сүп - сар йыйыу машинаһы йөгөн ҡайҙа теләй
       шунда түгел, махсус билдәләнгән урынға түгә. Ул "полигон картаһы" тип атала. Трактор сүп - сарҙы һигеҙ тапҡыр тигеҙлә п үтә һәм ҡатлам 50 сантиметрға еткәс, уны ун сантиметр тупраҡ
       менән ҡаплай. Артабан ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу
       территорияһы күрше участкаға күсә. Шулай итеп ҡалдыҡтарҙы күмеү әйләнә буйынса бара.
       Әммә барыһы ла ергә күмелә тип уйлау дөрөҫ түгел. Ҡиммәтл е сеймалды "һыуға һалырға" теләмәйҙәр бында. Күптән түгел ге нә макулатура өсөн пресс һатып алынған. Уның артынан хатта Һамарҙан да киләләр. Пластик, металл артынан һунар итеүселәр
       ҙә бар. Ай һайын полигон ике тонна макулатура һәм тонна яры м металды эшкәртеүгә тапшыра. Килем артыҡ ҙур түгел, әммә ун ың ҡарауы полигонда урын һаҡлана һәм уны файҙаланыу ваҡыты арта. БР Тәбиғи ресурстар министрлығында киләсәк - нәҡ
       ошондай полигондар файҙаһына тип һанайҙар. Шишмә районы
       хакимиәтендә лә был йәһәттән шик юҡ. Шуға күрә ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу буйынса барлыҡ инициативалар ҙа бында хуплап ҡаршы алына, сөнки сүплектәрҙең урыны тарих сүплегендә булырға тейеш.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал