6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Кухнялағы пландан тыш концерт
25.12.03


       Ошо көндәрҙә Өфөнөң "Поиск" рок - клубында "На кухне" төркөмөнөң концерты булып үтте. Коллектив өсөн әлеге миҙгелд ә был беренсе сығыш. Бөгөн ул бишенсе, шулай уҡ "На кухне" т ип аталған альбомы өҫтөндә эшләй.
       Төркөм өс йыл элек барлыҡҡа килгән. Исеме есеменә тап кил еп тора, сөнки тәүге репетициялар йырсы Ирина Ежикова һәм ба с - гитарасы Алексей Бородиловтың кухняһында үткән дә инде . Уларҙан тыш төркөмдә Виктория Стикс ( Ҡумыҙ, гитара) һәм А нтон Кулибин ( Барабандар) бар. Төркөмдөң яңы альбомы төрлө ваҡытта яҙылған ун биш композициянан тора.
       "Поиск" рок - клубы Өфөлә билдәле урын. Ул подвалда урынл ашҡан, тирә - яҡта торбалар, һыу тама... "Поиск"ка инеү өсөн
       түләргә кәрәкмәй, ундағы аппаратураны ла яҡшыларҙан һанап б улмай. Әммә музыканттар ҙа, тыңлаусылар ҙа зарланмай. Хәйер,
       клубҡа мода артынан ҡыуған "тусовщиктар" түгел, ә рок - муз ыканы ысын күңелдән яратып тыңлаусылар, һуңғы философ һәм ро мантиктар йыйыла.
       Сираттағы "кухня" концертында ла зал тулы булды. Ойошторо усылар раҫлауынса, ике йөҙҙән артыҡ кеше килгән. Клубта биле т һәм гардероб системаһы булмағанлыҡтан тулыраҡ һанды әйтә а лмай улар.
       Музыканттар үҙҙәренең "На кухне" альбомындағы барлыҡ йырҙ арҙы, шулай уҡ башҡаларҙың репертуарынан да байтаҡ йырҙар ба шҡарҙылар.
       Музыканттар үҙ төркөмдәренең киләсәге булыуында бик шиклә нә. Өфө, ғөмүмән, донъя тамашасыһы ҡабул иткән форматҡа тура
       килеп бөтмәй шул улар.

Вера Черенева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал