6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Изге эш башҡарылды
24.07.06


       Хәйриә ул - сиркәү эргәһендә хәйер һорашыусыға үҙ гөнаһтарың өсөн түләү рәүешендә ике һум биреп китеү түгел. Хәйерселәр - билдәле кимәлдә эшҡыуарҙар ҙа, һәм уларҙың аҡса
       эшләү технологиялары хаҡында бик күп һөйләнелә. Бындай саҙаҡа менән генә барлыҡ гөнаһтар ҙа кисерелер тип уйламағыҙ. Иң мөһиме хаҡ биреп ҡотолоу түгел, ә күңелде таҙартыу, ысын күңелдән тәүбәгә килеү, үҙең ҡыйырһытҡан кешенән ғәфү үтенеү. Ҡайғы кисергәндәргә йәки үҙ көсө менән
       аяғына баҫа алмағандарға ярҙам итергә кәрәк. Мосолмандарҙың
       диниә назараты башлығы Тәлғәт Тажетдин да, православие дине әһелдәре лә ошо турала һөйләй. Был алтын ҡағиҙәгә мин тағы бер боронғо аҡыл эйәләре әйткәнде өҫтәр инем: икмәк биреү яҡшы, әммә ураҡ биреү яҡшыраҡ, йәғни эшләп ашау өсөн м өмкинселек бирергә кәрәк.
       Минеңсә, элекке шахмат батшаһы Анатолий Карповтың Өфөгә с әфәре нәҡ ошо йүнәлештә булырға оҡшай. Иң популяр интеллектуаль уйын ветеранын Өфөнөң Дим районына алып килгән акция Өфөнөң махсус коррекция дөйөм белем биреү буйынса интернат - мәктәбендә тәрбиәләнеүселәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Шахмат уйыны легендаһының ҡулын ҡыҫыу бәхете һәр кемгә эләкмәгәндер ҙә, бәлки, әммә эш унда түгел.
       Анатолий Евгеньевич Өфөгә шахмат таҡтаһы һәм фигуралары һәм махсус сәғәт килтереүҙән тыш, Изге Николай Чудотворец Фонды менән бергә Рәсәйҙә ҙур программаны тормошҡа ашыра. Йө ҙләгән интернат - мәктәптәрҙә шахмат уйынына өйрәтеү
       түңәрәктәре асыласаҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар тормошта үҙҙәренә йыуаныс табып, федераль ярыштарҙа ҡатнашыу ғына түгел, улар өсөн илдең алдынғы вуздарына ишектәр асыласаҡ, интернаттан һуң яңы ҡыҙыҡлы тормош башлау,
       юғарыға ынтылыу мөмкинселеге барлыҡҡа киләсәк. Нисек кенә б улмаһын, шахмат уйынындағы иң тылсымлы ҡағиҙәләрҙең береһе лә шулай бит - һәр пешка ферзь фигураһына әйләнә ала.
       ООН (ЮНИСЕФ) Балалар фонды илсеһе, Рәсәй Федерацияһы Пре зиденты эргәһендәге Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы Анатолий Карповты Өфөнөң махсус (коррекция) интернат - мәктәбендә оло хөрмәт менән ҡаршы алдылар. Белмәйем, хәйриә йәрминкәләге кеүек сағыу тамашаға лайыҡмы икән. Бындай шау - шыу, минеңсә, мөһим шахмат фигураһының бер ниндәй ҙә файҙа бирмәгән артыҡ тантаналы йөрөшөн хәтерләтә. Ә тормошта, спорттың өҫтә әйтелгән интеллектуаль төрөндәге кеүек, барыһы ла алдан уйланып эшләнергә тейеш.
       Түбәндәге картина ла хәтерҙә ҡалды. Анатолий Карпов, Изге
       Николай Чудотворец Фонды вәкиле һәм урындағы чиновниктар
       сығыш яһаған бүлмәгә халыҡ инеп тулды. Журналистар, шахматсылар, Рәсәйҙә киң билдәле кешегә бер булһа ла күҙ һалырға теләүселәр... Ишетеү һәләттәре насар булғандар айырым ултыра. Улар өсөн интернат - мәктәп тәрбиәсеһе сығыш яһаусыларҙың телмәрен тәржемә итә. Бик ҡатмарлы һәм мөһим һүҙҙәр яңғырай. Ҡыҙ бик тырыша, хаталана һәм хатаһын төҙәтергә ашыға. Белмәйем, күп һандағы операторҙар уны кадрға алдымы, юҡмы, әммә ул бөгөн иң мөһим фигураларҙың
       береһе ине.
       Шахматта ике король осрашмай, тиҙәр. Бөгөнгө кисәлә был х әл ысынбарлыҡҡа әйләнде. Донъяның шахмат уйыны буйынса экс - чемпионы 28 - се һуҡырҙар һәм күҙҙәре насар күреүселәр өсө н махсус интернат - мәктәптә тәрбиәләнеүсе - һуҡырҙар араһында
       планетаның дзю - до буйынса иң яҡшы спортсыһы - Вадим Яналиндың ҡулын ҡыҫты.
       Концерттан һуң Анатолий Карпов шахмат уйынын яратыусылар менән уйын сеансы үткәрергә тейеш ине, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур ҡунаҡ самолетҡа ашығыуы сәбәпле, аҡ фигуралар менән етешәр йөрөш кенә эшләне һәм көрәште дауам итеүҙе шахмат оҫтаһы Евгений Калегинға тапшырҙы.
       Әммә малай һәм ҡыҙҙарға төшөнкөлөккә бирелергә сәбәп юҡ. Анатолий Карпов донъя селтәрендә үҙ мәктәптәрен ойоштороуҙы планлаштыра. Унда инде, ғәҙел кеше булараҡ, шахматсыға үҙ бурысын ҡайтарырға тура киләсәк.
       Автографтар биргәндән һәм иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң Анатолий Карпов журналистар менән осрашырға тейеш ине, әммә аралашыуға ваҡыт ҡалманы. Ә нимәгә ул Изге эш эшләнеүе барыһына ла аңлашыла. Шахмат легендаһы башҡа
       мәктәптәргә лә һуңламайынса барып етһен, сөнки уны әле бик
       күп ҡалаларҙа көтәләр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал